Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
2 Февраль 2023, 05:15

"Айгиз ағай, әлдә килдегеҙ әле"

Благовар районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары  Вәхит Ҡадиров Айгиз Ғиззәт улына саҡырыуҙы ҡабул иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

"Айгиз ағай, әлдә килдегеҙ әле""Айгиз ағай, әлдә килдегеҙ әле"
"Айгиз ағай, әлдә килдегеҙ әле"

Благовар районының Үҙәк моделле китапханаһында  башҡорт әҙәбиәтенең сағыу вәкиле Айгиз Баймөхәмәтов менән "Ваҡытында әйтелгән һуҙ" тип аталған осрашыу үтте. Журналист, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм "Шоңҡар" республика йәштәр журналының баш мөхәррире үҙенең ижады, журналист эше тәжрибәһе һәм тормошондағы ҡыҙыҡлы ваҡиғалар менән уртаҡлашты. Хәбәрсе эшенең үҙенсәлектәре, журналисҡа кәрәкле һөнәри сифаттар хаҡында һөйләне. 

Благовар районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары  Вәхит Ҡадиров Айгиз Ғиззәт улына саҡырыуҙы ҡабул иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

Был осрашыуҙы күптән көткәндәр. Уҡыусылар ҙа, өлкәндәр ҙә яҙыусынынң әҫәрҙәрен, бигерәк тә "Ҡалдырма, әсәй" повесын йотлоғоп уҡыуҙары хаҡында һөйләнеләр, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙеләр.  Шулай уҡ Айгиз Ғиззәт улы өсөн яңы быуын китапханаһы буйлап экскурсия ойошторолдо, белгестәр унда моделле китапхана эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.  

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас