Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Март 2023, 11:55

БЫНА, ИСМАҺАМ, УҘАМАН ИНЕ

Хаҡлы ялға сыҡҡас, Әсләм Ислам улы тыуған яғының тарихын өйрәнә башлай. Һәм... Ундағы хазинаға тап булып, был хаҡта яҡташтарына ла еткереү теләге менән яна башлай, мәҡәләләр яҙа, Балаҡатай районында уҙғарылған шәжәрә байрамдарын, һабантуй кеүек сараларҙы ойоштороуға шәхсән булышлыҡ итә. Силәбе һәм Свердловск өлкәләренә сәйәхәт ҡылырға, унда йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең дә рухын уятырға өлгөрә ул. 

БЫНА, ИСМАҺАМ, УҘАМАН ИНЕ
БЫНА, ИСМАҺАМ, УҘАМАН ИНЕ

Әсләм Арыҫланов халҡыбыҙҙы, бигерәк тә сит өлкәләрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙе үҙ асылына ҡайтарыуға күп көс һала
Тел, ил, тип янып йәшәүселәр, бер ҡараһаң, шул тиклем күп кеүек, әммә эшләгән эштәр хаҡында һүҙ сыҡһа, бармаҡ менән һанарлыҡтар халыҡ мәнфәғәте өсөн яныуы менән ғорурлана алыр ине. Һуңғы йылдарҙа башҡорт милләтенең асылын һаҡлап ҡалыусылар рәтенә Силәбе өлкәһе Нязепетровск районының Юлдаш-Ҡатай ауылында тыуған Әсләм ағай Арыҫланов та баҫты. Уның менән «Йәшлек» гәзитен уҡыусыларҙы ныҡлап таныштырып тороу ҙа кәрәкмәй хатта. Даими сығып килгән мәҡәләләре аша тиҙ генә хәтеренә төшөрөр уны йәштәр баҫмаһын алдырыусылар. Төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыуы менән ул күптәргә өлгө. Тынғыһыҙ заты милләтебеҙгә ҡағылышлы бер мәсьәләгә лә битараф ҡалырға ирек бирмәй.

Йәшлегенән килә уның ярһыулығы һәм тырышлығы. Оҙаҡ йылдар мәктәптә директор вазифаһын башҡарған уҙаман, Өфөгә күсеп килгәс, Дәүләт страховкалау идаралығының кадрҙар бүлеге начальнигы булып эшләгән. Күп тә үтмәй, Һаҡлыҡ банкыһының Баш­ҡортостан идаралығына саҡыртып алалар. Аңлап тораһығыҙҙыр, юҡҡа түгел. Әсләм ағайҙың ҡанында бар яуаплылыҡ тойғоһо: ата-әсәһе уны ана шулай һәр эшен еренә еткереп башҡарырға, маҡсатҡа ынтылыусан булырға өйрәткән. Бөтә ерҙә лә эшенә талапсан ҡарауы, уңған булыуы менән хөрмәт ҡаҙана ул.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Әсләм Ислам улы тыуған яғының тарихын өйрәнә башлай. Һәм... Ундағы хазинаға тап булып, был хаҡта яҡташтарына ла еткереү теләге менән яна башлай, мәҡәләләр яҙа, Балаҡатай районында уҙғарылған шәжәрә байрамдарын, һабантуй кеүек сараларҙы ойоштороуға шәхсән булышлыҡ итә. Силәбе һәм Свердловск өлкәләренә сәйәхәт ҡылырға, унда йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең дә рухын уятырға өлгөрә ул. Ана шул эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһе булып ике китабы донъя күрҙе.
Ошо китаптарҙың һуңғыһы хаҡында бер кәлимә әйтеп үтәйем. Тәүгеһе тураһында «Йәшлек»тә фекер булғайны. «Между Азией и Европой» мәҡәләләр йыйынтығы ошо көн­дәр­ҙә генә нәшер ителде. Әйткәндәй, уны «Китап» нәшриәтенең магазинында һатып алырға мөмкин. Унда күптән белгән Әсләм ағайҙың беҙ белмәгән сифаттары асыла. Ул – яугир, ул – тынғыһыҙ йән, ул – тарихтағы етеш­һеҙлектәрҙе күҙгә бәреп әйтеүсе!
Бер генә миҫал. Күптәребеҙҙең мәктәптәр­ҙәге тарих дәреслектәрен ҡулына алғаны бар. Әсләм ағай, уларҙа башҡорт халҡының тарихы үҙгәртелеп күрһәтелә, тип борсола икән тиһәгеҙ, яңылышаһығыҙ! Юҡ, уларҙа беҙҙең тарих бөтөнләй яҡтыртылмай икән дәбаһа! Ысынлап та, дөйөм Рәсәй халҡы өйрәнәме «төньяҡ амурҙары» тарихын? Улар Башҡорт кавалерия дивизияһы хаҡында беләме? Алдар батыр тураһында ҡайһы Рәсәй тарихы китабында ҙурлап уҡығанығыҙ бар? Ана шул-шул: Әсләм ағай тарихтағы һәр ваҡиғаны дөрөҫ итеп күрһәтеү яғында.
Йәнә лә мине һоҡландырғаны: өлкән ағайыбыҙ ауылы тарихын, күршеләрендәге хәлдәр тураһында факттарға таянып, булған сараларҙы яҡтырта, уларға анализ бирә. Бик бай мәғлүмәти материал тупланған китапта төҫлө фотолар ҙа урын алған. Сит өлкәләрҙә халыҡ милләттәштәренең килеүен, осрашыу­ҙар үткәреүен бик зарығып көтөп ала. Әсләм Арыҫланов быға баҫым яһап әйтә: ана шул осрашыуҙар халыҡты берләштерә лә! Журналистар – командировканан, шәхестәр сит өлкәләрҙә йәшәүсе халҡыбыҙ араһынан ҡайтып та килмәҫкә тейеш! Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ошондай сараларҙы ойоштороу эшен үҙ өҫтөнә алһа, ҡалай һәйбәт булыр ине. Милли ойошмаларға тәүге йылдарындағы һымаҡ әүҙемлек етмәй, йәштәр ҙә илтифат итер ине, тигән һәүәҫкәр тарихсы менән килешмәй булмай.
Силәбе өлкәһендә татар ауылдары нисәү икән? Беҙ был хаҡта ауылдар тарихы китабынан ҡарап беләбеҙ, ә Татарстан ошондай китап туплай. Был хаҡта Әсләм ағай әсенеп әйтә, башҡорт ауылдары, милләттәштәремдең төйәктәре башҡа иҫәпкә инеп кенә китмәһә ярар ине, тип борсола… Уйланырлыҡ, йәмәғәт. Тотош Тарих институттары башҡар­ған эштәрҙе бер үҙе башҡарып сыҡҡан Әнүәр ағай Әсфәндиәров та юҡ бит хәҙер...
Бына ошоноң кеүек халҡыбыҙ тарихына ҡағылышлы фекерҙәр, тәҡдимдәр менән тулы китап. Фәһем алырлыҡ урындары бихисап!
Әйткәндәй, бөгөн  Әсләм ағай Арыҫлановҡа 84 йәш тулған булыр ине. Үрҙә әйтелгән йыйынтығы менән үҙенә лә, милләттәштәренә лә бүләк яһаны ул. Уның яҡты иҫтәлеге күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. 
Лариса АБДУЛЛИНА.

Архив. 2014.

Фото: Бәйләнештә.

Автор:
Читайте нас: