Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Март 2023, 08:00

Бейеклектәрҙе иңләп осҡан башҡорт бөркөтө

Башҡортостан халҡы танылған хәрби летчик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың 100 йыллығын билдәләне.  Хөкүмәт ҡарарына ярашлы ҙур саралар Өфө ҡалаһында, шулай уҡ геройҙың тыуған яғы Илеш районында ла уҙғарылы. Легендар летчик-штурмовик барыбыҙ өсөн дә ҡаһарманлыҡ өлгөһө. Ә беҙҙең Ауырғазы районы Мораҙым ауылы халҡы айырыуса ғорурлыҡ кисерә, сөнки Муса Гәрәевтың осоусы булып китеүендә, уның «ҡанаттарын» нығытыуында беҙҙең ауылдашыбыҙ ҙур урын биләй.

Бейеклектәрҙе иңләп осҡан башҡорт бөркөтө
Бейеклектәрҙе иңләп осҡан башҡорт бөркөтө

Шәхес

Бейеклектәрҙе иңләп осҡан башҡорт бөркөтө

          Башҡортостан халҡы танылған хәрби летчик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың 100 йыллығын билдәләне.  Хөкүмәт ҡарарына ярашлы ҙур саралар Өфө ҡалаһында, шулай уҡ геройҙың тыуған яғы Илеш районында ла уҙғарылы. Легендар летчик-штурмовик барыбыҙ өсөн дә ҡаһарманлыҡ өлгөһө. Ә беҙҙең Ауырғазы районы Мораҙым ауылы халҡы айырыуса ғорурлыҡ кисерә, сөнки Муса Гәрәевтың осоусы булып китеүендә, уның «ҡанаттарын» нығытыуында беҙҙең ауылдашыбыҙ ҙур урын биләй. Өфө тимер юлы техникумына уҡырға ингәс, осоусы булырға теләге Муса Гәрәевте Осоавиахимдың аэроклубына килтерә. Бында аэроклуб етәксеһе Ғәлимйән Мөхәмәтйән улы Ишмырҙин уның хыялын тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Шуға ла беренсе башҡорт осоусыһы, Башҡортостан “Осоавиахим”ы Үҙәк Советының хәрби летчиктар мәктәбе етәксеһе, илебеҙгә 24 Советтар Союзы Геройы әҙерләгән майор Ғәлимйән Мөхәмәтйән улы Ишмырҙин тураһында иҫкә алыу урынлы булыр.

        Ғәлимйән Ишмырҙин 1903 йылдың 15 мартында меркет-мең ерендә, әлеге Ауырғазы районының Иҫке Мораҙым ауылында, Мөхәмәтйән һәм Миңлеғәйшә Ишмырҙиндәрҙың ете балалы ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә. Ауыл музейында буласаҡ осоусы Ғәлимйән Ишмырҙиндың ете быуынға тиклем ата-бабаларының яҙмыштарын раҫлаған документтар бар. Был рәсми ҡағыҙҙарҙан ата-бабаларының һәр ваҡыт Ватаныбыҙҙы һаҡларға әҙер булып, төрлө ҙур походтарҙа ҡатнашыуҙарын күрәбеҙ. Мәҫәлән, ете быуын ҡартатаһы Таймаҫ Мратовтың 1771 йылда казактар сафында Смоленск ҡалаһында походта булыуы, ә бабалары Абулхалик Ишкининдың 1812 йылда француздарға ҡаршы ҡаһармандарса һуғышыуы һәм Мөхәмәҙрәхим Ишкининдың 1830-1835 йылдарҙа 11-се Ырымбур казак полк сафында поляк башкүтәреүселәренә ҡаршы һуғышта ҡатнашыуы билдәләнгән. Ҡартатаһы Ишмырҙа ла һәм уның дүрт ир туғандары ла Башҡорт-мишәр казак ғәскәрендә хеҙмәт иткәндәр, ә туғаны Сауһан 1915 йылда герман һуғышында һәләк була. Ғәлимйән Ишмырҙиндең атаһы Мөхәмәтйән Ишмырҙа улының, 1917 йылғы Рәсәй ауыл хужалығы иҫәпләүҙәренең күрһәткестәренә таянып, урта хәлле крәҫтиән булыуы билдәле. Хужалығында ике эш аты, ике һыйыр, ике башмаҡ, бер быҙау теркәлгән. Барлығы 20,4 дисәтинә һөрөнтө ере булған, шуның 12 дисәтинәһенда иген сәскәндәр, ике дисәтинә ерен парға ҡалдырған, ә 6,40 дисәтинә ерен ҡуртымға биргән булған. Аталары Ғәлимйән үҙ ваҡытына ҡарап уҡымышлы, ауылда совет власы урынлаштырыуҙа әүҙем ҡатнашыусы була. 1919 йылдың 15 июлендә Иҫке Мораҙым ауылында беренсе ауыл советы төҙөлә һәм уның беренсе рәйесе итеп Мөхәмәтйән Ишмырҙа улы һайлана. Аталары Мөхәмәтйән Ишмырҙиндың да бар меркетлеләр кеүек ҡыйыу, түәккәл булыуы тураһында ошо бер генә миҫал да раҫлай. Ауылдарҙа совет власы урынлашҡас, күрше Беляковка украин ауылы крәҫтиәндәре эргәләрендә генә булған Ҡыҙыл йылғаһы буйы бесәнлектәренә ҡул һуҙа башлай: бер нисәһе йыл да ҡуртымға алып бесән сапҡан була, бының менән риза булмай, улус башлыҡтарына ерҙәрҙе үҙҙәренә һорап мөрәжәғәт итәләр. Быны ишетеп, Мораҙым ауылының иң ҡыйыу ирҙәре Өршәк йылғаһының аръяғына сығып, туғай бесәнлектәренә яҡын урында Ҡыҙыл Өршәк ауылына нигеҙ һала. Ике йыл эсендә егермеләп йорт хужаһы күсеп ултыра, улар араһында ғаиләһе менән Мөхәмәтйән Ишмырҙин да була.

     1919 йылда ауылда биш кешенән беренсе комсомол ячейкаһы төҙөлә, уның составында йәш, ҡыйыу Ғәлимйән Ишмырҙин да тора. Илдәге ҙур үҙгәрештәрҙең уртаһында ҡайнау, ата-бабалары кеүек тыуған илде һаҡлау бурысын тормошҡа ашырыр өсөн 1920 йылда 17 йәшлек Ғәлимйән Ишмырҙин үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армия сафына баҫа. Айырым Башҡорт уҡсылар бригадаһы сафында хәрби хеҙмәттә, унан һуң Кавказда совет власына ҡаршы көстәр менән бәрелештә ҡатнаша. 1925 йылда Баҡы, Тифлис ҡалаларында кесе ҡыҙыл командирҙар курсында уҡый. 1927 йылда Ғәлимйән Ишмурзин Борисоглебскиҙағы 2-се хәрби һауа осоусылар мәктәбенә уҡырға керә һәм 1928 йылда уңышлы тамамлап мәктәптә курс командиры итеп ҡалдырыла. 1934 йылда Ырымбур осоусылар мәктәбендә төплө белем һәм күнекмәләр ала. Хәрби хеҙмәттә Ғәлимйән Ишмырҙиндың иптәштәрен әйҙәй белеү һәләте, төрлө ойоштороу эштәренә таланты асыла, ул үҙен йәштәргә бөтә яҡтан өлгө булырлыҡ хәрби осоусы итеп күрһәтә. 1935 йылдың башында Башҡортостан хөкүмәтенең һорауы буйынса РККА сафынан Ғәлимйән Ишмырҙинды Башҡортостанға аэроклубтар төҙөргә һәм осоусылар әҙерләргә ҡайтаралар. Хәрби осоусыны Өфө аэроклубы етәксеһе итеп, бер нисә айҙан Башҡорт АССР-ы Осоавихимының бүлек начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. Яңы етәксене ӨФӨ аэроклубында бик күп эштәр көтә. Аэроклуб иҫке сиркәү бинаһында урынлашҡан, бында бары берәр урынлы ике пленар (осоу аппараты), алты парашют һәм бер У-2 уҡыу самолеты ғына булған. Ғәлимйән Мөхәмәтйән улына ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Башҡортостан авиацияһының үҫешен яйға һалырға, аэроклубтар һәм уның филиалдарын булдырыу кеүек мөһим эштәр атҡарырға тура килә.

       Беҙ бәләкәйҙән ауылыбыҙҙан ҙур хәрби осоусы сығыуын, уның самолет менән ауылға ҡайтып йөрөгәнен ишетеп үҫһәк тә, уның тормошо, хеҙмәттәге уңыштары тураһында яҡшы белмәй инек. Ғәлимйән Ишмырҙиндың башҡорттар араһынан беренсе осоусы булыуы, ҡыҫҡа ғына ваҡытта ике меңгә яҡын осоусылар әҙерләүе, ҡанатлы егеттәрҙең Бөйөк Ватан һуғышы күгендә күрһәткән батырлыҡтары тураһында үткән быуаттың 80-се йылдарында уның ҡул аҫтында эшләгән осоусы-инструктор, һуғыш ветераны Глеб Барановтың «Ленинсы» гәзитендә йыш ҡына баҫылған яҙмалары аша таныштыҡ. Бер яҙмаһында ул Ғәлимйән Ишмырҙинды “Күк йөҙө аллаһы” менән тиңләй, ҡыҫҡа ғына ваҡыт араһында самолеттар ҡайтартыуы, уҡыу-методик база булдырыуы, тиҙ арала ҡалаларҙа аэроклубтар төҙөп, уларҙың эшмәкәрлеген яйға һалыу кеүек ҙур эштәр башҡарыуы, үҙенең оҫтанан-оҫта осоусы икәнен дә күрһәтеп һоҡландырыуы хаҡында бәйән итә. Глеб Барановтың яҙмаларынан: “ул эшкә килгәндә бер самолет булһа, 1938 йылда Өфө аэроклубында инде ҡырҡ биш самолет була, һуғыш алдынан уларҙың һаны 60-тан ашып китә. Әгәр ҙә 1935 йылда 14 осоусы тәрбиәләнгән икән, 1936 - 1941 йылдың беренсе яртыһында Ҡыҙыл Армия сафына 1149 летчик әҙерләп сығарыла. Стәрлетамаҡ, Бөрө, Благовещен, Белорет ҡалаларында аэроклубтар ойошторола. 1940 йылда Стәрлетамаҡ клубы пилоттар әҙерләү буйынса илдә икенсе урын ала, ә 1941 йылда Белорет аэроклубы Бөтә Союз ярышында еңеү яулай”. Ошо мәғлүмәттәрҙән беҙ яҡташыбыҙ етәкселек иткән осорҙағы Башҡортостан авиацияһы ҡаҙаныштарын асыҡ күрәбеҙ.

Барыһы ла уңышлы булған кеүек тә. Ләкин “ҡара” 1937 йыл Ғәлимйән Ишмырҙинды ла урап үтмәй. Ул 1937 йылдың көҙөн ялған яла буйынса ҡулға алына. Шпионлыҡ-диверсия алып барыуы буйынса эш асып, бер йылға яҡын уны төрлө язаларға дусар итәләр. Ҡатыны Вера Павловнаға ике улы менән (бәләкәйе Салауатҡа бары бер йәш була) ошо ауыр саҡта фатирҙы азат итергә ҡушалар. Урамда ҡалған йәш ҡатын балаларын алып тыуған ҡалаһы Борсоглебскиға ҡайтып китә, тик унда ла туғандары “халыҡ дошманы” ҡатынын бик һалҡын ҡаршылай. Бер йылға яҡын Вера Павловна балалары менән баҡсалағы һарайҙа йәшәй. Берҙән бер табышы, диңгеҙ флотында капитан булып хеҙмәт иткән ағаһы Николайҙың почта аша ебәргән аҡсаһы була. Ғәлимйән Ишмырҙиндың тыуған ауылына ла НКВД вәкилдәре килеп етә. Аталары алдан күрә белеп Өфөлә эшләп йөрөгән балалары Сәлимйән һәм Нәфисәгә тиҙерәк Урта Азияға китергә кәңәш биреп өлгөрә (ағаһы Сәлимйән Үзбәкстанда өйләнеп тороп ҡала. 1970 йылдарҙа ауылға ҡайтып туғандарын күреп китә, 9 балаһы бар икәнен һөйләй. Нәфисә әбей 1960 йылдарҙа улы Зенфир Ишмурзин менән Ҡаҙағстандан ҡайтып Дәүләкән ҡалаһына урынлаша һәм китапханасы булып эшләй). Ябай колхозсы булған ата-әсәһенән улдарының нисә тапҡыр самолет менән ауылға ҡайтыуын һорашалар.

      Ғәлимйән Ишмырҙин барыһына ла түҙә, үҙенә тағылған бар ғәйепте лә инҡар итә, бер документҡа ла ҡул ҡуймай. 1938 йылда уны аҡлайҙар, төрмәнән сығаралар. Аэроклуб эштәре бик һүлпәнәйгән була, шуға ла етәкселәр Ғәлимйән Ишмырҙинды партия сафында ла һәм эшендә лә тергеҙә.

      Барлыҡ ил халҡына ҙур һынау булып төшкән Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән аэроклуб хеҙмәткәрҙәренең күбеһе һуғышҡа оҙатыла, ә Ғәлимйән Ишмырҙинға: “фронт тураһында ауыҙыңды ла асма, бар көсөңдө өс тапҡыр арттырылып бирелгән план буйынса фронтҡа хәрби осоусылар һәм парашютсылар әҙерләүҙе тәьмин итәһең” тигән приказ була. Һуғыш осоронда Ғәлимйән Ишмырҙин өс аэроклубҡа етәкселек итә. Өйрәнеү осоуҙары менән хөкүмәт һорауҙары буйынса ла ашығыс йөк ташырға самолет бирергә тура килә, яғыулыҡ материалдары, инстркторҙарҙың етешмәүе эште бик ныҡ ауырлаштыра. 1942 йылда ауырлыҡтарға бирешмәй аэроклуб эшмәкәрлектәрен фронт талаптарына яраҡлаштырып, кадрҙар әҙерләүҙәге уңыштары өсөн Ғәлимйән Мөхәмәтйән улы Ишмырҙинға майор дәрәжәһе бирелә, ә 8 май көндө Башҡорт АССР-һының Юғары Советы Президиумы ҡарары менән Маҡтау грамотаһы менән наградлана.

…Уның осоуҙан туҡтағаны булмай, 1942 йылдың 9 –се август көнөндә лә хәҙәттәгесә, Стәрлетамаҡ аэроклубына ашығыс йөк алып килә, инструктор вазифаһын үҙ өҫтөнә алып курсанттар менән күнекмәләр үткәрә, ә төнөн Өфөгә ҡайтырға сыға. Өйрәнелгән ғәҙәте буйынса самолетты 50-60 метр бейеклеккә күтәргәс, кирегә боролоп ҡанаттарын ҡағып хушлаша торған була, ә был юлы самолет борола башлау менән тыңламай башлай һәм ҡапыл ергә ҡолай. Һуңынан асыҡлауынса идара итеү тросының киҫелгән икәне асыҡлана… Бейеклектәрҙе иңләп осҡан башҡорт бөркөтөнөң ғүмере шулай фажиғәле өҙөлә. Юғары вазифалы кешеләр ҡул ҡуйған некрологта Ғәлимйән Ишмырҙиндың хеҙмәттәренә лайыҡлы баһа бирелә. Халҡыбыҙҙың ыласындай ҡыйыу, бөркөттәй батыр беренсе осоусыһы, Өфө аэроклубын, Стәрлетамаҡ, Белорет аэроклубтарын башлап ойоштороусы һәм етәксеһе Ғәлимйән Ишмырҙин дан-шөһрәткә лайыҡлы ир-егеттәренең береһе ул.

      1978 йылдың 3-се майында Башҡортостан ДОСААФ –ы рәйесе, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетына үҙенең уҡытыусыһы Ғәлимйән Ишмырҙиндың ҡатыны Вера Павловнаның бер уңайлыҡтары булмаған 6 квадрат метрлыҡ бүлмәлә тороуы һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыу кәрәклегендә хат менән мөрәжәғәт итә. Яҙған хатында Өфө аэроклубы етәксеһе Ғәлимйән Ишмырҙиндың башҡорт халҡының беренсе летчигы икәнен һыҙыҡ аҫтына алып, уның башҡарған эштәрен һәм уҡыусыларынан 24- еһе һуғыштағы батырлыҡтары өсөн Советтар Союзы геройы исеменә лайыҡ булыуын күрһәтә. (14-е Өфө аэроклубынан һәм унауһы башҡа аэроклубтарҙан).

     Һәр шәхес тыуған еренән, тарихынан айырылғыһыҙ. Бар ата-бабалары династияһы кеүек Ғәлимйән Ишмырҙиндың бер туған ҡустылары Һәүбән(1904-1942) һәм Сауһан (1923-1943) илебеҙҙең азатлығы өсөн Ватаныбыҙҙы һаҡларға баҫа, батырҙарса һуғышып яу яландарында ятып ҡала. Оло улы Ирек Ишмырҙин (1926) 17 йәше тулыу менән 1943 йылдың аҙағында Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла, снайперҙар мәктәбендә хәрби әҙерлек үтә, Латвия ерен немец фашистәренән азат итеүҙә ҡатнаша. Награда ҡағыҙында (11.10.1944) йәш һалдаттың ҡурҡыу белмәй сая һуғышыуы күрһәтелә, взвод командирһыҙ ҡалғас, Ирек взвод менән командалыҡ итеүҙе үҙенең өҫтөнә ала һәм иптәштәрен атакаға күтәреп, приказды үтәүгә өлгәшә. Был батырлығы өсөн командирҙар һалдатты 3-се дәрәжә Дан орденына лайыҡлы тип һорайҙар, ләкин ул һалдаттарҙың иң ҙур наградаһы “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә һәм кесе сержант чины бире, отделение командиры итеп ҡуйыла. 1944 йылдың 12-се декабрендә Иректең отделениеһы ҙур батырлыҡ күрһәтеп, икеләтә күберәк дошмандарҙың һөжүмен кире ҡағып, уларҙы тар-мар итеүгә өлгәшә, был батырлығы өсөн 3-се дәрәжә Дан ордены менән наградлана. 1945 йылдың 25 ғинарында Германия сиктәрендә барған ҡаты бәрелештәрҙә Иректең отделениеһы атакаға күтәрелеп дошмандың ныҡлы нығытылған позицияларын алыуға өлгәшә, тик был бәрелештә Ирек Ишмырҙин үлемесле яралана. Батырлығы өсөн үлгәндән һуң Ирек Ишмырҙин 1-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә. Өфөлә йәшәгән әсәһе Әнифә Абдулла ҡыҙының Еңеү байрамына тиклем вафат булыуы арҡаһында, Ирек Ишмырҙиндың яҙмышы бығаса билдәһеҙ ҡалды, быйыл ғына “Хәтер” сайтында баҫылған мәғлүмәттәр аша уның батырҙарса һуғышып, илебеҙ азатлығы өсөн һәләк булғанын белдек.

       Ғәлимйән Ишмырҙиндың даны тыуған ауылында онотолмай. Минең үҙемде 1988 йылдың апрель айында колхоз рәйесе итеп һайланылар. Ул ваҡытта мәктәп директоры булып Сәлимйән Мырҙабаев эшләне. Уның әсәһенең әсәһе, йәғни өләсәһе Хәҙисә, Ғәлимйән Ишмырҙиндың әсәһе Миниғәйшә Нурҡай ҡыҙы менән бер туғандар, тыумыштары менән күрше Болаш ауылынан. Ауылда бүтән яҡын туғандары юҡ, балалары менән бар бәйләнеш Сәлимйән ағайҙың әсәһе аша булған. 1989 йылда мәктәп директоры Сәлимйән һәм колхоздың профком рәйесе Әмерхан Мырҙабаевтарҙың башланғысы менән ауылдаштарыбыҙ тарафынан башҡорттарҙың беренсе осоусы Ғәлимйән Ишмырҙиндың ҡәберен колхоз иҫәбенә яңынан уратып алып, плитә-таш ҡуйҙыҡ. 1990 йылда колхозда парторг булып эшләгән Нил Закир улы Ҡоҙашевтың тәҡдиме менән яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү өсөн республика күләмендә милли көрәш һәм волейбол буйынса асыҡ турнир үткәрергә булдыҡ. Ул саҡта Ғәлимйән Ишмурзиндың данын күтәреп сыҡҡан Глеб Баранов иҫән ине, унан төрлө материалдар, фотолар алып Ғәлимйән Ишмырҙинға арналған ҙур стенд эшләнек. Беҙҙең ниәттәребеҙҙе район ДОСААФы (етәксеһе Фәрит Солтанбәков), ДСО “Урожай” (етәксеһе Ғәлим Лоҡманов) күтәреп алды һәм ҙур ярҙам күрһәтте. Ҡышҡы буранлы көн булһала 200-ҙән ашыу спортсы йыйылды, ҡайһы бер колхоздан сылбырлы тракторҙың санаһына ла ултырып килгәйнеләр. Бик көсөргәнешле, иҫтәлекле матур ярыш булып иҫтә ҡалды, сөнки 90-сы йылдарҙа бындай ҙур турнирҙар үткәреүсе колхоздар һирәк ине. Ошо йылдан башлап ауылыбыҙҙа утыҙ йылға яҡын Ғәлимйән Ишмырҙин исеменә ярыштар уҙҙы. Шулай ҙа иң күләмлеһе 1992 йылда колхоз һабантуйында үткәрелгән бәйгелер. Беҙҙең уйыбыҙҙы күп республика ойошмалары (Стәрлетамаҡ аэроклубы, Стәрлетамаҡ автомәктәбе, Стәрлетамаҡтан СССР чемпионы В.П.Чапалло етәкселегендәге ДОСААФ-тың мотокросс командаһы, ДОСААФ-тың Ауырғазы бүлексәһе, ДСО Урожай, Профсоюздарҙың өлкә комитеты һәм Башҡортостан телерадиокомпанияһы һәм Толпар телекомпанияһы) күтәреп алып, үҙҙәре лә әүҙем ҡатнашты. Билдәләнгән ваҡытта һабантуй майҙаны өҫтөндә самолет күренде, ике тапҡыр ауыл өҫтөнән әйләнеп бар халыҡты сәләмләгәс, көрәш майҙанына бер бер артлы - парашютистар, самолет үҙе лә алдан билдәләнгән урынға төштө. Халыҡ өсөн шатлыҡлы, тулҡынландырғыс ваҡиға булды был, әйтерһең, данлы яҡташыбыҙ үҙе күкте иңләп ҡайтты, ауыл халҡы летчикты, парашютистарҙы ҡосаҡлап рәхмәттәрен еткерҙе. Яҡташыбыҙ, башҡорттарҙың беренсе осоусыһының вафатына 50 йыл тулған көндө беҙҙең Мораҙым ауылы шулай ҙурлап иҫкә алды. Ул саҡтағы ауылыбыҙҙың ветерандар советы рәйесе Закир Ҡоҙашевтың хәтирәләренән: “1938-1939 йылдарҙа миңә 13 - 14 йәш ине, Ғәлимйән ағайҙың айраплан (ул саҡтағыса әйткәндә) менән ауылға бер нисә ҡайтып киткәнен хәтерләймен. Самолет ауыл өҫтөнән бер нисә мәртәбә әйләнеп оса башлаһа, беҙ Яңыауыл малайҙары “Ғәлимйән ағай ҡайтты, Ғәлимйән ағай ҡайтты!” тип һөрән һалып, бер-беребеҙҙе уҙыша-уҙыша Ҡыҙыл Өршәк ауылына йүгерә торғайныҡ. Беҙ барғансы самолет ауыл өҫтөндәге сиҙәмгә төшкән, арҡан менән бер бағанаға бәйләнеп ҡуйылған була ине. Бригадир самолетты һаҡларға ҡарауыл ҡуя торғайны. Халыҡтың күп итеп йыйылып, Ғәлимйән ағай менән оҙаҡ ҡына хәл-әхүәлдәр һорашып торғанын беҙ, үҫмерҙәр, ҡыҙыҡһынып ситтән ҡарап торабыҙ... Самолетты өйрөлмәгенән, йәғни пропеллерынан ҡул менән әйләндереп ҡыҙҙыралар ине. Ғәлимйән ағай кабинаһына кереп ултырҙы ла, Булат ағай Ҡунафинға өйөрөлмәген ҡул менән әйләндерергә ҡушты, өйрөлмәкте әйләндереп ебәргәс тә ҡырға һикерергә кәңәш итте. Булат ағайға әйләндерә башларға “Внимание: контакт!” тип команда бирҙе. Самолет ҡыҙмағас, был команданы бер нисә мәртәбә ҡабатланы. Беҙ үҫмерҙәр ошо команданы отоп алып “Внимание: контакт фр-р!” тип самолет ҡыҙҙырып уйнай торғайныҡ. 1940 йылда колхоздың дөйөм йыйылышында ҡатнашып, сығыш яһағаны хәтерҙә. Бик белемле кеше булараҡ хәтерҙә ҡалған, хужалыҡты күтәреү өсөн тырышып эшләргә кәрәк тигәне иҫтә. Беҙҙең колхоз тураһында район гәзитендә яҙған мәҡәләһен уҡырға тура килде, был уның колхозды онотмауы, хәстәрләүе, гел күҙ уңында тотоуын күрһәтә. Шулай уҡ атаһы Мөхәмәтйән бабай менән бергә эшләнек. Раевкаға аттар менән бергәләп иген ташыныҡ. Бик ғәҙел, илһамлы, эшкә уңған, етешһеҙлектәр менән килешмәүсән, тураһын әйткән бабай булып минең хәтеремдә ҡалған”.

       2003 йылдың ғинуар айҙарында ул саҡтағы ауыл советы рәйесе Зөлфәт Рамазанов менән икәүләп район хакимиәте башлығы Марат Ишемғоловҡа барып, Ғәлимйән Ишмырҙиндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы исемен мәңгеләштереү өсөн һәйкәлгә самолет табырға ине, тип ярҙам һорап мәрәжәғәт иттек. Ул беҙҙең уйҙы күтәреп алды, үҙе йәш саҡта эшләгән Төрөмбәт ауыл советынан сыҡҡан билдәле осоусы-һынаусы Мөҙәрис Аҡбулатов тураһында һөйләп алды. Ике ай үттеме-юҡмы, Марат Баязит улы шылтыратып, шат тауыш менән шаяртып: “Факил, һорауығыҙҙы үтәнем, иртәгә КамАЗ-ыңды самолет артынан ебәр!”– тине. Колхоздың өлкән инженеры Сынтимер Сафин ҡул аҫтындағы материалдарҙы ҡулланып һәйкәлдең проектын эшләне һәм тиҙ арала елгә әйләнеп тороусы самолет-һәйкәл ҡуйылды. Ә 2003 йылдың июнь көнөндә матур байрам - башҡорттарҙың беренсе осоусыһы Ғәлимйән Ишмырҙинға 100 йыл тулыу айҡанлы һәйкәл асылды һәм ҙур һабантуй байрамы үтте. Тантанала ҡатнашҡан Башҡортостан РОСТО советы рәйесе генерал Ильгиз Таңғатаровҡа самолет бүләк итеүе өсөн бар ауылдаштар рәхмәт белдерҙе. 2019 йылда ауыл хәкимиәте башлығы Нил Закир улы Ҡоҙашев һәм Ғәлимйән Ишмырҙиндең улы Марат Ғәлимйән улының инициативаһы менән Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерләнеү сиктәрендә башҡалабыҙҙың билдәле Сергиев мемориал комплексы зыяратында ауылыбыҙҙың “Урал” хужалығы кооперативы һәм “Кильдин”крәҫтиән-фермер хужалығының матди ярҙамы менән легендар яҡташыбыҙҙың ҡәбер ташы яңыртылып, уратып алынды.

2022 йылда Ғәлимйән Ишмырҙиндың вафатына 80 йыл булды Әлеге көндә мәктәп музейы советы ағзалары тарафынан легендар яҡташыбыҙҙың тормош юлы менән ҡыҙыҡһыныу дауам итә, эҙләнеү һөҙөмтәләре буйынса Ишмырҙиндарҙың шәжәрәһен яңырттыҡ. Биографияһының яңы биттәре лә билдәле булды. Ғәлимйән Ишмырҙиндың беренсе тормош иптәше Әнифә Абдулла ҡыҙы менән никахтарының емеше булып 1926 йылда улдары Ирек тыуа (Иректең бала сағы йәй көндәрендә ауылда нәнәһе һәм ҡартатаһы тәрбиәһендә үтә). 1932 йылда Борисоглебск осоу мәктәбендә инструктор-осоусы булып хеҙмәт итеүсе йәш офицер Ғәлимйән Ишмырҙин һылыу мәрйә ҡыҙы Вера Павловна Васильева (1914-1991) менән танышып, күптә үтмәй загсҡа кереп, туй үткәрәләр. Бер бер артлы балалары Гәрәй (1934-1996), Салауат (1936 -1996) һәм Наилә (1940-1994) тыуа. 2003 йылда беҙгә яҡташыбыҙҙың дүртенсе улы Марат Ишмырҙин (1936) менән танышырға тура килде, ул ситтә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған ҡалаһы Өфөгә ҡайта. Атаһының исемен мәңгеләштереү теләге менән район хәкимиәте башлығы исеменә ике тапҡыр мөрәжәғәте булды. Ауылдағы туғандары аша уның әсәһе Сәриә Ишмырҙинаның Өфө аэроклубында шәфҡәт туташы булып эшләүен беләбеҙ. Уларҙың һөйләүе буйынса Ғәлимйән Ишмырҙиндың әсәһе Миңлеғәйшә әбей ейәне Мараттың тулы ғаиләлә үҫмәүенә үтә ныҡ ҡайғырған булған. Бөгөнгө көндә беҙ легендар яҡташыбыҙҙың ейәндәре һәм бүлә-бүләсәләре менән бәйләнештә торабыҙ, улар ҡартаталарын исемен мәңгеләштереү буйынса ауылдаштарының башҡарған эштәренә, онотмауҙарына рәхмәттәрен белдерәләр.

… Ауырғазы районы Мораҙым ауылы уртаһындағы тау битләүендә ел ыңғайына әйләнеп тороусы самолет тора. Был һәйкәл беренсе башҡорт осоусыһы, илебеҙгә 24 Советтар Союзы Геройы әҙерләгән майор Ғәлимйән Мөхәмәтйән улы Ишмырҙиндың данын оноттормай, яңы бейеклектәргә ҡанатландыра.


Фото: ba.m.wikipedia.org

Факил ДИЛМӨХӘМӘТОВ.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: