Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
14 Март 2023, 16:30

Өфө "Герой ҡатыны" федераль фотопроектына ҡушылды

Уның асылы шунда: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындары хәрби кейемдә фотоға төшә.

Өфө "Герой ҡатыны" федераль фотопроектына ҡушылдыӨфө "Герой ҡатыны" федераль фотопроектына ҡушылды
Өфө "Герой ҡатыны" федераль фотопроектына ҡушылды

Өфө «Герой ҡатыны» фотопроектына ҡушылды. Уның асылы шунда: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындары хәрби кейемдә фотоға төшә.

Проект Һамарҙа барлыҡҡа килде. Уны 2-се армия командующийының хәләл ефете Екатерина Колотовкина һәм фотограф уйлап тапҡан. Социаль селтәрҙә был идеяны әүҙем күтәреп алдылар һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә илдең 50 төбәгенән ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашҡан.

Башҡортостандың баш ҡалаһында акцияла 50-нән ашыу ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашҡан. Фотолар проекттың социаль селтәрҙәге рәсми төркөмөндә урынлаштырыла. Улар ҡатнашыусыларҙың тарихы менән бергә бара: кемдер иренең, атаһының, улының, ағаһының ҡайтыуын түҙемһеҙлек һәм иман менән көтә. Ә кемдер үҙенең яҡлаусыһының бер ҡасан да ҡайтмаясағын белә. Мәҫәлән, һәләк булған яугирҙарҙың береһенең әсәһе Гөлнара һөйләүенсә, уның яралы улы командирҙы санчасҡа алып килгән, ә үҙе аяҡтары йәрәхәтләнгән килеш артабан рация буйынса командалыҡ итеүен дауам иткән.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-03-14/ufa-prisoedinilas-k-federalnomu-fotoproektu-zhena-geroya-3177102

Автор:
Читайте нас