Шоңҡар
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Март 2023, 08:25

Хакимиәт башлығы урынбаҫарын ҡар баҫҡан

Александр Коротков башҡортса һин дә мин һөйләшкән рус кешеһе ине. Мәрхүмдең ғаиләһенең, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Хакимиәт башлығы урынбаҫарын ҡар баҫҡан
Хакимиәт башлығы урынбаҫарын ҡар баҫҡан

 

Башҡортостанда Йылайыр районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Александр Коротков ҡапыл вафат булды. Үлем бәхетһеҙ осраҡ һөҙөмтәһендә булған, тип хәбәр итә «Башинформ»мәғлүмәт агентлығы. 

 Александр Коротков 16 мартта Матрай ауылында була, унда "Уҡытыусы һәм остаз йылы"н асыуҙа ҡатнашты. Бынан һуң ул Йылайырға ҡайта. Бәхетһеҙ осраҡ уны йорто ихатаһында була, унда Александр Коротковты ҡыйыҡтан шыуышып төшкән ҡар  баҫа. 

Александр Коротков башҡортса һин дә мин һөйләшкән рус кешеһе ине. Мәрхүмдең ғаиләһенең, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Фото: "Башинформ"

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: