Шоңҡар
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Февраль 2023, 11:10

МӘЛӘҮЕЗ ТАМЪЯНДАРЫ ӘҮҘЕМЛӘШӘ

Мәләүез районы тамъяндарынан быйыл Смаҡ ауылы "Айыҡ ауыл -2023" республика конкурсында ҡатнаша.

МӘЛӘҮЕЗ ТАМЪЯНДАРЫ ӘҮҘЕМЛӘШӘ
МӘЛӘҮЕЗ ТАМЪЯНДАРЫ ӘҮҘЕМЛӘШӘ

Ырыуы ныҡтың - иле ныҡ, тиҙәр беҙҙә. Һуңғы йылдарҙа республикала ырыу араларын барлап, әүҙем тупланыу күренеше күҙәтелә. Смаҡ (Тамъян) ауылы ир-егеттәре лә был йүнәлештән ситтә ҡалмай, Тамъян ырыуы бейе Шағәле Шаҡман ерләнгән Белорет районы Ҡаһарман ауылында ырыу бейенең тыуыуына 500 йыл тулыуға арналған оло сараға барып ҡайттылар һәм районда беренселәрҙән булып ошо ырыу вәкилдәрен туплау буйынса эш башлап ебәрҙеләр. Мәләүез районы башҡорттары Ҡоролтайы менән берлектә Смаҡ (Тамъян) ауылында 2022 йылдың ноябрендә Мәләүез тамъяндарының I йыйыны уҙҙы. Былтыр, 25 ноябрҙә, Миәкә районында уҙған Тамъян ырыуының I йыйынына ла иң күп делегаттар Смаҡ (Тамъян) ауылынан һайланды. Ғинуарҙа инде Өфөлә Тамъян ырыуы ҡорона тамъяндар йәшәгән һәр райондан йыйылған вәкилдәр кәңәшмәһе уҙҙы. Унда беҙҙән Мәләүез район Советы рәйесе, Мәләүез районы тамъяндарының ҡор башы Кәрим Сәғитов, ҡор ағзаһы Тәлғәт Шаһманов ҡатнашты.
18 февралдә Смаҡ ауылында Мәләүез районы тамъяндары ҡоро ағзалары йыйылып, 2023 йылға эш планы ҡабул итте. Эш әүҙем генә башланып тора, был бик ҡыуаныслы хәл. Ырыуҙар хәрәкәте туған тел, ер-һыуҙарыбыҙ, тәбиғәт, башҡорт халҡының киләсәге кеүек проблемаларҙы хәл итеү өҫтөндә эш алып барасаҡ. Берҙәмлектә - көс, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит, уңыштар юлдаш булһын ойоштороу комитетына, бергәләп алға ҡарап, алынған пландарҙы тормошҡа ашырайыҡ, Тамъян ырыуы вәкилдәрен бергә туплап, эш итергә тырышайыҡ.
Мәләүез районы тамъяндарынан быйыл Смаҡ ауылы "Айыҡ ауыл -2023" республика конкурсында ҡатнаша. Был проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Смаҡтар, муниципаль конкурста ҡатнашып, 150 мең һумлыҡ сертификат отто. Әле улар республика кимәлендә үтәсәк конкурсҡа әҙерләнә.

Гөлсөм ХИСАМЕТДИНОВА,
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: