Шоңҡар
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Февраль 2023, 14:15

"Чечен синдромы"

Ә мин учебкала гранатометтан атыу буйынса отличник инем... Тегеләргә тоҫҡап ата башланым. Күрәм – кеше урынына болот ҡына тороп ҡала. Туҙҙырам ғына тегеләрҙе... Бына шулай үтте инде беренсе алыш...

"Чечен синдромы"
"Чечен синдромы"

...1996 йылдың февраль айы. Беренсе чечен һуғышы тамамланырға уйламай ҙа әле.
Рәсәй Федерацияһы Президенты Б. Н. Ельциндың Указына ярашлы, Владикавказ ҡалаһы янындағы Камгарон тигән ерҙә, оператив тәғәйенләнешле 101-се айырым бригадаһын туплау һәм артабан Грозный ҡалаһына ебәреү өсөн әҙерләү башланды. Мин әлеге бригаданың медицина хеҙмәте кураторы итеп тәғәйенләндем. Бригаданың шәхси составы эске ғәскәрҙәрҙең бар төбәктәренән дә йыйылған һалдаттарҙан тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, медицина персоналы бөтөнләй тулы түгел ине. Шул осорҙа яҡташтар менән булған ике хәлде һөйләмәксемен.

Көрәк менән ҡулын ҡулбашынан...

Бер кәңәшмәлә Рәсәй эске ғәскәрҙәренең баш командующийы урынбаҫары, генерал-лейтенант Н. Г. Попов шундай күрһәтмә бирҙе: бригада подразделениеларын кәрәкле белгестәр менән тулыһынса тәьмин итмәгән кураторҙар үҙҙәре лә хәрби колонналар составында Грозныйға тиклем барасаҡ.
Беренселәрҙән булып Грозныйға 1-се һәм 2-се батальондар ҡуҙғалырға тейеш ине. Уларҙың һәр береһендә 560-ар кеше. Тик береһендә лә медицина хеҙмәткәре юҡ.
Бригаданың медицина хеҙмәте шәхси составы исемлеген яңынан ҡарап сыҡҡандан һуң, шуны абайланым: бригаданың зенит артиллерия дивизионында һәр батареяла санитар-инструктор бар. Ә миномет батареяһында санинструктор булып кесе сержант Фәиз Йортбәков һанала. Шунда уҡ уны 1-се батальонға тәғәйенләргә ҡарар иттем. Сөнки унда бөтөнләй медицина персоналы юҡ ине.
Йортбәковты эҙләп киттем... Урманда, көрт араһында, минометсылар ҡайнашып йөрөй... Иңбашы аша санинструктор сумка­һын аҫып алған башҡорт егете – сержантты шунда уҡ таныным. Ҡул бирешеп, таныштыҡ. Мин уға: "Фәиз ҡустым, урыҫтар, үҙҙәре кемделер еңә алмаған саҡта, һәр ваҡыт баш­ҡорттарҙы ярҙамға саҡырған. Бына тағы ла беҙгә уларға ярҙам итергә тура килә. 1-се батальон һуғышҡа медперсоналһыҙ китергә йөрөй, бара­һың­мы шунда фельдшер булып?" – тип өндәштем. Фәиз: "Кәрәк булғас, әлбиттә, барам, иптәш полковник!" – тип яуап ҡайтарҙы. Шулай килештек тә. "Мин һәр саҡ Грозныйҙа буласаҡмын, батальоныңа килеп йөрөрмөн. Ҡулымдан килгәнсә ярҙам итәсәкмен", – тип вәғәҙә бирҙем.
"Ә белемең буйынса кем һуң үҙең: фельдшермы, әллә шәфҡәт туташтары бүлеген тамамланыңмы?" – тип һорап ҡуйҙым. "Бер кем дә түгел..." – тип яуапланы ул. Шунан эске кеҫәһенән хәрби билетын сығарҙы ла, уның эсендә бөкләнеп ятҡан ҡағыҙҙы миңә һуҙҙы. Сибай ҡалаһының 10-сы мәктәбе директоры тарафынан бирелгән сандружинасылар курсын тамамлауы хаҡындағы белешмә ине ул. Баҡтиһәң, күҙҙәре насар күреүе арҡаһында, Фәиз, водителдәр курсында уҡыу урынына, класташ ҡыҙҙары менән яра бәйләргә өйрәнеп йөрөгән, имеш...
Бүтән сара юҡ – шулай итеп, медицина белеме булмаған кесе сержант 1-се батальондың фельдшеры итеп тәғәйенләнеп һуғышҡа китте...
1996 йылдың 6 август таңында Чечен ҡораллы көстәре Грозный ҡалаһына килеп инде һәм блокпостарҙағы, комендатуралағы Рәсәй армияһы подразделениеларын ҡамауға алды. Фәиз Йортбәков та шул ҡамауҙағылар араһында ине.
Хәрби журналдарҙан, рядовой Алексей Макаренко һөйләүенән: "Беҙҙең беренсе батальонда мәхшәр башланғансы, 6 августа, егерме кеше ине. Йәнә омонсылар бар. Пост командиры сирләп китеү сәбәпле, уның урынына ваҡытлыса контракт буйынса хеҙмәт итеүсе рота старшинаһы Косарев Павелды тәғәйенләнеләр. Блокпост яҡшы нығытылған ине. Бер нисә көнлөк аҙыҡ-түлек запасы, биш БК бар, кәйефтәр ярайһы. "Бүреләр" баҫа ҡалһа, тиҙ үк кире ҡағырбыҙ тигән ныҡлы уйҙабыҙ.
Таңғы етелә атыш башланды. Тиҙҙән инде ул һуғышҡа әйләнде. Көндөҙ­гө сәғәт берҙәргә ике ҡыйралған БТР-ға тейәлеп шәйләксе (разведчик) һәм спецназсылар килеп төш­тө. Ун алты хәрбиҙең барыһы ла тиерлек яралы. Егеттәргә ҡарап тороуы ҡурҡыныс ине. Боҫҡондан сығырға өлгәшкәндәр, әммә егермеләп егетте юғалтҡандар. Разведка батальоны командиры ла шулай уҡ һәләк булған. Шәп кеше ине, тип уны бик юҡһына, көйөнә егеттәр, хатта илашалар... Иптәштәрен үлемдән ҡотҡара алмағандары өсөн бөтөрөнәләр. Бик ҡаты бәрелеш булды, тиҙәр. Шулай итеп, беҙҙең КПП-ла кеше һаны артты. Унынсы августа тағы ла күбәйҙек: бер танк һәм ике БМП-ла үҙҙәренең старлейҙары менән тағы ла бер төркөм хәрбиҙәр килеп ҡушылды. Бер яҡтан – өҫтәмә көс булһа, икенсе яҡтан – артыҡ йөк. Үлгәндәрҙе – ерләргә, яралыларҙы ҡарарға кәрәк. Беҙҙең бит әле үҙебеҙҙең яралылар бихисап. Ашау яғы ла наҡыҫ. Ярай әле, омонсыларҙың бер аҙ запастары бар ине: ике тоҡ он һәм оло шешә менән шыйыҡ май. Көлсәләр менән нисек тә тамаҡ ялғайбыҙ. Ә бына һыу мәсьәләһе бик ауыр торҙо. Нисек кенә һаҡсыл тотонһаҡ та, барыбер етмәй.
Бригаданан беҙгә ярҙам ебәрергә тырышып ҡарайҙар, тик булдыра алмайҙар. Дошман беҙҙе ныҡлап ҡамап алғайны шул. Ныҡ киҫкен саҡтарҙа рация буйынса ярҙам һорап, үҙебеҙгә минометтан ут ебәрттерәбеҙ. Батареясылар бик ныҡ тырышып ярҙам итте. Миналарын постың периметры буйлап ҡына төшөрәләр ине, хас ювелирҙар һымаҡ, бандиттарҙың атакаларын кире ҡағырлыҡ итеп.
Беҙҙе еңел генә, ауыр артиллерияһыҙ ала алмаясаҡтарын аңланы, ахыры, ниһайәт, теге яҡтағылар. Парламентарийҙарын ебәрә башла­ны­лар. Имеш, бирелеүҙе һорамайҙар, хатта ҡорал менән сығырға мөмкинлек бирәсәктәр... Беҙ, үҙ-ара кәңәшләшеп алғандан һуң, үлһәк үлербеҙ, тик посты бирмәйәсәкбеҙ, тиеп килештек.
Һуғыш дауам итте. Сыҙарлыҡ та һымаҡ, тик яралыларҙың ғына хәлдәре үтә лә көсөргәнешле. Иң ауыр хәлдәгеһе – Дима Сашин, разведка батальоны хәрбиһе. Ҡулы ауыр йәрәхәтләнгән – тиҙ арала ампутация эшләмәһәң, гангрена башланып, һәләк булыуы ихтимал. Тик нисек?.. Операция эшләү өсөн ҡорамалдар ҙа, ауыртыуҙы баҫа торған дарыуҙар ҙа юҡ. Йәрәхәттәрҙе эшкәртеү өсөн ҡасаҡтарҙан һорап алған араҡы ғына бар. "Ҡул аҫтында булған әйберҙәр менән операция яһаясаҡбыҙ..." – тигән ҡарарға килде санинструктор Фәиз Йортбәков.
Башта ул сапер көрәген яҡшылап үткерләне, шунан Сашинға көсләп бер шешә араҡы эсерҙе. Иҫергән Дима аңына килгәнсе, ҡулбашына тиклем ҡулын сабып та өҙҙө... Бына шулай ҡотҡарып ҡалды уны санинструктор..."
Ул ваҡытта Чечнялағы ғәскәри төркөмдөң медицина хеҙмәте начальнигы полковник Балдецкий Анатолий Александрович ине. Һуңынан, үҙебеҙҙең главкала саҡта, мин унан шундай хәл тураһында белеү-белмәүен һораным. Ул был хәлдең ысын икәнен, үҙе үк ул һалдатҡа противогаз кейеп операция яһағанлығын һөйләне. Серей башлаған ҡулды сапер көрәге менән ҡырҡып ташлап, һалдатты үлемдән ҡотҡарып алып ҡалған санинструкторҙы хөрмәт менән иҫкә алды полковник...

Яҡташ һалдат...

"Восток" тактик төркөмө, 1995 йыл, июль.
...Бер көндө медсанбат янында ултырам. Ғәҙәттә, яралылар һәм мәрхүмдәрҙе кистән алып таңғаса килтерәләр. Күрәм: миңә бер һалдат ҡарап тора. Ябығып, таушалып бөткән. Күренеп тора – медицина ярҙамы һорап килмәгән, бүтән йомошо бар. Башҡорт егете икәнен дә тоя һалдым.
– Иптәш майор, мөрәжәғәт итергә рөхсәт итегеҙ!..
Мин – маскировка кейемендә, погонһыҙ. Дәрә­жәм­де белгәс, минең хаҡта һорашып килгән, тимәк.
– Ултыр. Тартаһыңмы? – тинем уға.
– Эйе, – тип яуапланы һалдат. Янымдан урын алды. Ҡырмыҫҡалы яғынан, 18 йәштә. Ауылса һуҙып, иркенләп һөйләшә. Төрлө ваҡ-төйәк хаҡында әңгәмә алып барабыҙ. Мин унан беренсе алышы хаҡында һөйләүен һораным. Һалдат, инәлтмәй генә, һөйләй башланы...
– Анауында түбәсек күренә бит, шунда ултырҙыҡ беҙ, траншеяларҙа. Бер көн ултырабыҙ шулай, ике көн, аҙна булып китте... Шунан, бер көндө, приборға ҡараһам – тарлауыҡ буйлап боевиктар китеп барғанын күреп ҡалдым. Ун бишләп бар. Беҙҙең яҡҡа йүнәләләр... Минең янда Петька исемле дуҫым ултыра ине. Ҡапыл ул "аһ!" итте лә, йығылып китте. Муйынынан ҡан һарҡый. "Әллә үлде инде?.. Нисек улай?" – тигән уй үтте баштан. Үлтерҙеләр... Ә мин учебкала гранатометтан атыу буйынса отличник инем... Тегеләргә тоҫҡап ата башланым. Күрәм – кеше урынына болот ҡына тороп ҡала. Туҙҙырам ғына тегеләрҙе... Бына шулай үтте инде беренсе алыш...

 

Ул егет тыуған йортона ҡайтҡандыр... Ә унда атаһы ла, әсәһе лә уны һис ҡасан аңламаясаҡ... Ә кемдер быны "чечен синдромы" тип кенә атаясаҡ һәм ошо малайҙар арҡаһында докторлыҡ диссертацияһы яҙып, профессор булып китәсәк. Бер көн дә һуғышта булып ҡарамайынса, ҡолаҡ төбөндә пуля һыҙғырыуын ишетеп тә белмәйенсә, медицина хеҙмәте полковнигы званиеһын аласаҡ...


Айҙар ХӘБИБУЛЛИН, отставкалағы хәрби табип.

Автор:
Читайте нас: