Шоңҡар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2023, 08:20

Партизан Әхмәҙуллин

 Бөйөк Ватан һуғышы геройы, фашистарға ҡаршы ҡораллы хәрәкәт ойоштороусы, “Бейек Татр” исемле партизан отрядының легендар командиры, күренекле мөғәллим, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, СССР-ҙың мәғариф отличнигы Вафа Мостафа улы Әхмәҙуллиндың тыуыуына 101 йыл тула.

Партизан Әхмәҙуллин
Партизан Әхмәҙуллин

Герой-партизан – Мәсетле районының гүзәл Әй буйында ултырған Һөләймән ауылы егете. Күп балалы ғаиләлә үҫкән тырыш үҫмер, йәйәү йөрөп, ул заманда был тирәлә берҙән-бер урта белем биргән, беҙҙең яҡтың бик күп данлыҡлы кешеләренең иңенә ҡанат ҡуйған Ләмәҙ­тамаҡ ауылы мәктәбендә белем ала һәм уны алтын миҙалға тамамлай. Шундай ауыр осорҙа, күҙ асҡыһыҙ бурандарҙа, ҡарлы-боҙло ямғыр аҫтында бер нисә саҡрым ара үтеп уҡырға йөрөүе һәм мәк­тәпте “бишле” билдәһенә генә тамам­лауы – үҙе үк маҡтауға лайыҡ күре­неш. Үкенескә ҡаршы, миҙаллы егетте ҙур ҡа­лаға уҡырға ебәрергә туғыҙ бала тәр­биә­ләгән колхозсы ғаиләһенең хәле­нән килмәй. Шулай итеп, Вафа Әхмәҙул­лин, 1940 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алын­ғансы, туған мәктәбендә балалар уҡыта.

Башҡорт егете украин ҡалаһы Каменец-Подольскиҙа  артиллерия полкында батарея элемтәсеһе булып хеҙмәт итеп йөрөгәндә, фашист Германияһының Совет иленә һөжүм итеүе хаҡында ишетә. Һуғыштың тәүге көндәрендә үк Вафа яуҙаштары менән ике мәртәбә ҡамауға эләгә. Уны йырып сығып, тәүҙә ябай һалдат, ә аҙаҡ Украиналағы партизан отрядының взвод командиры булып китә. Был отряд үҙәк менән тығыҙ бәйләнеш тота, ә Вафа партизандар араһында бик ҡатмарлы заданиелар үтәргә йөрөгән, ҡыйыу разведчик булып таныла. Тап шуға күрәлер, 1943 йылдың көҙөндә уны Украинала урынлашҡан партизандар хәрәкәтенең штабына ебәрәләр, ул бында разведчиктарҙың махсус курсын үтә.

Һуғыштың тәүге көндәренән алғы һы­ҙыҡта булып, ярайһы тәжрибә тупла­ған Вафа отрядтың командиры булып китә. Уларҙан тыш, партизан отрядының төп көсөн тәшкил иткән кешеләр араһында чех, словак патриоттары була. Тик көстәр тигеҙ булмай, оккупанттарға ҡаршы баш күтәреүселәрҙе баҫтырыу өсөн хатта СС частары ебәрелә. Халыҡ көрәште дауам итеү маҡсатында башҡа төрлө юлдар эҙләй, партизан отрядтары ойоштора. Уларҙың береһен мәғрур тау исеме менән “Бейек Татр” тип атайҙар. Партизандар “лейтенант Василий” тип мөрә­жәғәт иткән командир отрядта ныҡлы тәртип урынлаштыра. 

Отряд көндән-көн ҙурая. Лейтенант Василий-Вафа урындағы словак крәҫ­тиән­дәре араһында ышаныслы, таяныр­ҙай кешеләр эҙләй, сөнки тауҙарҙа ҡыш сығып, дошман ғәскәренә ҡаршы алышыу халыҡ ярҙамынан тыш мөмкин булмай. Ул поляк партизандары менән дә бәйлә­нешкә инә, отрядҡа файҙа килтерерҙәй тәжрибәле биш партизан уның отрядына ҡушыла.

Тик гестапо ла йоҡлап ятмай: “Бейек Татр” отряды командирының портреты тө­шөрөлгән листовкалар Словакияның ауыл-ҡалаларында кеше күрерҙәй урын­дарҙа йәбештерелә, лейтенант Васи­лий­ҙың “башына” 4 мең крона хаҡ ҡуйыла.

1945 йылдың 22 ғинуарында Штефаник исемле партизан бригадаһы командиры иғлан иткән шундай бойороҡ тарихта ҡалған: «...немецтарға ойошҡан рәүештә ҡаршылыҡ күрһәтеү маҡсатында “Бейек Татр” отряды базаһында партизандар полкы төҙөргә. Полк командиры итеп Әхмәҙуллин Василий Мостафа улын тәғәйенләргә...”

Полкта 280 кеше иҫәпләнә. Партизан­дарҙы юҡ итергә ғинуар-февраль айҙа­рын­­да фронттан вермахтың өс полкы ебә­релә. Февраль аҙағында Гиби ауылы янында лейтенант Василийҙың һәм Ҡы­ҙыл Армия составына ингән генерал Сло­бода чехословак корпусының частары ҡушыла.

Беренсе Украина фронты партизандар штабы хәбәр итеүенсә, “Бейек Татр” отря­ды ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә йәм­ғеһе 36 мәртәбә төрлө операция­ларҙы башҡарып сыға, 626 фашист һал­датын һәм офицерын юҡ итә, ике самолет, дүрт танк, биш бронетранспортер, 29 йөк һәм еңел машина, 11 орудие һәм биш минометты яндыра, немец штабын, биш күперҙе юҡ итә.

Беҙҙең яҡташҡа Украинаның Ужгород өлкәһендә урманда ҡасып йөрөгән бан­деровсыларға ҡаршы ла алышырға тура килә. Егеттең һәләттәрен белгән етәксе­ләр уны хәрби һөнәр алырға өндәй, тик ул тыуған яғына ҡайтырға ҡарар итә. Йән­төйәгенә ҡайтып, Мәсетле районы­ның Ҡорғат ауылында уҡытып йөрөгә­нендә башланғыс кластар уҡытыусыһы Флүрә менән ғаилә ҡороп, тыныс ҡына донъя көтә башлай. Артабан Мәсәғүт педагогия техникумын, Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлай.

Башҡорт халҡына хас тыйнаҡлыҡ, баҫалҡылыҡ, үҙ-үҙен әллә кемгә ҡуймау кеүек сифаттар барыһы ла герой яҡташыбыҙҙа асыҡ сағыла ине. Ул үҙенең һуғыш ваҡытында күрһәткән батыр­лыҡтары хаҡында һөйләп бармай, дан дауламай, ә дан, урау-урау юлдар үтеп, уның үҙен эҙләп таба.

Ҡасандыр иңгә-иң терәп алышҡан яуҙаштары уны оҙаҡ эҙләй, сөнки улар белгән лейтенант Василийҙың ысынбар­лыҡта башҡорт егете Вафа Әхмәҙуллин булыуы хәлде ҡатмарлаштыра. Шулай итеп, 1966 йылда ғына Мәсетле районы хәрби комиссары, майор Д.Ә. Сәғитов Вафа Әхмәҙуллинға Чехословакия Республикаһы президенты исеменән “Чехословакия тәреһе”н, “Батырлыҡ өсөн” миҙалын, “Словак ҡораллы баш күтәреүенә − 20 йыл” һәм “Чехословакия партизаны” наградаларын тапшыра.

Геройға саҡырыу хаттары яуа башлай. Һуңғы мәртәбә ул көрәштәш дуҫтары янында 1986 йылда була. Тыуған ерендә уны данлыҡлы уҡытыусы тип белһәләр, бейек Татр тауҙары буйындағы илдә ул – ҡурҡыу белмәҫ батыр һалдат, ҡыйыу командир.

Словак философы, яҙыусы Ладислав Беньо Ләмәҙтамаҡ клубында үткән осрашыуҙа яуҙашы хаҡында “Командирым бик аҡыллы, белемле, аҙ һүҙле, талапсан һәм йәш кеше ине” тигән һүҙҙәр әйтә. Һуғыштан һуң ул “Высокие Татры” в боях за свободу” тигән китапҡа партизан отряды хаҡында бер бүлекте индерә.

Вафа Мостафа улының элекке уҡыусылары менән әңгәмәләшкәндә шуны асыҡланым, балалар үҙ-ара уны “Партизан” тип йөрөткән икән. Йәшерен-баты­рыны юҡ, мәктәптә уҡығанда уҡы­тыу­сыларға яратып та, яратмай ҙа шулай исем ҡушабыҙ, ә бына Вафа ағайҙың исеме есеменә тура килә, ысынлап та, ул ғүмере буйы алғы һыҙыҡта үҙ-үҙенә талапсан партизан булып ҡалған.

Шуныһы үкенесле: илебеҙҙең яҡты киләсәге өсөн көрәшкән һалдаттарҙың батырлығы улар үҙҙәре иҫән саҡта бик үк юғары баһа алманы. Әй буйының ҡыйыу егетенең тыуыуына 100 йыл тулған көндәрҙә тыуған төйәгендә уның яҡты хәтеренә арналған изге урын булдырылһа, йәғни геройҙың үҙе кеүек талапсан оҫта ҡойған һәйкәле ҡуйылһа, был изге эш халыҡ тарафынан хуплап ҡаршы алыныр ине. Ул һәйкәл киләсәк быуынға батыр яҡташыбыҙ – “Бейек Татр” командиры Вафа Мостафа улы Әхмәҙуллин хаҡында һөйләр ине.

 

Мәүлиҙә ӘХМӘТЙӘНОВА

Мәсетле районы.

Автор фотоһы.

 

Автор:
Читайте нас: