Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Февраль 2023, 16:15

Балалы ла илай, балаһыҙ ҙа...

Ирем үҙе бала табыу йортона барып ташландыҡ бала алыуға сиратҡа торҙо. Бына, ниһәйәт, беҙҙе саҡырттылар: йәш студент ҡыҙ бала тапҡан да унан баш тартҡан.

Балалы ла илай, балаһыҙ ҙа...
Балалы ла илай, балаһыҙ ҙа...

...Ирем менән 10 йыл йәшәгәндән һуң бала алырға булдыҡ. Башта үҙебеҙҙеке булырына өмөт бар ине, унан аналыҡтағы ике торбала ла яралғы туҡтап, улар шартлағас, бәпес һөйә алмаясағыбыҙ көн кеүек асыҡ ине. Ирем үҙе бала табыу йортона барып ташландыҡ бала алыуға сиратҡа торҙо. Бына, ниһәйәт, беҙҙе саҡырттылар: йәш студент ҡыҙ бала тапҡан да унан баш тартҡан. Унда ла ирем йөрөнө, үҙе юлланы, үҙе хәстәрләне. Шулай итеп беҙ ҡыҙлы булдыҡ. Бәпесте ҡарарға килгән табип: -Баланың тыуғанда ауырлығы күпме ине?—тип һораны. Мин иремә ҡарайым. Ул шуныңсама, тип яуапланы. Тағы балаға ҡағылышлы әллә күпме һорау бирҙе. Нимә һораһа ла мин иремә ҡарайым бит ине. Бер мәл табип: -У вас что папа рожал что ли ребенка?--ти.
Балалы ла илай, балаһыҙ ҙа...
Балалы ла илай, балаһыҙ ҙа...
Ошо арала дауахана юлын йыш тапайым. Аңһыҙ ҡазаға юлығып туғаным бағынып ята. Янына көндә барам, хәлемдән килгәнсе ҡарайым. Инеүем була ҡыҙ янында ятҡан әбей:

-Көндә киләһең, ә бына минең ике ҡыҙым күҙҙәрен дә күрһәткәне юҡ, өс аҙна ятам инде,--тип ауыр көрһөнә, өҫкә аҫып ҡуйылған аяғын ыуып. –Ятып тәнем тишелеп бөттө.

Кисә инһәм яңы күрше килгән, янында ҡыҙы йүгереп йөрөй. Теге ҡатын хәҙер быларға көнләшеп ҡарай.

-Ҡыҙығыҙ бик ипле, әсәй тип өҙөлөп тора,--тием мин дә яңы күршегә һүҙ ҡушып.

-Әйтһәм әйтәйем, ул минең тапҡан балам түгел, бағып үҫтергән генә ҡыҙым,--тине.

...Ирем менән 10 йыл йәшәгәндән һуң бала алырға булдыҡ. Башта үҙебеҙҙеке булырына өмөт бар ине, унан аналыҡтағы ике торбала ла яралғы туҡтап, улар шартлағас, бәпес һөйә алмаясағыбыҙ көн кеүек асыҡ ине. Ирем үҙе бала табыу йортона барып ташландыҡ бала алыуға сиратҡа торҙо. Бына, ниһәйәт, беҙҙе саҡырттылар: йәш студент ҡыҙ бала тапҡан да унан баш тартҡан. Унда ла ирем йөрөнө, үҙе юлланы, үҙе хәстәрләне. Шулай итеп беҙ ҡыҙлы булдыҡ. Бәпесте ҡарарға килгән табип:

-Баланың тыуғанда ауырлығы күпме ине?—тип һораны.

Мин иремә ҡарайым. Ул шуныңсама, тип яуапланы. Тағы балаға ҡағылышлы әллә күпме һорау бирҙе. Нимә һораһа ла мин иремә ҡарайым бит ине.

Бер мәл табип:

-У вас что папа рожал что ли ребенка?--ти.

-Юҡ, атай тапманы баланы, ә юллап алып ҡайтты дауахананан,--тинем аптырап.

-Бынау ғына тар бүлмәлә тораһығыҙ, нимәгә кәрәк һеҙгә кеше балаһы! – тигәйне баштарым әйләнеп китте.

...Алайҙа алғанбыҙ ҡыҙыбыҙҙы. Буласаҡ табип. Уға иш итеп беҙ балалар приютынан тағы өс бала алдыҡ әле. Һәр баланың үҙ өлөшө, Аллаға шөкөр бер ҙур ғаилә булып йәшәйбеҙ. Ҡасандыр дөйөм ятаҡтың тар ғына бүлмәһендә ултырһаҡ, әле ҡала уртаһында ике ҡатлы йорт һалып сыҡтыҡ. Өйөбөҙҙә бала тауыштарын тынмай. Тормош юлдарында тик яҡшы кешеләр генә осраһын инде.

-Уныһы шулай,--тип йылмая туғаным. –Бынау ҡатындың зарланыуын тыңлап арыным. Алайҙа яныма тормошҡа яратып баҡҡан, уның һәр һынауын сабыр ҡабул иткән, шөкөр итә белгән күршем килде.

Балалы ла илай, балаһыҙ ҙа тигәндәй, ни сәсһәң, шуны ураһың икән ул. Тормош – ул һәр кемдең сағылышы икән, бында шуға төшөнөп, үҙемдең ни гонаһтарым өсөн ҡазаға тарыуымдың сәбәптәрен асыҡларға тырышып ятыуым, ти туғаным.

Фото:

bobbiphoto.com

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: