Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Март 2023, 13:40

Бында көсһөҙҙәргә урын юҡ

Ир тәмәкенән ҡарлыҡҡан тауыш менән “Детдом был” тине. Беҙҙе “детдомға бирәбеҙ” тип ҡурҡытҡандары бар ине, шуға күрә тәмле еҫ сыҡһа ла, был тирәнән тиҙерәк ҡасыу яғын ҡараным. Сөнки минең өләсәй менән йәшәгем килә.

Бында көсһөҙҙәргә урын юҡ
Бында көсһөҙҙәргә урын юҡ

Беҙ ауырлыҡтарҙы еңер өсөн тыуғанбыҙ..."

Кеше ни өсөн көндәлек тота? Бер кемгә лә һөйләй алмаған серҙәрен яҙырғамы? Әллә үҙең өсөн яҡын кешеңдең ҡасан да булһа уны асып уҡыуын һәм һинең кисерештәренде аңлауына өмөт итепме? “Ағиҙел” журналында күп кенә билдәле әҙиптәрҙең көндәлектәре донъя күрҙе: Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим, Яныбай Хамматов, Ноғман Мусин, Рауил Бикбаев... Уларҙың яҙғандары, көндәлек булыуҙан бигерәк, иҫтәлектәргә йә мемуарҙарға тартым һәм әҙәби әҫәргә ҡарағанда ла нығыраҡ ҡыҙыҡһыныу менән уҡыла. Был әҙиптәр, бәлки, ҡасан да булһа үҙҙәренең уй-кисерештәрен халыҡ уҡыясағын белеп, оло аудитория өсөн тәғәйенләп яҙғандарҙыр ҙа...
Ә был көндәлек минең ҡулыма үҙе килеп инде: эҙләмәнем дә, һораманым да, хатта уның барлығын да белмәй инем. “Яҙыусы кешегә ҡыҙыҡлы булыр, берәй әҫәрегеҙгә индереп ебәрерһегеҙ”, – тип, миңә уны таныш булмаған апай редакцияла ҡалдырып киткән.
Ҡалын дәфтәрҙең һәр бер юлы тығыҙ итеп, матур яҙыу менән тултырылған. Ҡыҙ кеше яҙғандыр, тип уйлағайным, яңы­лыш­ҡанмын, үҫмер егет икән. Кешенең көндәлегенә ҡағылырға ярамаһа ла, үҙемә тәғәйенләнгәс, уҡырға кәрәктер, тип, кискеһен күҙ йүгертеп кенә сығырға ниәтләгәйнем. Тик туҡтай алмай аҙаҡҡаса уҡыным һәм төнө буйы күҙемә йоҡо инмәне. Байтаҡ ваҡыт уйланып йөрөнөм: гәзиттә баҫырға хаҡым бармы? Бел­мәйем, шулай ҙа, ғибрәт өсөн уны баҫыр­ға кәрәктер, тигән фекергә килдем. Тормошобоҙға көндән-көн нығыраҡ үтеп ингән заман афәте – эскелектең ниндәй эҙемтәләргә килтергәнен барыбыҙ ҙа белә. Көндәлектә ошо ауырыуҙың балалар күңеленә һалған ғазаптары, мәңге уңалмаҫ яраһы тураһында һүҙ бара. Унда эскелектең насарлығы хаҡында уйланыу ҙа, дөйөмләштереү ҙә, һығымталар ҙа юҡ. Заман сирен ғәйепләү, ата-әсәгә рәнйеү кеүек һүҙҙәр ҙә осратмаҫһығыҙ – сөнки уны бала кеше яҙған, үҙе кисергәнде генә һөйләп биргән. Әммә балаларҙы бәхетһеҙ иткән, киләсәктәрен ҡыйрат­ҡан эскелектең улар йөрәгендә һулҡылдап тороусы йәрәхәт ҡалдырыуын күрергә, тойор­ға мөмкин.
Көндәлек рус телендә, әммә уны беҙҙең милләт егете яҙған. Әхлаҡи ҡанундарҙы иҫтә тотоп, уның тыуған ауылын һәм исемдәрҙе үҙгәртеп алдым.
“10.09.2004. ... Мин, Рөстәм, 1986 йылда донъяға килгәнмен. Беҙ Н. ауылында тыуһаҡ та, әсәйем икенсе ҡасабала эш тапҡас, И.-гә күсеп барҙыҡ. Ул ваҡыттарҙы яҡшылап хәтерләмәһәм дә, бик насар йәшәүебеҙ оноторлоҡ түгел. Тыштан ҡарағанда ла йортобоҙ алкаштарҙыҡы кеүек күренә ине, ә өй эсе тағы ла ҡурҡынысыраҡ. Бер генә бүлмәнән торған өй һәр саҡ йыйыштырыулы булһа ла, бик бысраҡ ине. Тәҙрәләрҙә ҡорған тигән нәмә лә, өйҙә электр уты ла юҡ. Шуға күрә өй эсе тағы ла аламараҡ күренә. Миңә өс көнгә бер тапҡыр ашау эләгә, ә сәйҙе минут һайын эсһәң дә була, тик шәкәрһеҙ һәм икмәкһеҙ. Өләсәй өс көнгә бер кесерткән ашы бешерә, уны беҙ шундай рәхәтләнеп ашайбыҙ. Алты кеше бер бүлмәлә йәшәйбеҙ: әсәй, атай, өләсәй, апай, мин, һеңлем. Өләсәйем атайҙың әсәһе булдымы, әллә әсәйҙекеме – белмәйем, тик ул шундай һәйбәт кеше булып хәтерҙә ҡалған.
1990 йыл, миңә дүрт йәштәр самаһы. Бер көн уянып киттем, көн матур, ҡояшлы. Апайым тыумыштан ауырыу ине, ҡайһы саҡ башы эшләмәй китә. Шуға күрә ул һәр ваҡыт төймәле дарыуҙар эсә. Был көндө һеңлем һыуыҡ сәй менән апайымдың бөтөн дарыу­ҙарын эсеп бөткән дә йоҡларға ятҡан. Мин уны уйнарға саҡырып уятам-уятам, тик һеңлем уянмай. Ә ауырыу апай менән уйнауы күңелһеҙ. Апайым дарыуҙарын эсәйем тип барһа, бер бөртөгө лә ҡалмаған. Әсәй эштән ҡайтҡас, мин уға бөтәһен дә һөйләп бирҙем. Әсәйем ҡысҡырып илай башланы, мине йә дауаханаға барырға, йә берәй кешенең телефонынан “Тиҙ ярҙам” саҡырырға тип сығарып ебәрҙе. Әсәй илағас, мин дә илай-илай күршеләргә йүгереп индем. Улар “Тиҙ ярҙам” машинаһы саҡыртты. Күршеләрҙең: “Бөттө, сигенә сыҡты алкаштар!” – тигән һүҙе аптыратты. Мин ҡайтыуға аҡ халатлы кешеләр һеңлем менән әсәйемде машинаға ултыртып алып китте. Шул саҡ әхирәттәренә тормош тураһында гәпләшергә киткән өләсәй ҡайтып инде лә, һеңлем менән әсәйемдең ҡайҙалығын һораны. Тағы ла миңә аңлашылмаған “алкаш” тигән һүҙҙе ҡабатланы. Әсәйем менән һеңлем дауаханала бик оҙаҡ ятты, әллә бер ай, әллә ике ай. Улар өйҙә булмағанда миңә нисектер ҡурҡыныс, шомло тойолдо. Улар ҡайтҡас, мин тәүге тапҡыр кәнфит, шәкәр һәм ҡалас ашап ҡараным. Кәнфиттәр шул ҡәҙәр тәмле ине! Әсәйемдәр Өфөлә дауаханала ятҡан, улар һөйләүенсә, Өфөлә шул хәтлем машиналар һәм кәнфиттәр күп икән. Беҙҙең өй оло юл эргәһендә булғас, күп машинаны күргәнем бар, тик кәнфитте бер тапҡыр ҙа ашағаным юҡ ине...
Һеңлем ҡайтыуы минең өсөн бик ҡыуаныслы булманы, сөнки ул ныҡ үҙгәргән, ауырыу апайым һымаҡ булған. Ауыҙ эсенән әллә нимәләр мығырлап тик йөрөй. Бер көн атай менән әсәй утын бысты, беҙ эргәләрендә уйнап йөрөнөк. Бензин бысҡыһынан шундай тәмле еҫ килә ине, мин рәхәтләнеп һуланым да һуланым. Утын бысылып бөткәс ҡараһаҡ, һеңлем юҡ. Эҙләнек, ҡысҡырҙыҡ таба алмайбыҙ. Әсәй мине оло юлға сығып, ҡарап килергә ҡушты. Юлда ҡыҙыл төҫтәге “Жигули” туҡтаған да, бер ирекәй һеңлемдең башын бәйләп маташа. Мин уларҙы күреп әсәйҙе саҡыр­ҙым. Әсәй ҡысҡыра, әрләшә, ә мин ирекәйгә таш ташлай башланым. Ир машинаһына ултырҙы ла китеп барҙы. Миңә һеңлем шул хәтлем йәл ине. “Мин уны бер кемдән дә йәберләттермәйәсәкмен. Ҙурайғас, мин уны кәләш итеп алам”, – тинем. Өйҙәгеләр минең иҫәрлектән көлдөләр...
1992 йылда, миңә 6 йәш тигәндә, әсәй үлде. Ул көндө яҡшы хәтерләйем: әсәй өләсәй­ҙең бик күп аҡсаһын тартып алды. Өләсәй бирмәҫкә тырышып талашһа ла, илаһа ла, әсәй һауыт-һабаны ташлап, яра башлағас, өләсәй ойоҡбашынан аҡсаһын алып бирҙе. Әсәй аҡсаны һыпыра тартып алды һәм урамда үҙен көтөп торған ике ир эргәһенә барып, мотоциклға ултырып китте. Магазин һәм баҙарҙың ҡайһы тирәлә икәнен белә инем. Мине унда танып бөткәндәр, сөнки ашарға һоранып бара торғайным. Ә башҡа ауыл малайҙары һорап торғансы, урлауҙы ҡулай күрәләр ине. Әсәй өс көн ҡайтманы. Өйҙә ауыҙға алырлыҡ ризыҡ юҡ. Мин тағы һоранырға сығып киттем. Китеп барһам, бер ҙур йорт эргәһенән шундай тәмле еҫ килә, тағы ла нығыраҡ ауыҙ һыуы ҡойола. Йорттоң күтәрмәһендә ултырған ирҙән был йортта кем йәшәүен һораным. Ир тәмәкенән ҡарлыҡҡан тауыш менән “Детдом был” тине. Беҙҙе “детдомға бирәбеҙ” тип ҡурҡытҡандары бар ине, шуға күрә тәмле еҫ сыҡһа ла, был тирәнән тиҙерәк ҡасыу яғын ҡараным. Сөнки минең өләсәй менән йәшәгем килә.
Өйгә ҡайтһам, әсәйҙе һорап, ике туған ағайым ултыра. Мин уның магазин яғына китеүен әйттем. Ағай шул яҡҡа сығып китте. Иртәгәһенә ағай тағы килде, уның артынан яй ғына бер йөк машинаһы килә ине. Машина ни өсөндөр асыҡ кузов һәм арты менән килеп туҡтаны. Кузовтан ике аяҡ күренеп тора, ә кәүҙә япма менән ябылғайны. Мин әсәйемдең аяҡтарын таныным. Шунан беҙҙең өйҙә өс көн буйына ут янып торҙо, һүндермәнеләр. Бының өсөн мин шул хәтлем ҡыуанып, ғорурланып йөрөнөм. Күрше малай минән көлә, ә миңә барыбер рәхәт. Ул малайҙың хатта велосипеды ла бар ине. Әсәй өс көн буйына бер йәшник эсендә йоҡланы, аҙаҡ уны алып барып ергә күмделәр. Әсәйемдең йөҙөн күргем килһә лә, күрһәтмәнеләр. Ә аяҡтары һаман да төшөмә инә...
Хәҙер әсәйемдең ҡағыҙҙарын ҡарап, уның һыуға батып үлеүен һәм оҙаҡ ҡына һыуҙа ятыуын беләм...
Уянып китһәм, көн болотло, ямғыр быҫҡаҡлай. Апайым ауырып китте һәм уны дауаханаға алып киттеләр. Иртәгеһенә беҙ күрше­ләр­ҙән он менән ит һорап алып, билмән бешерҙек һәм өләсәй менән апайым эргәһенә дауаханаға киттек. Тик апайым унда юҡ ине, уны Өфөгә ебәргәндәр. Өйҙә лә күңелһеҙ: лампочка янды, икенсене алырға аҡса юҡ. Ҡараңғыла ултырабыҙ. Шул саҡ өй янына милиция машинаһы килеп туҡтаны. Мин тиҙерәк мейес башына ҡастым. Милиционерҙар өләсәй менән нимәлер һөйләште, ул иларға тотондо. Милиционер һеңлемә кейенергә ҡушты, ә ул кейенә белмәй. Мин төшөп, һеңлемде кейендерә башланым. Бер милиционер: “Быныһы ла өйҙә икән, яҡшы. Помойка буйлап эҙләргә тура килмәйәсәк”, – тине. Ни өсөн шулай тигәндер, аңламаным, сөнки бер ҡасан да помойкала соҡонғаным юҡ. Бер көндө беҙ күп йомортҡа табып алып, рәхәтләнеп ашағайныҡ. Тик ул помойкала түгел ине!
Төшкөлөккә беҙҙе С. балалар йортона алып килделәр, сәстәребеҙҙе алып, йыуындырып сығарҙылар. Мин ныҡ ҡурҡтым, һеңлемде яҡлай алмаҫмын тип тә ҡурҡтым. Сөнки ҡурҡаҡ инем. Ысын ҡурҡаҡ. Хатта күршеләге ҡыҙ мине һәр ваҡыт туҡмай торғайны, урамға ла сыға алмай ултырған саҡтарым булды. Ул ҡыҙ минән ҙур һәм йыуан ине. Балалар йортонда беҙҙе ашаттылар, йоҡлаттылар, теш пастаһы һәм щеткаһы бирҙеләр. Беҙҙе бөтәһе лә “новички” тип атауы ҡыҙыҡ тойолдо. Полдникта сәй, эҫе булочкалар менән алма бирҙеләр! Директор беҙҙе: “Рәхим итегеҙ!” – тип ҡулына күтәрҙе лә, үбеп, ергә баҫтырҙы. Балалар бик дуҫ икән бында. Киске ашҡа помидор һәм ҡыяр салаты, картуф иҙмәһе бирҙеләр. Уларҙы минең ашағаным да юҡ ине. Кискеһен тәрбиәсе әкиәт уҡып йоҡлатты. Нисек йоҡлап киткәнемде лә белмәйем. Шулай итеп, беҙ балалар йортона өйрәндек, тиҙ үк башҡалар кеүек үк булып киттек.
Көҙгөлөккә мин беренсе класҡа уҡырға барҙым. Үҙемдең туған телемдә белем алғас, тик яҡшы билдәләргә генә уҡыным, “өс”тәрем булманы...
Киләһе йылдың көҙөндә беҙҙең балалар йорто ябылды һәм беҙҙе төрлө балалар йорттарына тараттылар. Мин У. балалар йортона эләктем. Бында беҙҙе бер кем дә ҡолас йәйеп ҡаршы алманы. Күбеһе рустар ине, ә мин русса һөйләшә белмәйем. Малайҙар килеп, йоҙроҡ күрһәтеп, туҡмайбыҙ, тиһә лә, аңламағас, көлөп тик торам. Икенсе класта уҡый башлаһам да, русса белмәгәс, мине киренән беренсе класҡа ултырттылар. Бына ошонда “дедовщина” тигән нәмә менән осраштым да инде. Өлкәнерәктәр беҙҙе нисек теләй, шулай мыҫҡыл итте. Ашарға биргән тәмле-татлыны тартып алыу, үҙҙәре өсөн эшләтеү, баҙарға урларға ебәреү, бер-беребеҙ менән һуғыштырыу, рогатка атыу. “Рогатка атыу” ауыл балаһы күҙаллағанса уйын түгел. Салбарыңды систереп, алға эйелдереп ҡуялар ҙа, йомшаҡ ереңә рогатканан таш менән аталар. Тейһә, йәнең сыға яҙа, шул хәтлем ауырта! Өлкән класс малайҙары менән бәләкәй кластарҙы һуғыштырыу ҙа ҡыҙыҡ түгел: ярылған ирендәр, йәмшәйгән танау, һынған тештәр һ.б.
Беҙҙең бәхеткә, тиҙҙән төркөмгә “старший” итеп Фома тигән бик яҡшы малайҙы ҡуйҙылар. Ул тәртипкә, таҙалыҡҡа, бөтөн нәмәгә яуаплы ине. Башҡаларҙан беҙҙе туҡматтырманы, ҡарап алып йөрөттө.
Бер хәл иҫемдә ҡалған. Мин йылғаға бер үҙем һыу инергә барҙым. Сыҡҡас, йылыныр­ға тип усаҡ тоҡандырҙым. Унда беҙ Пеле тип йөрөткән ауыл малайы бер “эшкәлник” араҡы алып килеп эсерҙе. Мин иҫергәнмен һәм торам тип ут өҫтөнә ҡоланым. Ыҙаланып, маташа торғас, усаҡтан тороп, һыу эсенә барып ҡоланым. Үҙемдең бешкәнлегемде лә һиҙмәгәнмен. Ҡайтырға сыҡҡас, ҡолап, шунда йоҡлап киткәнмен. Иҫемә килһәм, мине һыу аша тәрбиәсе һөйрәкләп алып сығып бара... Ныҡ ҡына янғанмын, мине дауаханаға ебәрҙеләр. Ә унда бөтөн ере бешкән кешеләр ята: кем гудрон аҫтында ҡалған, кем үҙен-үҙе бензин һибеп яндырған... Миңә лә, мумия шикелле, аҡҡа уранып ятырға тура килде. Балалар йортонан яныма берәү ҙә килмәне...

 

Фома балалар йортонан киткәс, беҙгә көн бөттө. Шул ваҡыт мин “ҡасыу ауырыуы”на юлыҡтым: ҡасам да ҡасам. Тотоп килтерәләр, мин йәнә ҡасам. Икешәр-өсәр ай йөрөгәнем булды. Тотоп килтергәс, тәрбиәсебеҙ ныҡ итеп туҡмай. Уның алюмин таяҡҡа ҡаты пластмасса ҡуйылған “аргументы” бар ине, шуның менән тетә генә. Ә мин йүнәлеп алам да тағы ҡасам. Бер шулай тотолғас, мине Өфөгә “психушка”ға алып барып бикләнеләр. Унан сыҡҡас, ҡасманым. Өйрәнеп киттем, русса лә яҡшы аралаша башланым, хатта уларҙың милли байрамдарын – Пасха, Масленицаны үткәрә торғайным.
Миңә 11 йәш тигәндә беҙҙе киренән асыл­ған элекке С. балалар йортона ҡайтарҙылар. Уны шул хәтлем матурлап ремонтлағандар, иҫ китмәле, журналдарҙағы “Все для вашего быта” тигән кеүек. С. минең өсөн иң яҡшы, иң ҡәҙерле балалар йорто булды. Элекке тәрбиәселәр мине таный, һораша, ә мин көлөп тик торам. Әммә бүлмәләш малайҙарҙан миңә буштан-бушҡа туҡмаҡ эләкте. Бөтәһе лә мине ҡыйырһытҡанды күрҙе, белде, тик бер кем дә яҡлашманы... Шунан мин тағы ҡаса башланым. Тәүҙә аҙнаға юғалам, унан ике аҙнаға, айға. Был юлы үҙем теләмәһәм, мине милиция тота ла алмай, сөнки ҡасыу һәм йәшеренеү буйынса тәжрибәм ҙур. Ә бер саҡ Өфөлә күҙ алдымда шешә йыйып йөрөгән пенсионер бабайҙы үлтерҙеләр. Үлтереүсе­ләр мине күреп ҡалғас, бар көсөмә йүгерҙем. Ҡайҙа ҡасҡанымды ла иҫләмәйем, бер йорттоң подвалына төшөп ултырҙым. Ярай тапманылар. Өфөлә башҡаса ҡалырға ярамағанын аңланым. Әгәр баяғы енәйәтселәр мине күрһә, юҡ итәсәктәрен белдем. Трассаға сыҡтым да беренсе туҡтаған машинаға ултырып киттем. Йоҡлағанмын. Уянып китһәм, таҙа матур карауатта ятам. Саша ағай менән Света апай минең өс көн йоҡлауымды әйтте. Ярҙам һорап ҡысҡырғанмын, подвалдан сығарыу­ҙарын үтенеп һаташҡанмын икән. Мин улар­ҙа өс аҙна йәшәнем. Шундай ныҡ эҫендем. Улар миңә яңы кейемдәр һатып алды, аҡса бирҙе һәм поезға ултыртып, балалар йортона ҡайтырға ҡушты. Поезд ҡуҙғалып киткәс, күҙгә йәш, тамаҡҡа төйөр тығылды, бүре кеүек олоғом килде. Улар ҙа илап тороп ҡалды, хатта бер биш саҡрымдай поезд артынан аҡ “Волга”лары менән эйәреп, оҙатып килделәр. Донъяла шундай һәйбәт кешеләр күберәк булһа ине лә бит. Мин уларға үлгәнсе бурыслы. Ғәфү итһендәр инде, һүҙемдә торманым. Икенсе ҡалаға еткәс, поездан төшөп ҡалдым, балалар йортона ҡайтырға ҡурҡтым. Саша ағай менән Света апай биргән аҡса бер аҙнаға етте. Шунан машиналар йыуа башланым. Әлбиттә, ҡала малайҙары мине ҡыуҙы, яратманы. Бер көн улар менән ыҙғышып киткәндә, барыбыҙҙы ла милиция тотто һәм адрестар буйынса таратты. Мин адресты алданым. Улар, йәне көйөп, мине әллә ниндәй иҫерек ирҙәр менән айнытҡысҡа ябып ҡуйҙы. Шунан һуң мин һындым, балалар йортон әйтергә тура килде. Балалар йортона ҡайт­ҡас, малайҙар мине шул ҡәҙәр ныҡ итеп туҡманы, хатта, был донъянан китергәме икән, тип уйланым. Хоҙай кисерһен, йәшәгем килмәне. Әммә мин түҙҙем һәм әле лә йәшәйем...
Йәй еткәс, мине туҡмаған малайҙар балалар йортон тамамлап китте һәм миңә яҡшы тормош башланды. Үҙемә тигән өлөштө ашап йөрөгәс, ауырлыҡ йыйып, тулыланып киттем. Шулай ҙа йыш ҡына детдомдыҡылар ауылдыҡылар менән һуғышып торҙоҡ. Сөнки беҙ атай-әсәйле, бәхетле йәшәгән малайҙарҙы күрә алмай инек. Әлбиттә, үҙ-ара ла һуғыштар йыш булды. Балалар йорто ул – урыҫса әйткәндә, “школа выживания”. Бында көсһөҙҙәргә урын юҡ. Кем көслө, шул йәшәй, ә башҡалар – уның ялсыһы. Арала, бәләкәй генә булһалар ҙа, эскесе малайҙар ҙа бар ине. Мәҫәлән, А. тигән малай бөтөн нәмәһен һатып эсә, тәрбиәселәрҙең аҡсаһын урлай, урамда осраған кешеләрҙең аҡсаһына ла “айыу майы” һөртә. Йә бәләкәстәрҙе ҡурҡытып урлаттыра. Ул ысын эскесе ине...
Туғыҙынсыны бөткәс, мине лә балалар йортонан ебәрҙеләр. Мин N. ҡалаһына педучилищеға уҡырға индем. Ә ошо йәйҙә лагерҙа донъялағы иң матур һәм шәп ҡыҙ Альбина менән таныштым. Беҙ көндән-көн яҡыныраҡ була барҙыҡ һәм бер-беребеҙҙе яратҡаныбыҙҙы аңланыҡ”.
Артабан 17 йәшлек егет бары үҙенең һөйгәне, уны нисек һағыныуы, көндәрен һанап осрашыуҙы көткәне тураһында ғына яҙған. Тәүге ғашиҡ булыу, яныу-көйөү, күңел ҡай­тыу­ҙар, үпкәләшеү-көнләшеүҙәр...
Көндәлек Альбинаның уҡыуына өмөт итеп, уға төбәп яҙылған һәм, ысынлап та, ҡыҙыҡай уны уҡып сыҡҡан, үҙенең дә егеткә булған тойғоларын бәйән иткән. Йәштәрҙең күңел кисерештәрендә соҡонмай ғына, ҡыҙҙың бала сағын һүрәтләгән биткә күҙ һалайыҡ.
“... Һинең бала сағың тураһында уҡығанда күҙемдән йәштәр аҡты. Бәләкәс кенә малай миңә шундай йәл ине. Беләһеңме, мин ҙурай­ғас балаларымды бер ҡасан да ташламаясаҡмын! Эсмәйәсәкмен дә! Улар минең яҙмышымды ҡабатламаһын. Хәйер, үҙемдең бала сағымды яманламайым...
Иҫемдә, Яңы йылда беҙ атай-әсәйем менән өләсәйемдәргә ҡунаҡҡа барҙыҡ. Эсеп алғас, атай менән уның ағай-ҡустылары һуғышып китте. Беҙ – әсәй, мин, апайым һәм һеңлем ҡайтырға сыҡтыҡ. Тегеләр һуғышып киткәс, атайым уларҙы айырырға булған. Ә өләсәй яңылыш аңлап, атайымды .... менән (яҙыу юйылған, ниндәй һүҙ икәне аңлашылмай) туҡмап сығарған. Атай лыс ҡан булып ҡайтып, инде. Әсәй грипп тейеп ауырый ине, ул йоҡларға ятҡайны. Дөрөҫөрәге, минән башҡалар бөтәһе лә йоҡлай ине, ә мине ни өсөндөр йоҡо алмай ята инем. Атайым илай-илай һөйләнеп ултырҙы: “Ярай, мин һеҙгә Яңы йыл һәм әсәйегеҙҙең тыуған көнөнә (2 ғинуар) сюрприз эшләйәсәкмен”. Мин өҫтәл аҫтында ултырып, бөтәһен дә ишеттем. Атай бысаҡ­тар­ҙы йәшерҙе: береһен мейескә, икенсеһен быйма эсенә тыҡты. Ҡапыл ул мине күреп ҡалды ла көлә башланы. Ә мин: “Атай, һин беҙҙән китергә уйлайһыңмы ни?” – тип илап ебәрҙем. Ул мине йоҡларға һалды һәм, бөтәһе лә яҡшы буласаҡ, тине. Мин әсәйемде ҡосаҡлап яттым, ул шундай эҫе ине. Шунда уҡ йоҡлап киткәнмен. Уянып китһәм, әсәй ҡысҡырып илап бысаҡ эҙләп йөрөй, ә атай беҙҙең янда, карауат алдында, аҫылынып тора. Тәүҙә бер нәмә лә аңламаным, шунан ғына атайымдың беҙҙән бөтөнләйгә китеүе башыма барып етте. Ни өсөн йоҡлап киттем икән, тип үҙ-үҙемде әрләнем. Ул саҡта биш йәш булып, ныҡ иланым, сөнки атайҙы ярата инем. Ул күтәреп алып өҫкә сөйһә, минән дә бәхетле кеше юҡтыр төҫлө тойолдо. Атайыма ныҡ оҡшағанмын, бәлки шуға ла ул мине башҡа балаларынан нығыраҡ яратҡандыр. Ә Р. һеңлемде, һимеҙ булғанғамы, әллә гел мыжып йөрөгәнгәме, ул яратманы, хатта туҡманы ла. Г. һеңлемә йәш ярым ғына ине. Ә 1 Май байрамына беҙҙең өй янып китте. Минеңсә, уны әсәйем менән инәйем үҙҙәре яндырҙы. Сөнки “Ут төрт был өйөңә, күп балалы ғаилә булғас, һиңә яңы фатир бирәсәктәр”, – тип инәйҙең әйтеүен, әсәйемдең, ҡурҡам, тигәнен иҫләйем. Әсәйем күршеләргә киткәйне, беҙ йоҡларға яттыҡ. Төтөнгә сәсәп уянып киттек. Ярай әле Ю. апай булды, ул бөтәбеҙҙе лә тышҡа сығарып ҡотҡарып ҡалды. Бөтәһе лә яҡшы, хатта бик яҡшы ине, тик өйгә үгәй атай килеүе беҙҙең өсөн бәхет­һеҙлеккә әйләнде. Үгәй атай В. минең Г. һәм Р. һеңлеләремде бөтөнләй кешегә һанаманы, уларҙы яҡлашып, һәр ваҡыт туҡмалдым. Ике тапҡыр мейем һелкенгәнсе туҡманы. Үҙем дә тыңлап ҡына йөрөһәм, бәлки, эләкмәҫ тә ине, тик мин яуызлығына гел ҡаршы төшөп, уның менән айҡашып йәшәнем. Бер тапҡыр өҫтөнә үгәй атайҙан тыуған И. ҡустымдың йүргәген йыуған бысраҡ һыуҙы һиптем, икенсе тапҡыр битенә бесәйҙе бәрҙем. Сөнки уны күрә алмайым. Бер тапҡыр ул ҡартатайҙы ныҡ итеп туҡмап, өҫтөнә һыуыҡ һыу ҡойоп, ҡыш көнө тышҡа сығарып ташланы. Ә ишекте эстән бикләп ҡуйҙы. Мин үгәй атайға ташландым, ул мине ныҡ итеп этеп ебәрҙе, башым менән мейескә бәрелеп, иҫтән яҙғанмын. Иҫемә килһәм, әсәй, үлтерҙең, тип ҡысҡырып илап ултыра. Үгәй атай ҡысҡырына-һүгенә өй буйлап йөрөй. Беҙ әсәй менән нисек ҡартатайҙы ҡотҡарыу планын ҡорҙоҡ. Әсәй уны алдаш­тыр­ған арала мин асҡысты эләктереп, тышҡа сығырға тейеш инем. Тәүҙә яҡшы ғына килеп сыҡты. Ишекте асып торған сағымда үгәй атай мине күреп ҡалды, тик йүгереп сығып өлгөрҙөм. “Тиҙ ярҙам” машинаһын саҡырттым. Ә үҙем өйгә инеп, милиция саҡырттым, тип алданым. В. ныҡ ҡурҡты һәм сығып, ҡартатайҙы һөйрәп алып инде. Бәхетебеҙгә, ул үлмәгәйне. Үгәй атайҙың ҡылмаған ҡылығы ҡалманы, ул боларған һайын беҙ Г. һеңлем менән йә Ю. апайҙарға, йә урамға, йә дуҫтар­ға ҡасабыҙ, төндө йоҡоһоҙ үткәрәбеҙ һәм дәрес әҙерләмәй мәктәпкә барабыҙ. Мине был хәл шул ҡәҙәр ялҡытты һәм бер көн килеп уҡытыусыбыҙға: “Беҙҙе приютҡа ебәрегеҙ”, – тинем. Шулай итеп, тәүҙә – приютҡа, аҙаҡ балалар йортона эләктек.
Бында миңә оҡшай. Сөнки балалар йортонда мин донъялағы иң яҡын кешемде, һине осраттым, Рөстәм...
Бер көн әсәйем һәм туғандарым тураһында ҡурҡыныс төш күрҙем. Оҙон һәм мәхшәрле төштө яҙып тормайым. Тик шунда миңә эске бер тауыш: “Ауырлыҡтарҙан ҡурҡма. Беҙ бөтәбеҙ ҙә уларҙы еңер өсөн тыуғанбыҙ”, – тине. Шулай булғас, әйҙә, Рөстәм, бер нәмәгә ҡарамай, йәшәйек, көрәшәйек. Һәм беҙҙең бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ. Һинең Альбинаң”.
... Көндәлектең аҙағы күңелһеҙ тамамлана. Йәштәр нимәгәлер үпкәләшкән, Рөстәм ҡыҙҙы яратыуын, тик уны онотасағын яҙа. “Мөхәббәттән нәфрәткә бер аҙым” тиеүҙәре дөрөҫтөр: бер һөйләмдә, һөйәм, тиһә, икенсеһендә уны күрә алмауын белдерә. Хәйер, 17 йәшлек үҫмерҙәрҙә тойғоларҙың ҡайнар, әммә иҫкән елгә лә бирешеп, бик тиҙ генә үҙгәреүсәнлеген иҫәпкә алһаң, аптырайһы түгел. Егеттең һәр яратыу һүҙе аша насар һүҙҙәр, һүгенеү һүҙҙәре яҙыуы кәйефте ҡырҙы...
Шулай ҙа мин Рөстәм менән Альбинаның киренән татыулашыуын, хатта ҡауышып, үҙҙәре хыялланғанса, матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтереүен теләгәйнем. Хәҙерге заманда кешене табыуы ауыр түгел. Рөстәмдең тыуған, йәшәгән ерен, тыуған көнөн белгәс, интернеттан тиҙ таптым. Тик... бер генә фотоһүрәте лә юҡ, бары аҙғынлыҡ, енәйәтселек, фәхишәлек клиптары, шундай уҡ бысраҡ фильмдарҙан өҙөктәр, һүгенеүле йырҙар һәм афоризмдар сыбарлаған статустар менән тулы ине ул...
Альбинаның фамилияһын белмәгәс, уны таба алманым.
Тимәк, тәүге ғашиҡ булыу мөхәббәткә әүерелмәгән һәм ғаилә ҡороуға барып етмәгән...
Ә йәл...

P.S. Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Был көндәлекте уҡып сыҡҡас, бер кем дә битараф ҡалмағандыр тип уйлайбыҙ. Һәр кем үҙ яҙмышын, ауылдаштарын, нәҫел-ырыуын күҙ алдынан үткәргәндер. Әгәр һеҙҙең дә ошондай аяныслы бала саҡ, ғүмер кисергән кешеләр тураһында һөйләргә теләгегеҙ булһа, беҙгә хаттар яҙығыҙ, шылтыратығыҙ. Бәлки, был яҙмалар кемде лә булһа яңылыш аҙымдан ҡурсалар, үҙ тормошона башҡаса күҙлектән ҡарарға, бәхетле бала сағы урланған бәхет­һеҙ йәндәр барлығы тураһында уйла­ныр­ға мәжбүр итер...

Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева.

Фото: ipg-grand.ru

 

 

 

Автор:
Читайте нас: