Шоңҡар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Март 2023, 20:45

ҒҮМЕР БЕР ГЕНӘ...

"Берлектә – тереклек, тип юҡҡа ғына әйтелмәй». Үрҙә яҙып үтелгән саралар ыңғай һөҙөмтәһен бирмә ҡалмай: ҡасандыр халыҡты арбап алған йәшел йылан күҙ алдында юҡҡа сыға бара.

ҒҮМЕР БЕР ГЕНӘ...
ҒҮМЕР БЕР ГЕНӘ...

Бөйөк Ватан һуғышынан һуң халҡыбыҙ бер аҙ хәл алып, үткән быуаттың 50-се йылдары аҙағында – 60-сы йылдары башында тамағы туйғас, өҫ-башы бөтәйә төшкәс, ҡунаҡ-мәжлестәр эскеһеҙ үтмәй башланы. Милләттәштәребеҙ спиртлы эсемлектәргә әүәҫләнде. Кибеттәрҙә араҡы, һыра иркен һатылды. Бындай күренеш Мәләүез районының Смаҡ ауылын да урап үтмәне. Етмәһә, «Нөгөш» колхозы баҫыуҙарында күпләп шәкәр сөгөлдөрө үҫтерелеп, уңышы яҡындағы Мәләүез шәкәр заводына тапшырылып, шул татлы тамыр өсөн кохозсылар тоҡлап-тоҡлап шәкәр ҡомо алды, хатта уны өйҙәренә арба-арба итеп тейәп алып ҡайтҡан саҡтары ла аҙ булманы түгел. Шул шәкәр ҡомонан феләктәрҙә бал әсетелде, балынан көмөшкә (сәмәй) ҡыуылды. Мейес баштарында ултырған феләктәр бал ныҡ әсеүҙән атып ебәрә торғайны хатта. Балдың әсегәнен-әсемәгәнен белеү өсөн ҡапҡасын асып, сүмес менән һоҫоп алып эсеп ҡарайҙар ҙа: «Ҡырҡҡан, эсергә була», – ти торғайнылар. Шулай итеп, яйлап ҡына күп ғаиләләргә эскелек, йәғни йәшел йылан эйәләште. Ни өсөн йәшел йылан? Был йылдарҙа шешәһендә йәшел этикеткалы «Московская водка» һатыуҙа айырыуса күп ине, шунан сығып халыҡ спиртлы эсемлектәрҙе «йәшел йылан» тип атаны.
Ошо күҙгә күренмәҫ йәшел йылан күптәрҙе быуып һалды: арыҫландай ирҙәребҙ уның алдында бөгөлөп төштө, күп милләттәштәребеҙ алкоголизм менән ауырып, бауыр-бөйөрҙәрен эштән сығарып, психикаһы боҙолоп, яҡты донъянан иртә китте. Мосолман йолаһы буйынса эсеп, үҙенә ҡул һалып, аҫылынып үлгәндәрҙе зыяратҡа ерләү тыйылһа ла, Совет власы осоронда эскелек арҡаһында уның эсе шундай мәрхүмдәр менән дә тулды, сөнки халҡыбыҙ ул саҡта диндән ныҡ ситләштерелгәйне. Ҡөръән сүрәләрен туҙға яҙмаған әшәке таҡмаҡтар алмаштырҙы:
Их, Ағиҙелдең һыуҙары
Араҡы булһа ине.
Ағып килгән бүрәнәһе
Колбаса булһа ине.
Быларҙың барыһы Смаҡ ауылы халҡының да башынан үтте. Әллә күпме ғүмерҙәрҙе йәшел йылан ҡыйғас, халыҡ үҙенең эскелек һаҙлығына бата барыуын аңланы, ауылда мәсет асылып, байтаҡтары дингә кире ҡайтты, эсеүҙәрен ташланы. Смаҡ ауылының «Айыҡ ауыл – 2023» республика конкурсына ҡушылыуы ошо ыңғай күренештәрҙең береһе булды. Смаҡтар конкурстың муниципаль этабында еңеп сығып, 150 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булды. Шул аҡсаны Смаҡ ауыл мәҙәниәт йортона ҡорамалдар һатып алыуға тотонорға тигән уртаҡ фекергә килделәр.
Был көндәрҙә смаҡтар республика кимәлендә «Айыҡ ауыл – 2023» конкурсында ҡатнашыу өсөн әүҙем әҙерлек алып бара, сәләмәт тормошҡа булышлыҡ итеүсе төрлө саралар үткәрә. Яңыраҡ ауылдың «Сәғирә» мәсетендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ярҙам күрһәтеү өсөн мәрхәмәтлелек ацияһы үткәрелде. Ришат хәҙрәт Мәҡүстов ил азатлығы өсөн көрәшеүсе яугирҙәргә арнап Ҡөръәндән сүрәләр уҡыны. Дин юлындағы смаҡтар, ауылдың ағинәйҙәр ойошмаһы мобилизацияланыусыларға кейем, ҡулдан бәйләнгән йылы ойоҡтар, бирсәткәләр, аҙыҡ-түлек тупланған гуманитар ярҙам әҙерләне.
Бындай изге эштән Динис Бүләков исемендәге Арыҫлан урта мәктәбе лә ситтә ҡалманы: уҡыусылар һалдаттарға изге теләктәр, йөрәк түренән сыҡҡан йылы һүҙҙәр менән хаттар яҙҙы.

«Айыҡ ауыл» мәрхәмәтлелек акцияһы сиктәрендә халыҡтың ялын файҙалы итеп үткәреү маҡсатында Смаҡ ауыл мәҙәниәт йортонда Мәләүез районы ауылдарының вокаль ансамблдәре ҡатнашлығында концерт ҡуйылды. Унда Яңауылдан «Умырзая», Көнсығыштан «Илһам», Арыҫландан «Хазина», Бәләкәй Шәриптән «Ҡыйғас» ансамблдәренең үҙешмәкәр артистары сағыу концерт номерҙары менән сығыш яһаны.
«Сәғирә» мәсетендә төшкән 5 мең һум хәйер аҡсаһы, концертта билет һатыуҙан йыйылған 10 мең һум мобилизацияланыусыларға ярҙам итеүгә тотонолдо.
«Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә Смаҡта берҙәм ғаилә консультациялары көнө үткәрелде. Табип-нарколог, юрист, район мәғариф идаралығы, халыҡ мәшғүллеге һәм «Ғаилә» үҙәге хеҙмәткәрҙәре ҡабул ителеүселәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе, кәңәштәре менән бүлеште.
Смаҡ ауылында йәш быуынға физик тәрбиә биреү, уларҙы сәләмәт тормошҡа өйрәтеү йәһәтенән күп саралар үткәрелә, ауыл йәштәре бигерәк тә милли көрәште үҙ итә, улар, зона, республика, ил кимәлендәге төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, чемпион исемдәре яулай.
Арыҫлан ауыл хакимиәте башлығы Айрат Тимербай улы Шәйәхмәтов: «Был сараларҙан тыш полиция хеҙмәткәрҙәре менән берлектә сауҙа нөктәләрендә алкоголле эсемлектәр менән сауҙа итеүҙең законға ярашлылығын тикшерәбеҙ, яуаплы хеҙмәттәр белгестәре менән бергәләп күп балалы, имен булмаған ғаиләләрҙе йөрөп сығып, тормош-көнкүрештәре менән яҡындан танышабыҙ, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе асыҡлап, ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ, эскелектең зыяны, фажиғәле, хатта трагик хәлдәргә алып килеүе хаҡында әңгәмәләшәбеҙ, аңлатыу эштәре алып барабыҙ, иҫкәртмәләр таратабыҙ. Сәләмәт тормош алып барыу хаҡындағы әңгәмәләргә, осрашыуҙарға Мәләүез районы һәм ҡалаһының социаль хеҙмәттәре белгестәрен саҡырабыҙ, – ти. – «Айыҡ тормош – 2023» конкурсын ойоштороуҙа бер Смаҡ ҡына түгел, Арыҫлан ауыл советы биләмәһе ауылдары халҡы, райондаштарыбыҙ, яҡташтарыбыҙ әүҙем ҡатнаша. Был йәһәттән район архивы начальнигы Ильмира Юлай ҡыҙы Фәйзуллинаны маҡтап телә алып үтер инем. Ул, спонсор булараҡ, «Смаҡтың әкиәти йорттары» тигән конкурс ойоштороп, мәрхәмәтлелек концерты ваҡытында еңеүселәргә үҙ дипломдарын, бүләктәрен тантаналы тапшырҙы. Бындай энтузиастарыбыҙҙың, ысын илһөйәрҙәребеҙҙең күп булыуы ифрат та ҡыуандыра. Мәҫәлән, Смаҡ ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлсөм Хисаметдинова конкурсҡа әҙерлек, уға бәйле төрлө конкурстарҙы әҙерләп үткәреүҙә шулай уҡ ҙур теләк менән һәм ең һыҙғанып ҡатнаша. Смаҡтың район, хатта республика кимәлендә ысын-ысындан айыҡ ауыл булараҡ танылыуында барлыҡ ауылдаштарыбыҙ үҙ өлөшөн индерә, берҙәмлек, тупланғанлыҡ өлгөһө күрһәтә. Берлектә – тереклек, тип юҡҡа ғына әйтелмәй».
Үрҙә яҙып үтелгән саралар ыңғай һөҙөмтәһен бирмә ҡалмай: ҡасандыр халыҡты арбап алған йәшел йылан күҙ алдында юҡҡа сыға бара. Смаҡта хәҙер яңы мәҡәл барлыҡҡа килде: «Йәшел йыланға юлыҡҡан – башын юғалтҡан». Быны яҡшы аңлаған милләттәштәребеҙ эскелектән арына, айыҡ тормошҡа аяҡ баҫа. Яҡташ яҙыусылары Динис Бүләков әйтмешләй: «Ғүмер бер генә...».
Тәлғәт ШАҺМАНОВ,
журналист,
БР-ның Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы лауреаты.
Мәләүез районы.

 

Автор:
Читайте нас: