Шоңҡар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Март 2023, 22:00

Тормош күрке – әсәй эргәһендә, әсә ҡарашының наҙында

Уны яҙмыш ҡосағына ташланып, әсә наҙы, әсәләрсә хәстәрлектән мәхрүм етем сабыйҙарҙың ҡараңғы яҙмышында яҡты нур булып балҡып, уларға донъялағы иң изге “әсәй” һүҙен әйтеү бәхетен биргән мәрхәмәтле, изге йөрәкле әсә тип әйтергә мөмкин.

Тормош күрке – әсәй эргәһендә, әсә ҡарашының наҙында
Тормош күрке – әсәй эргәһендә, әсә ҡарашының наҙында

Тормош күрке – әсәй эргәһендә, әсә ҡарашының наҙында

тип данлай шағирә Әнисә Таһирова иң изге, ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәйҙәрҙе. Ошо һүҙҙәр Таш-Аҫты ауылында йәшәүсе изге әсә – Гөлнар Ғәлимйән ҡыҙы Зәйнешеваға төбәп әйтелгән кеүек. Уны яҙмыш ҡосағына ташланып, әсә наҙы, әсәләрсә хәстәрлектән мәхрүм етем сабыйҙарҙың ҡараңғы яҙмышында яҡты нур булып балҡып, уларға донъялағы иң изге “әсәй” һүҙен әйтеү бәхетен биргән мәрхәмәтле, изге йөрәкле әсә тип әйтергә мөмкин.

Күгәрсен районының Ялсы ауылы ҡыҙы Гөлнар иптәш ҡыҙы Ҡәҙриәнең тыуған ауылы Имәндәшкә ҡунаҡҡа килгәндә үҙенең тормошон ошо ғәжәйеп гүзәл яҡтар, күрше Таш-Аҫты ауылы менән бәйләрен башына ла килтермәй. Яҙмышы уны ошо ауылдың Әнүр атлы аҫыл егете менән осраштыра ла башҡаса айырмай. Өйләнешкәс, икеһе лә башлаған уҡыуҙарын тамамлап, һөнәргә эйә булғас, ауылға ҡайтып, бында төпләнергә ҡарар итәләр. Өс улға ғүмер бирәләр. Йорт һалалар.Танышып яҙмыштарын бер бөтөн итеүҙәренә лә 35 йыл ғүмер үткән, ошо арауыҡта дүрт ейән-ейәнсәргә олатай-өләсәй ҙә булғандар.
Ғүмер даръяһы туҡтамай аға бирә. Инде улдары тормошта үҙ юлдарын табыр өсөн бер-бер артлы тыуған йорттан сығып китә. Хәҙер иң өлкәне – Айнур - күмәк балалы (өс ҡыҙ Әлфинә, Динә, Алтынай, Айбулат исемле улдың атаһы) ғаилә башлығы, ғаиләһе менән Имәндәштә төпләнгән, уртансыһы – бер улдың (Ислам) атаһы Әмирҙәре ғаиләһе менән тыуған ауылында айырым йортта йәшәй, оя төбө – Тимур әлегә ғаилә ҡормаған, үҙҙәре янында, ситкә йөрөп эшләй.
Зәйнешевтарҙың ҙур, иркен өйө етемһерәп ҡалғандай була. Бер булһа ла ҡыҙҙы һөйгөһө килә уларҙың һәм был хыялды ысынға ашырырға уйлап, берәй етем ҡыҙҙы тәрбиәгә алырға уйлашалар. Атай-инәйҙәренең был ниәтен улдары ла хуплай.
Мәләүез балалар йортонан бер ҡыҙҙы тәрбиәгә алырға йөрөгәндә, уның һеңлеһе лә барлығын әйтәләр. Бер туған сабыйҙарҙы айырырға баҙнат итмәй, икеһен бергә алырға тигән ҡарарға киләләр. 2011 йылда Гөлнар Ғәлимйән ҡыҙы менән Әнүр Зәйнулла улы балалар йорто менән килешеү төҙөп, 3 йәшлек Евгения менән 2 йәшлек Екатеринаны алып ҡайталар. Тора-бара уларҙың тағы ла бер һеңлеләре (Яна) сабый йортонда булыуы билдәле була, уны ла барып алып, өсөһөн дә атай-әсәйле итәләр. Йорттарын нурлап, биҙәк өҫтәп, бер түгел, өс бер туған йәшәй башлай. Уларҙың тормошо йәнләнеп, өй эсе сәскә кеүек ҡыҙҙарҙан йәмләнеп китә. Хәҙер улар Зәйнешевтарҙың үҙ балалары кеүек, башҡортса һөйләшәләр. Барыһы ла Гөлнар менән Әнүргә “инәй”, “атай” тип өндәшә. Ғаиләгә килгәндә сабый ғына булһалар, хәҙер үҫкәндәр. Имәндәш мәктәбенә йөрөп, Женя – 8-се, Катя – 7-се, Яна 2-се класта уҡый. Үҙенең ғаиләлә иң кесеһе - иң һөйөклөһө икәнен тойған Яна иркен, матур йортта ике ғәзиз кешеһе тирәләй өйөрөлә, йөрәк йылыһын барыһына ла тигеҙ өләшкән яғымлы, хәстәрлекле әсәһе янынан китмәй иркәләнеп, наҙланып ҡына йөрөй, күбәләктәй кейенеп барыһының иғтибарын үҙенә йәлеп итә, апай-ағайҙарының күп булыуына һөйөнөп бөтә алмай.
Зәйнешевтар етемдәрҙе өйлө генә түгел, ә бәхетле лә итә алған. Ғаилә усағы янында ҡыҙҙарға ни тиклем рәхәт икәнен йөҙҙәренә бер ҡарау менән күрәһең. Һәр береһенең үҙ шөғөлө, яҡшы уҡыйҙар, спорт менән, волейбол, баскетбол секцияһында шөғөлләнәләр, район, республика ярыштарында ҡатнашалар. Женя һүрәт төшөрөргә ярата, сәйлән теҙеп, төрлө әйберҙәр эшләйҙәр. Был ғаиләлә тәрбиәнең иң һыналған ысулы – хеҙмәткә һөйөү уятыу. Хужалыҡта күпләп мал аҫрала, себештәр үҫтерелә, баҡсала йәшелсә уңа, барыһында ла ҡыҙҙар атай-әсәйҙәренең төп ярҙамсылары. Барыһы ла бешеренергә яраталар, йәйен күмәкләшеп еләк-емеш йыялар. Урман хужалығы хеҙмәткәре һөнәрле - ғаиләне туйындырыусы ғаилә башлығы умартасылыҡ, оҫталыҡ эше менән шөғөлләнә.
“Тапҡан түгел, баҡҡан – әсә”, “Аталы бала – арҡалы, инәле бала – иркәле” тип халыҡ бушҡа әйтмәгән. Был мәрхәмәтле ғаиләгә ҡарап, шундай яуаплы аҙымға батырсылыҡ итеүҙәренә хайран ҡалаһың. Ҡыҫҡаһы, ҡыҙҙар ышаныслы ҡулдарҙа, тип әйтергә була. Евгения, Екатерина, Янаның бөгөн тулы ғаиләһе, бәхетле итер, үҙҙәрен ҡурсалар, арҡа терәр атайҙары, иркәләнер инәйҙәре бар.

Индира ИШКИНА.

Сығанаҡ: "Табын" гәзите.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: