Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
26 Март 2023, 12:24

Башҡорт модаһының киләсәге бармы?

Бөгөн юғары мода донъяһында аксес­суар­ҙар бик мөһим урын биләй. Әй­тәйек, зәң­гәр эк­ран­дар­ҙа­ғы, төрлө жур­­­налдар­ҙа­ғы мода “по­каз”дарында, фото­сес­сияларҙа уларға ярайһы ҙур баҫым яһала.

Башҡорт модаһының  киләсәге бармы?Башҡорт модаһының  киләсәге бармы?
Башҡорт модаһының киләсәге бармы?

Бөгөн юғары мода донъяһында аксес­суар­ҙар бик мөһим урын биләй. Әй­тәйек, зәң­гәр эк­ран­дар­ҙа­ғы, төрлө жур­­­налдар­ҙа­ғы мода “по­каз”дарында, фото­сес­сияларҙа уларға ярайһы ҙур баҫым яһала. Зауыҡлы ҡай­малармы ул, сәсте биҙәй торған башҡа әйберҙәрме, бал­даҡ йә му­йын­саҡтармы – һәр кеше­нең образын ба­йытып ебәрә, күҙҙең яуын алып тора. Бигерәк тә Dol­ce­&Gabbana­ кейем мар­каһының аксес­суар­­ҙарға иғти­бары ҙур. Улар һәр проектта үҙ модел­дәрен зауыҡлы итеп би­ҙәй.

Мәғлүм булыуынса, биҙәүестәр элек-электән матурлыҡ өсөн генә ҡулланылмаған. Уларҙың күҙ тейеүҙән һәм башҡа зәхмәттәрҙән һаҡлау көсөнә лә ышынғандар. Шулай уҡ, биҙәүестәргә ҡарап, кешенең ҡайһы ырыуға ҡарағанын, ниндәй төбәктән, ғаилә хәлен, социаль ҡатламын да билдәләп булған. Ир-егет үҙ статусына тура килгән ҡайыштар таҡҡан, ә ҡатын-ҡыҙ үҙен яға, һаҡал, селтәр, йөҙөктәр, беләҙек-муйынсаҡтар менән биҙәгән. Ошо матур йола әллә ҡасанғы замандарҙан бөгөнгө көнгәсә килеп еткәс, милли биҙәүестәрҙең халҡыбыҙ тарихында һәм тормошонда әһәмиәтле урын билдәләп тороуын аңларға була. Заман үтеү менән уларға, әлбиттә, үҙгәрештәр ҙә индерелгән, әммә аксессуарҙар мөһим нәмәне – образды зауыҡлыраҡ һәм байыраҡ итеү функцияһын һаҡлап ҡалған.
Башҡорт халҡының биҙәүестәре шул тиклем бай булған. Улар күбеһенсә ҡиммәтле таштарҙан, көмөштән, тиренән эшләнгән, матурлығы күҙҙең яуын ала. Һәр элементының үҙенә күрә тәғәйенләнеше бар. Көмөш тәңкәләрҙең сыңғырлауы хатта ендәрҙе ҡурҡытып ебәрә тип тә ышанғандар. Әлбиттә, заман ме­нән бергә аксессуарҙар ҙа үҙгәрә. Хәҙер инде халҡыбыҙ­ҙың борондан килгән биҙә­үес­тәре башҡорт ҡатын-ҡыҙ­ҙары образында үҙ уры­нын тапты, улар бигерәк тә ак­туаль булып китте. Юға­ры вази­фалар би­ләгән де­путат, ар­тист, яҙыусы апайҙа­рыбыҙ һәм йәш кенә ҡыҙ­ҙар ҙа борон­ғо­са итеп яһалған ак­сессуар­ҙар тағыуҙы хуп күрә бөгөн. Нин­­­дәй генә ҡа­­ла са­ра­­­ла­ры­на бар­ма, һәр ерҙә яға, селтәр йәки башҡорт эт­ник стилендә эш­лән­­гән һыр­ға, белә­ҙек-му­й­ынсаҡ таҡҡан һы­лыу­­ҙарҙы осратырға мөмкин. Был бит, ысын­лап та, бөгөнгө башҡорт мөхитендә күҙәтел­гән матур тренд. Быға тик ҡыуанырға ғына ҡала. Ни­сә­мә быуат, үҙе­беҙ­ҙә бул­­ған бай­­лыҡҡа иғтибар ит­мәй, сит илдән килгән би­ҙә­үестәр та­ғыу­ҙы хуп күрҙек. Хәҙер инде, бер нисә кеше был тулҡынды башлап ебәргәс, рәхәтлә­неп милли биҙәүес­тә­ре­­беҙ­ҙе тағып, ҡупшыла­ныр­ға була. Был биҙәүестәр баш­­ҡорт ҡыҙҙа­рына би­ге­рәк тә килешә. Һәм улар ҡиммәт­лерәк, үҙен­­­сәлек­лерәк, за­уыҡ­лы­раҡ күренә. Ысын­лап та, улар хаҡ­тары бу­йын­са ла арзан түгел, уның ҡа­рау­ы, биҙә­үес­тә­ре­беҙ йөҙө­бөҙ­гә, булмы­шы­быҙға тап килеп кенә тора.
Ошо трендты баш­лап ебәргән апайҙарға та­ри­­­хыбыҙҙы терге­ҙеү­ҙәре өсөн рәхмәт һүҙ­ҙә­ре әйтергә генә ҡала. Яңы мода донъяһы шундай ҡыйыу кеше­ләр­ҙең тырышлығынан баш­лана ла инде. Уларҙың эшмәкәрлеге яңы офоҡ­­­тар аса, халыҡты рухи яҡтан байыта, йәшәйешенә яңы һу­лыш өрә.
Шуныһы ҡыуаныслы: хәҙер селтәр тегеү буйынса махсус курстар ҙа эшләй. Көмөш алҡаларҙы һәм башҡа аксессуарҙарҙы Интернет аша ла һатып алып була. Ҡыҫҡаһы, мөмкинлектәр күп. Этник стил­дәге биҙәүестәрҙе тағырға теләгең генә булһын.
Был трендты үҙ ит­кән­дәр­ҙең артыуы шат­лыҡ­лы күренеш. Әле атап үткән дәлил һәм миҫал­дарҙан һуң “Баш­ҡорт модаһының киләсәге бар­мы?” тигән һорауға яуап та кәрәк­мәйҙер. Башҡорт модаһы­ның килә­сәге бар һәм ул тағы ҙу­ры­раҡ үрҙәр яулаясаҡ әле.
Теләгем шул – дуҫ­та­рым, әйҙәгеҙ был донъя­ны тағы ла мату­ры­раҡ итеү өсөн юл­дар ярайыҡ!

 

Гүзәлиә Бай.

Автор:
Читайте нас