Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Март 2023, 20:37

"Атайымды онотмағанығыҙ өсөн рәхмәт!"

Иҫтәлекле сара яҡташ яҙыусыбыҙ хаҡында яҡты иҫтәлектәргә һәм хәтирәләргә бай булды.

"Атайымды онотмағанығыҙ өсөн рәхмәт!"
"Атайымды онотмағанығыҙ өсөн рәхмәт!"

Ҡырмыҫҡалы районының Ҡарлыманбаш ауылында тыуып үҫкән Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Фәрит Иҫәнғоловтың тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан Иҫке Бәпес ауылында хәтер кисәһе уҙған. Был турала «Даирә» гәзитендә хәбәр ителә.

«Хәтер кисәһендә Өфөнән ҡунаҡтар — райондың почетлы гражданы, журналистика ветераны Фәнил Ҡоҙаҡаев, шағир һәм журналист Ниязбай Сәлимов, Башҡортостан милли архивы хеҙмәткәре, Фәрит Иҫәнғоловтың улы Таһир Иҫәнғолов ҡатнашты. Мәҙәниәт йортоноң «Бөрлөгән» ансамбле ҡунаҡтарҙы йыр-моң менән ҡаршы алды. Фәрит Иҫәнғоловтың һәйкәленә сәскәләр һалынғас, «Нур» мәсете имам-хатибы Рәфил хәҙрәт яҙыусы рухына бағышлап аят уҡыны. Ҡунаҡтар әҙиптең тормош һәм ижад юлына, халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәренә арналған күргәҙмәләр менән танышты. Артабан хәтер кисәһе ауыл китапханаһында дауам итте.

Иҫтәлекле сара яҡташ яҙыусыбыҙ хаҡында яҡты иҫтәлектәргә һәм хәтирәләргә бай булды. Һәр сығыш яһаусы Фәрит ағайҙың үҙенсәлекле талант эйәһе булыуын тағы бер ҡат билдәләне.

— Атайымдың яратҡан шөғөлдәре бихисап булды. Бер заман ул мөкиббән китеп балыҡсылыҡ менән шөғөлләнә башланы һәм был өлкәгә ҡағылған бөтә мәғлүмәтте өйрәнде. Ул ҡалҡыуысҡа ҡарап ултырған саҡта үҙенең әҫәрҙәре тураһында күп уйлана торғандыр. Икенсе юлы ул бәшмәк йыйыуға әүәҫләнеп китте һәм тағы ла был тема буйынса үҙенә бик күп мәғлүмәт тупланы. Шулай итеп, ул балыҡ һәм бәшмәк тураһында сәғәттәр буйына лекция һөйләр ине. Шуныһы ҡыҙыҡ: балыҡҡа барһа, беҙҙең өйҙәге ванна балыҡ менән тулды, ә бәшмәккә барһа иһә күпте күргән ваннабыҙ тулы бәшмәк булды. Шунан ғаиләбеҙ менән күмәкләшеп балыҡ йә бәшмәк таҙартырға тотонабыҙ. Атайым ҡунаҡтарын ҙур ғорурлыҡ менән тоҙланған, кипкән, быҡтырылған һәм башҡа бик күп төрлө балыҡ һәм бәшмәктәр менән һыйланы. Баҡса һатып алғас, атайым бик шәп баҡсасыға әүерелде һәм был эштең профессорына әйләнде тиһәң дә була. Орлоҡтар һайлап һатып алып, бөтә нәмәне үҙе үҫтерҙе. Көн һайын иртән тороп, электричкала Өфөнән Йоматауҙағы баҡсаға барып, парниктарын асып ҡайта. Кис көнө барып һыу һибеп, парниктарын кире ябып ҡайтып китә. Был эш көҙгә тиклем көн дә ҡабатланды. Уның баҡсаһында нимә генә юҡ ине, хуш еҫле сәскәләре күҙҙең яуын ала торғайны. Мин бәләкәй саҡта атайым: «Был баҡсала минең бармаҡтар теймәгән бер квадрат сантиметр ҙа юҡ», - тигәйне. Баҡса ҙур бит, бының булыуы мөмкин түгел, тип уйлағайным ул саҡта. Ә хәҙер үҙем 40 йыллап атайымдың баҡсасылыҡ эшен дауам итәм һәм бөгөн мин дә тап уның һымаҡ әйтә алам. Атайымдың аспирантураға уҡырға инеүен дә күп йылдар үткәс кенә белеп ҡалдыҡ. Әммә уға унда уҡыу мөмкинлеге теймәгән. Әгәр аспирантураны тамамлаған булһа, атайым кандидатлыҡ диссертацияһында ғына туҡталып ҡалмаҫ ине, моғайын. Бәлки, академик дәрәжәһенә барып етер ине, сөнки ул һәр нәмәне еренә еткереп эшләй торған кеше булды, — тип ҡыҙыҡлы хәтирәләре менән уртаҡлашты Таһир Фәрит улы һәм, атайымды онотмағанығыҙ, ҙурлағанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт белдерәм, тине.

Был кисәлә, Өфө ҡунаҡтарынан тыш, яҡташтарыбыҙ — Ҡырмыҫҡалы районы Табын ырыуының ҡор башы Фәрғәт Ҡотлобаев, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңниса Камалова, шағирә Фирүзә Абдуллина, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Зәбирә Ғәҙелшиналар ҙа яҡты иҫтәлектәре менән бүлеште.

Бай программалы һәм йөкмәткеле кисә барышында «Умырзая» ансамбле йыр-моңдар бүләк итте, мәктәп уҡыусылары — Нурсилә Хәсәнова, Гөлназ Хәлитова, Алһыу Ҡаһарманова Фәрит ағайҙың хикәйәләрен һөйләне, «Шатлыҡ» театр төркөмө «Төнгө ылау» повесынан өҙөк сәхнәләштерҙе. Миңниса апай башҡарған «Ағиҙел» йыры ла тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. Ҡунаҡтарҙың һәр береһе ауыл һәм мәктәп китапханаларына китаптар бүләк итте. Райондың «Үҫеш» ойошмаһы (директоры — Р.Р.Шайбәков) исеменән Айгөл Нуриева «Табын» башҡорт ырыуҙары тарихы буйынса китаптарын тапшырҙы. Сара һуңында ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Азамат Ғәйфуллин матур кисә ойоштороусыларға һәм ҡунаҡтарға ҙур рәхмәт белдерҙе.

Туған телдең байлығын һәм матурлығын аңларға, образлы һүҙҙең нәфислеген, көсөн тойорға өйрәтеүсе мәңгелек әҫәрҙәр авторы Фәрит Иҫәнғолов тураһындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр һәм киләсәк быуындарға ла етер тип ышанабыҙ», - тиелә Розалия Назарованың яҙмаһында.

Автор:
Читайте нас: