Шоңҡар
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Февраль 2023, 18:35

Барыһы ла килеп сығыр тип ышанам

— Һорамау мөмкин түгел. Һин бик ижади кешеһең. Шаяртыу, сәхнәлә сығыш яһау менән мәктәптән шөғөлләнәһең. Әммә шул юлдан бармай, ә бөтөнләй хәрби кеше булып киткәнһең...

Барыһы ла килеп сығыр тип ышанам
Барыһы ла килеп сығыр тип ышанам

Азамат менән КВН уйнағанда таныштыҡ. Ул миҙгелдә Азамат капитан булған “Нөктә.ру” командаһы ҡәҙимге билдәле ине һәм уларҙың еңеүенә бер кем дә тиерлек шикләнмәне. Әммә финалда беҙҙең “Әннәгиҙергенәйем” командаһы чемпион исеменә лайыҡ булды. Иртәгеһенә күптәр һөҙөмтәләр менән килешмәй, #Азаматберенсе тигән хэштегтар менән интернет селтәренә яҙмалар һалды. Бер аҙ кәйеф ҡырылһа ла, оноттоҡ. Ә быйыл "Кубоктар лигаһы"нда Азамат яңғыҙы сығыш яһап, еңеү яуланы һәм икенсе тапҡыр “Кубоктар лигаһы” чемпионы исемен алды. Эстән генә, улай ҙа беҙ уйнаған мәлдә улай шаяртмаған, тип уйлап ҡуйҙым, ысынлап та, беренсе булыр ине. Шуныһы үҙенсәлекле, Азамат был уйында дистанцион рәүештә ҡатнашты, сөнки әлеге мәлдә ул алыҫ Приморье крайында хеҙмәт итеп йөрөй.
Уның еңеүенә ихлас күңелдән ҡыуандым. 23 йәшлек Ейәнсура егете Азамат МӨХӘМӘТЙӘНОВ — башҡорт юморында иң яҡшы шаяртыусыларҙың береһе, тиһәм дә яңылышмаҫмын.

— Азамат, һин бит мәктәп йылдарынан, үҙең уҡыған Республика башҡорт лицей-интернаты командаһы исеменән КВН-да уйнайһың. Студент булғас, башта “Башҡорт асыҡ КВН лигаһы”, шунан “Кубоктар лигаһы”нда ҡатнаштың. Ике тапҡыр чемпион да булдың, Сочи фестиваленә лә барып ҡайттың... Нимә ул һинең өсөн КВН?
— Ул — минең мейемде тонуста тотҡан нәмә. Үҙ-үҙеңде мөхәррирләүгә өйрәткән әйбер. Иғтибар иткәнегеҙ бармы икән, юҡмы, иң сифатлы юмор төшөрөүселәр – КВН-сылар. Шул уйында автор рәүешендә үҙен тапҡан кешеләр бөтөнләй универсаль һалдаттар – сценаристар, режиссерҙар, юмористар, актерҙар, оператор-монтажерҙар, мәрәйҙәр һанаған математиктар ҙа. Ә стресҡа ҡаршы улар бөтөнләй танк.
— Башҡорт юморы тигән әйбер бармы? Булһа, нимәһе менән айырыла?
— Мин башҡорт юморын ике төргә бүлер инем: өлкән быуын юморы һәм йәш КВН-сылар шаяртыуҙары. Өлкән быуын вәкилдәре күберәк ауыл, ғаилә мөнәсәбәттәре темаһына шаярта, театраль уйын менән иғтибарҙы йәлеп итә. Телмәрҙәре бай, шаяртыуҙарҙың башын оҙон итеп яҙалар. Ябай ым-ишара менән генә лә кешене көлдөрә алалар. Башҡорт КВН-ы тыуған саҡта ла йәштәр беренсе биш-алты йыл ауыл тураһында ғына шаяртһа, артабан юмор үҫешә барҙы. Әлеге мәлдә башҡорт юморы ҡалған телдәге шаяртыуҙарҙан ныҡ айырылмай — панчтарҙың “ҡалынлығы” үҫә, динамика көслө, шаяртыуҙар араһында ҙур паузалар башҡа юҡ. Ә ысынын әйткәндә, Александр Масляковтың лигаларын ҡараған саҡта башҡорт юниор-лигаһынан (уҡыусылар өсөн КВН уйындары) да әҙерәк көләм. Беҙҙең юниорҙар афарин!
— Бер нисә йыл элек, башҡорт КВН-ында чемпионлыҡ өсөн бүләккә кубок һәм торт алғайныҡ. Ике йыл рәттән “Кубоктар лигаһы” төп приз итеп 100 000 һум бирә. Тимәк, КВН уйнап, аҡса эшләргә була инде. Ә уйындарҙы ойоштороусыларҙың хәлдәре нисек икән был яҡтан?
— Башҡорттарҙа шундай сифат бар: талантлы кадрҙарҙы ваҡытында ҡәҙерләй, уларға ярҙам итә белмәйбеҙ. Хәҙер кемгә ҡарама, бөтәһе лә үҙен генә уйлай, үҙе өсөн аҡса эшләй. Замана шундай. Шуға күрә йылдар буйы бушлай эшләп йөрөгән, ваҡыттарын башҡорт йәштәренә бағышлаған Марсель Мөхәмәтйәнов, Фидан Ҡолмөхәмәтов, Айҙар Йәнбухтин, Азат Низаметдинов күптән инде аҡса яғынан тәьмин ителеп, төрлө дәүләт премияларын алырға тейеш тип уйлайым! Әлеге мәлдә ошо дүрт кеше – уйын ойоштороусыһы ла, продюссер ҙа, администратор ҙа, жюри ла, алып барыусы ла, хатта СММ-сы ла... Бындай кешеләр башҡа бер ҡайҙа ла эшләмәҫкә генә түгел, ошо проекттары өсөн генә матди яҡтан тәьмин ителергә тейеш тип иҫәпләйем. Уларҙың эше дәүләт яғынан юғары баһаланған булһа, уйындар киң мәғлүмәт сараларында күрһәтелһә, балалар телевизорҙан башҡорт КВН-сыһы булыуы шәп икәнен күрһә, үҫеш тә булыр ине...
— Ни өсөн, һинеңсә, башҡорт КВН-ы кеүек ҙур йүнәлеш кәрәкле кешеләрҙән, вазифаларҙан хуплау тапмай?
— Беренсенән, мәҙәниәт өлкәһенә йыл һайын Рәсәй Федерацияһы бюджетынан иң аҙ күләмдә аҡса бүленә. Ә бына, белеүегеҙсә, беҙҙең хәрби сығымдар йыл һайын үҫә. Икенсенән, был бит яуаплылыҡ. Берәй вазифалы кеше, мәҫәлән, чиновник проектты алып бара, финанслай икән, уға бының өсөн бер кем дә эш хаҡы өҫтәмәй. Шуға беҙҙең сәйәсмәндәргә инициатива күрһәтеүҙән ни файҙа? Етмәһә, шаяртыу берәй түрәгә оҡшамаһа?
— Һинең хыял — “Беренсе канал”да барған Александр Масляковтың “Юғары лига”һында башҡорт командаһын күреү, тигән инең.
— Эйе, шундай уй бар ине, тик хәҙер ул хыял аҙ генә киңәйҙе. Рәсәй генә түгел, бөтә донъя медиакиңлегенә тиҙ арала кемдер мотлаҡ сығырға тейеш. Сөнки халыҡҡа был, ысынлап та, этәргес көс була ала.
— Интернет киңлектәрендә беҙҙең халыҡ бик үпкәләүсән. Бер нисә йыл элек, мәҫәлән, комик Руслан Белыйҙы Салауат Юлаев тураһында шаяртҡаны өсөн эҙәрлекләп алдылар. Һин шаяртыуҙарға үпкәләүселәргә нисек ҡарайһың?
— "Теләһә ниндәй хәрәкәт кире хәрәкәт тыуҙыра" тигәндәре дөрөҫ икән. Һуңғы ваҡытта башҡорттар ғына түгел, бөтөн донъяла кеше үсегергә яратҡас, юмор донъяһында "Ҡыҙҙырыу", "Насар шаяртыуҙар лигаһы" тигән жанрҙар килеп сыҡты. Уларҙың маҡсаты – кешене үпкәләтергә. Ундағы шаяртыуҙар бөтөнләй цензураһыҙ. Ә башҡорттарға килгәндә, ни өсөн улай тиһәгеҙ, минеңсә, беҙ гел шундай етди кешеләр булдыҡ. Йырҙарыбыҙ ҙа хатта күберәк моңһоу, һуҙынҡы, уйсан. Беҙ былай ғына йылмайып барған кешене урамда күрһәк тә аптырайбыҙ бит. Шулай уҡ шаяртыуҙар ишетһәк, ысынбарлыҡты әйтә тип ҡабул итәбеҙ. Шаяртыуҙарға ябайыраҡ ҡарарға ине, үҙеңдән көлә белергә лә кәрәк.
— Һин инстаграмдағы аккаунтыңды бик әүҙем алып бараһың. Тәү ҡараштан көлкөлө видеолар һалһаң да, республикаға ҡағылышлы бик көнүҙәк мәсьәләләр күтәрәһең...
— Башҡортостандағы социаль проблемалар тураһында туранан-тура әйтергә өйрәнмәгән­мен, шаяртыуҙар аша еткереү еңелерәк икән. Проблемалар күп, иң борсоғандары: туған телде онотоу, башҡорт халҡының һаны кәмеүе, үҫеп барған ярлылыҡ, эшһеҙлектән ир-егеттәрҙең Себерҙә эшләп йөрөүҙәре, шунлыҡтан атайһыҙ үҫкән балалар...
— Тимәк, башҡорт теле үлеп бара, тигән фекерҙәһең инде?
— Башҡорт теле ЮНЕСКОла “уязвимый (vulnerable)” статусында. Тимәк, телдә күпселек балалар һөйләшә, тик, мәҫәлән, өйҙә генә. Мин бының менән килешмәйем. "Ҡурҡыныс янай" статусы нығыраҡ тап килә: балалар телде өйҙә лә өйрәнмәй тигән һүҙ. Донъяға зәңгәр күҙлек аша башҡа ҡарарға ярамай. Мин башҡорт районы Ейәнсурала тыуып үҫкән бала, русса фекер­ләйем. Ҡалғандар ҙа шулай уҡ. Әлдә башҡорт лицей-интернатына уҡырға күстем. Әтеү бөтөнләй һөйләшә белмәҫ инем. Хәҙер хәл тағы ла насарыраҡ. Төпкөл ауылдарҙа балалар русса һөйләшеп уйнай, әсәләре быға бер ни ҙә әйтмәй. "Нисек аңламайһығыҙ, балағыҙ бер ҡасан да урыҫ була алмай!” – тип ҡысҡырғым килә... Телде һаҡлау буйынса алып барған эштәр күп, тик етерлек түгел. Ул өлкәлә белгес булһам, кәңәш бирә алыр инем, моғайын. Тик мин ысынбарлыҡты ғына баһалай алам: тел онотола.
— Өмөтһөҙ шайтан ғына, тиҙәр...
— Телде һаҡларға уйлағандарға бер тарихты уҡырға кәңәш итер инем. Чех теле 200 йыл элек үлеп барғандар хәлендә булған. Яңы власть килгәс, барыһы немецсаға күсә, ә чех теле артҡа ҡалған, наҙандар һәм ауыл кешеләре теле тип һанала башлай. Уҡыу йорттарында тик немец телендә уҡыталар, сәйәсмәндәр тик немецса сығыш яһай. Күп һүҙҙәр онотола, әҙәбиәт булмай. Чех телендә хатта бер кем дә яҙа ла белмәгән! Тик бер нисә әүҙем һәм телһөйәр кеше, үткән быуаттарҙың әҙәбиәтен уҡып, онотолған һүҙҙәрҙе тергеҙеп, һүҙлек төҙөй, китаптар баҫтыра! Шул китаптар буйынса бер нисә быуын уҡып сығып, тел яңынан терелеп китә.
— Тағы ла диалекттарҙа һөйләшкәндәрҙе икенсе милләт тип уйлаусылар бар. Был, моғайын, телебеҙҙең байлығын белмәүҙән барлыҡҡа киләлер...
– Тап шунан килеп сыға проблема: башҡорт теленең әҙәби булмаған диалекттарын ҡабул итмәү. Беҙ, ейәнсуралар, -лар, -нар ялғауҙарын ғына телмәрҙә ҡулланабыҙ. Унан бит икенсе милләт кешеләренә әйләнмәйбеҙ. “Инәй”, “әней”, “әнкәй”, “әтей” тигән кешеләр ҙә башҡорт була ала, шуны аңлағыҙ. Быны нисек барыһына ла еткерергә икәнен, хатта, белмәйем!
— Күренеп тора, Башҡортостан өсөн ныҡ ҡайғыраһың. Тимәк, киләсәктә мотлаҡ тыуған яғыңа ҡайтаһың инде?
— Башҡортостан өсөн ныҡ көйәм һәм шуның өсөн үҙемде ҡайһы саҡта әрләйем. "Үҙемде ҡайғыртыр кәрәк! Аҡсаң күп булһа, бер нисек үҙгәртеп ҡарарһың әле", – тип уйлап ҡуям. Ләкин ул аҡса килеп сыҡҡансы һуң булып китеүе ихтимал. Минең дә балаларым туған тел мөхитендә үҫһә, яҡшы булыр ине. Мотлаҡ ҡайтам!
— Шулай уҡ ил етәкселәре эшенең етешһеҙлектәре тураһында йыш яҙаһың, клиптар төшөрәһең. Киләсәктә шул кәмселектәрҙе бөтөрөр өсөн үҙең етәксе булып китергә теләмәйһеңме?
— Бәләкәй саҡта Мортаза олатай һымаҡ республика Президенты булырға хыялланған инем. Башҡа президент булырға ярамағас, сәйәсәт донъяһынан баш тарттым.
— Мәктәпте әле генә тамамлаған тәжрибәһеҙ үҫмергә һөнәр һайлағанда күберәк ата-әсәһе йә башҡа кеше кәңәшенә ҡолаҡ һалырға тура килә. Яңыраҡ сығарған “Ҡайһылай күп бурыс” тигән клибың шул тураламы? Бер кемде лә тыңларға кәрәкмәй тип әйтергә теләүеңме?
— Юҡ, бер кемде лә тыңларға кәрәкмәй тигән һүҙ түгел был. Әлбиттә, тәжрибәле кеше кәңәштәренә ҡолаҡ һалырға кәрәк! Тик бөтөн яуаплылыҡ менән юлыңды һин үҙең һайларға тейешһең. Ә “Ҡайһылай күп бурыс” һүҙҙәре менән бына нимә әйтергә теләгәйнем. Мин, 23 йәшлек кеше булараҡ, беҙҙең быуынға күп бурыстар билдәләнгән икәнен ныҡ һиҙәм. Хәҙерге тенденция шулай ҡоролған: 25 йәшкә тиклем һин яңы Илон Маск йә Аяз Шабутдинов булып, уңышлы, бай кеше булырға тейешһең. Атай-әсәйҙәр өсөн һин мәктәп, университеттарҙы тик “дүрт”кә-”биш”кә генә тамамлап, алған һөнәрең буйынса эшләүең мотлаҡ. Һиңә ул һөнәр оҡшаймы, күп аҡса килтерәме, замана талаптарына ярашлымы, мөһим түгел, иң мөһиме — һөнәр буйынса эшлә ("коммерцияла бушҡа ғына уҡыттыҡмы әллә")! Ә һин ул йүнәлеште 17 йәшеңдә һайланың! Ул ваҡытта кеше был өлкәлә эшләү оҡшармы икәнен ҡайҙан белһен? Шул ваҡыт эсендә генә хаҡтар ҙа үҫте, һин һайлаған һөнәр буласаҡ ғаиләңде түгел, хатта үҙеңде лә ашата алмай. Кеше үҙенең ҡыҙыл дипломы менән ҡатмарлы тормошта, тәжрибәһеҙ белгес булып эшкә лә урынлаша алмай, тороп ҡала. Шул уҡ ваҡытта өй һатып йә ҡуртымға алып айырым торорға ("күрше малайы инде шулай йәшәй, беҙҙең менән йәшәһәң оят булыр ул!"), инде өйләнгән, балалары булырға, эшләргә тейеш. Нисек барыһын да өлгөртөргә?
— Был йәһәттән һинең хәлдәр нисек булды? Һөнәрҙе нисек һайланың?
— Мәктәптә уҡығанда миндә “отличник” синдромы булды. 11-се класҡа тиклем үҙем өсөн иң кәрәкле фәнде һайлай алмағас, БДИ-ны 5 фәндән тапшырҙым! Географияға бәләкәй саҡтан абзыйым һөйөү тыуҙырҙы, уны 97 балға бирҙем, информатика, инглиз телен, физика, рус теле һәм математиканы ла бик уңышлы тапшырғас, ҡайһы юлдан китергә икән тип йонсоном. Эйе, шундай ҙа проблема була икән. "Ҡайһы юғары уҡыу йортона барһам да, мотлаҡ хәрби кафедра булһын, әрмелә хеҙмәт итке килмәй", —тигән уйҙар менән Мәскәү, Санкт-Петербург университеттарына һәм ӨДАТУ-ға документтарҙы бирҙем. Абитуриенттар өсөн асыҡ ишектәр мәлендә, әсәй менән ӨДАТУ-ла хәрби формала йөрөгән офицерҙарҙы күреп, һорашырға булдыҡ. Ундағы майор: "Беҙ кафедра түгел, ә хәрби уҡытыу үҙәге. Беҙҙә уҡып сыҡҡас, һин өс йыл офицер булып хеҙмәт итәсәкһең", – тигәйне, ер аҫтына төшөп китә яҙҙым. "Ниндәй тағы өс йыл хеҙмәт итеү, мин кафедраға кереп әрмегә бармау юлын эҙләгәйнем!" – тигән һүҙҙәремә әсәй: "Көтөп тор, бына бит ниндәй стипендия яҡшы бирәләр! Өҫтәүенә, хәҙерге йәштәргә ҡара: уҡып сыҡҡас, эш таба алмай һатыусы булып торалар", – тине. Мин уйландым. Мәктәптән һуң, нимә эшләргә белмәй аптырап торған һымаҡ, университеттан һуң да шулай булып ҡуймаһын, тип үҙемде контракт менән бәйләп һынап ҡарарға булдым. Был юлды һайлағаныма шатмын һәм шуға күрә әсәйемә лә рәхмәтлемен. Хәҙер Приморьела авиация часында самолет һәм вертолеттарҙың радиоэлектрон ҡорамалдары инженеры булып хеҙмәт итәм. Шул уҡ ваҡытта башҡортса видеолар төшөрәм, төрлө бәйгеләрҙә еңәм.
— Буласаҡ һалдаттарға ниндәй кәңәш бирер инең?
— Буласаҡ һалдаттарға кәңәштәрҙе биреүе минең өсөн ауырыраҡ, сөнки мин “срочник” булараҡ хеҙмәт итмәнем. Тик иң мөһимен әйтә алам — үҙегеҙҙе һәм һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ!
— Һорамау мөмкин түгел. Һин бик ижади кешеһең. Шаяртыу, сәхнәлә сығыш яһау менән мәктәптән шөғөлләнәһең. Әммә шул юлдан бармай, ә бөтөнләй хәрби кеше булып киткәнһең...
— Эйе, әлбиттә, "үҙенең яратҡан эше менән шөғөлләнгән кеше бер көн дә эшләмәй" тигән һүҙҙәрҙе йыш ишеткән бар. Тик башҡорт телендә ижад итеүселәр араһында бай кешеләрҙең береһен дә белмәйем. Йырсылар, юмористар һәм башҡалар аҡса етмәгәнлектән икенсе эшкә урынлаша ла ижадты бөтөнләй ташлай. Миңә ундай тормош кәрәкмәй. Шуға ижад — минең өсөн хобби.
— Һинең турала, һине борсоған күп кенә әйберҙәрҙе белдек. Хәҙер ғаиләң, атай-әсәйең тураһында ла белге килә...
– Ғаиләлә беҙ дүрт кеше. Атайым, Айҙар Зиннәт улы, бәләкәй сағымдан бирле Ейәнсура районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе булды, әлеге мәлдә Республика халыҡ ижады үҙәгендә эшләй. Әсәйем, Миңлегөл Ғөбәй ҡыҙы, тегенсе, костюмер булып эшләй. Азат ағайым – фотограф.
— Атайың һәм әсәйеңдән алған иң ҙур дәрес ниндәй булды?
— Барлы-юҡлы берҙән-бер ғүмерҙе йоҡлап үткәрмәҫкә! Бәләкәй саҡта өйҙә бигерәк күп йоҡлап ятһам, атай: "А-ай-бо-ой (ғәҙәттә, ошо һүҙҙәрҙән һуң уҡ һикереп тораһың) Ыстағафирулла-а... Барлы-юҡлы берҙән-бер ғүмереңде ошолай йоҡлап үткәрәһеңме, улым?"— тип уята торғайны. Әсәй ҙә көлөп, төрттөрөп ебәрә: "Ошолай ғүмер буйы, тир түгеп, ике метр кәүҙәле уландарҙы үҫтерәһең-үҫтерәһең дә, улар көнө буйы йоҡлап ята". Эй, оят булып китә ине ул ваҡытта.
Өфөлә интернатта уҡығанда бер мәртәбә дәрестән һуң йоҡлап алырға булдым. Атай шул көндө, миңә әйтмәй генә, Ейәнсуранан күстәнәс алып килгән. Дуҫым: "Азамат!" — тип ҡысҡырғанынан һуң, күҙемде асһам, ишек төбөндә, ҡулында тоҡсайҙар тотоп, атай йылмайып тора: "А-ай-бо-ой..." – тиеп һуҙа башлап та өлгөрмәне, урынымдан осоп төшөп, көлә-көлә, кейенә башланым. Хатта бер аҙ оят булғайны.
— Шунан башҡа улай йоҡламаныңмы?
— Юҡ, шул саҡтан йоҡлар алдынан ишекте бикләй башланыҡ.
— Бала саҡ тиһәң, нимәләр иҫкә килеп төшә?
— Әсәйҙең бешеренеп йөрөгән сағында матур-матур йырҙар көйләүе, ә сәйнүк уға аккомпонемент яһаған кеүек һыҙғырғаны, бешергән бәлештәренең еҫе. Туғандар менән байрамдарҙа йыйылып, хахылдап көлөшөүҙәр, олатай-ағайҙарымдың оятһыҙ шаяртыуҙары. Ҡәрсәйҙең ҡоймағы, сепаратор тауышы, өләсәйҙең ҡош теле, атайҙың эштән ҡайтҡан мәлдәре... Иҫәнғолда үткән каникулдың һуңғы көнө, юлға сығыр алдынан атайҙың: "Әйҙә! Беҙҙе бөйөк эштәр көтә", – тиеп оҙатыуҙары. Ике аҙна һайын Өфөгә алып килгән күстәнәстәре. Иҫәнғолда уҡығанда атай менән мәктәпкә машинала йөрөгәндә, иртә һайын “Юлдаш” радиоһында яңғыраған Әхәт Мортазиндың ваҡыт тураһында монологы. Ни эшләптер гел унан һуң балалар йырлаған "Көнбағыш" тигән йыр иҫтә ныҡ уйылып ҡалған. Хәҙер ул йырҙы таба ла алмайым. Бындай йылы мәлдәрҙе ҡалдырып, лицейҙа уҡырға китергә тигән теләгем дә юҡ ине. Азат ағайым ҡаты ғына: "Азамат, үкенмәҫһең, был һиңә ауыл мәктәбендә уҡыу түгел, ҡайҙа конкуренция көслөрәк, шуны һайларға кәрәк", тигәндән һуң, 12 йәшемдә унда уҡырға киттем. Ә хәҙер лицейҙағы һәр уҡытыусымды йылы итеп иҫкә төшөрәм, дуҫтарымды, тәрбиәселәремде. Минең өсөн икенсе ғаилә булдылар. Шулайыраҡ үтте минең бала саҡ.
— Ә үткән йәй һин өйләндең дә. Алиса менән нисек танышып киттегеҙ?
— Ул “Гүзәл-дэнс” бейеү ансамблендә бейей ине. Сәй эсеү сараһына мине лә саҡырғайнылар, уның йырлағанын ишетеп шаҡ ҡаттым. Уны шулай күреп ҡалдым. Ул мине шул уҡ сарала тура эфирымды ҡарап ултырғанда оҡшатҡан. Артабан минең менән осрашыр өсөн үҙе барлы-юҡлы сәбәп табып, тәки үҙенә ҡаратты. Бер нисә ай үткәс, осраша ла башланыҡ.
— Тимәк, кәләшең йырсы?
— Алиса – Башҡорт филармонияһында йырсы. Башҡортостан буйлап гастролдәрҙә йөрөй. БДПУ-ла һәм Сәнғәт институнда уҡып та йөрөй. Үҙе Салауат ҡалаһынан.
— Ниндәй уй-хыялдар менән янып йөрөйһөң?
— Үҫкән һайын аңлайым: күп кеше яратмаған эшендә тик аҡса өсөн генә йөрөй. Донъя шулай ҡоролған тип, ғаиләне ашатам тип, беҙ көн һайын тиерлек үҙебеҙҙе яратмаған эшкә йөрөтәбеҙ. Әлеге мәлдә нисек хоббийымды аҡсаға әйләндерергә икән тип уйлайым. Йә булмаһа, оҡшаған эште табып, күп итеп аҡса эшләргә. Барыһы ла килеп сығыр тип ышанам! Һәр беребеҙгә лә яратҡан шөғөл менән мауығырға һәм шуның менән күп аҡса эшләү бәхете тейеүен теләйем! Беҙ, башҡорттар, берәй аныҡ маҡсат ҡуйылһа, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай еңеүгә ирешәбеҙ. Киләсәгебеҙ яҡшы булыр тип ышанам!


Заһиҙә МУСИНА әңгәмәләште.

Автор:
Читайте нас: