Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Март 2023, 09:50

АСЫШТАРҘАН-БАЛҠЫШТАРҘАН ТОРҒАН ҒҮМЕР

Профессор Әхтәмовтың ғүмере фәнни эшмәкәрлегенең иң емешле осоронда өҙөлдө. Үкенесле, әлбиттә... Фән иленең олуғ ғалимы Азамат Мөхтәр улы күпме ғилми хеҙмәттәр, китаптар ҡалдырҙы, күпме йәштәргә фән донъяһына аяҡ баҫырға ярҙам итте.

АСЫШТАРҘАН-БАЛҠЫШТАРҘАН ТОРҒАН ҒҮМЕР
АСЫШТАРҘАН-БАЛҠЫШТАРҘАН ТОРҒАН ҒҮМЕР

Күренекле ғалим, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Әхтәмов Азамат Мөхтәр улы 1962 йылдың 31 мартында Өфө ҡалаһында күркәм ғаиләлә тыуа. Атаһы – яҡташыбыҙ, Үрген ауылында тыуып үҫкән билдәле ғалим, филология фәндәре докторы, БДУ профессоры Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы, әсәһе Мәйсәрә Сәләхетдин ҡыҙы – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, оҙаҡ йылдар Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында математиканан белем бирҙе.

Азамат Әхтәмов 1984 йылда БДУ-ның математика факультетын тамамлағандан һуң Башҡортостан ауыл хужалығы институтының юғары математика кафедраһында ассистент булараҡ эш башлай. 1986 – 1989 йылдарҙа М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультеты аспирантураһында белем ала. Физика-математика фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлағас, Өфөлә ауыл хужалығы институтында эшләүен дауам итә. 1993 йылдан Азамат Мөхтәр улының профессиональ эшмәкәрлеге БДУ менән бәйле. Дифференциаль тигеҙләмәләр кафедраһының өлкән уҡытыусыһы һәм доценты, математика факультетының фәнни эштәр буйынса декан урынбаҫары, математик алымдар, дөйөм мөхит механикаһы кафедралары мөдире була, математика факультеты деканы вазифаһын башҡара. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Р. Р. Мәүлетов исемендәге механика институтының баш ғилми хеҙмәткәре лә була.

Азамат Мөхтәр улы 2004 йылда физика-математика фәндәре докторы дәрәжәһенә диссертацияны уңышлы яҡлай, ә 2007 йылда уға профессор ғилми исеме бирелә.

Ул математика өлкәһенең байтаҡ мәсьәләләренә яуап табыуға өлгәшкән ғалим. 200-ҙән ашыу фәнни һәм методик хеҙмәте Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә донъя күргән. Ғилми эштәре ҡаты есемдәрҙең үҙгәреше механикаһы, иҡтисадта математик алымдарҙы ҡулланыу проблемаларына арналған.

2006 йылда Джон Локкер тигән америка ғалимы тарафынан шундай мәсьәлә шарты бирелә: спектры бөтә тулайым яҫылыҡты биләгән таҡ рәттәге дифференциаль тигеҙләмәләр менән спектраль мәсьәләләр бармы? Донъяның күп математиктары уны сисеү өҫтөндә оҙаҡ баш вата.

Азамат Әхтәмов бындай мәсьәләләр барлығын беренсе булып иҫбат итә. “Мин был проблема тураһында һуңлап ҡына, 2015 йылда белдем. Һәм уны башҡарып сығара алырыма ышандым, сөнки ошондай мәсьәләләрҙе сисеү буйынса үҙем уйлап сығарған алымдар бар ине”, – тип һөйләй торғайны ул. Ғалимға проблеманы хәл итеүгә бер йыл тирәһе ваҡыт кәрәк була һәм ул 2017 йылда Джон Локкерға сығарылышты ебәрә. Күп тә үтмәй америка математигынан “Бик матур һөҙөмтә!”- тигән яуап килә. Шул уҡ йылда мәсьәләнең сығарылышы Рәсәй Фәндәр академияһының “Математические заметки” тигән абруйлы журналында баҫылып сыға. Ошо асышы менән профессор Әхтәмов донъя математиктары араһында киң танылыу яулай.

Азамат Мөхтәр улы күп билдәле ғалимдар менән хеҙмәттәшлек итте, бигерәк тә М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһының вице- президенты, академик Виктор Садовничий менән фәнни проблемалар өҫтөндә бергәләп эшләүҙәре һөҙөмтәле булды.

Ул үҙе лә, остаз булараҡ, һәләтле йәштәрҙе фән доньяһына әйҙәне. Тиҫтәгә яҡын уҡыусыһы уның ҡанаты аҫтында физика-математика фәндәре кандидаты дәрәжәһенә иреште. Шуларҙың береһе – Артур Мөфтәхов, мәҫәлән, Израилдә докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡланы. Профессор Әхтәмовтың уның менән берлектә яҙылған бер нисә мәҡәләһе сит ил һәм Рәсәй баҫмаларында донъя күрҙе.

Азамат Әхтәмовтың монографиялары, дәреслектәре Рәсәй кимәлендәге төрлө конкурстарҙа еңеү яуланы. 2000 йылда “Социологтар һәм иҡтисадсылар өсөн математика” уҡыу әсбабы юғары уҡыу йорттарында математика дәреслектәре буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында беренсе урынды алды. Ул РФ мәғариф министрлығы тарафынан раҫланып, бөтә илдең студенттары бөгөн дә ошо дәреслек буйынса шөғөлләнә. Ғалимдың тағы бер нисә хеҙмәте министрлыҡ тарафынан ошондай юғары баһа алды.

Азамат Мөхтәр улы йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашты. Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр фонды һәм Башҡортостан Фәндәр Академияһының Гранттар буйынса етәксеһе һәм оҙаҡ йылдар “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының редколлегия ағзаһы булды.

Уңышлы эшмәкәрлеге өсөн Азамат Әхтәмовҡа Рәсәй Федерацияһының Почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре исеме бирелде. Ул – Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы лауреаты ла.

Азамат Мөхтәр улы һоҡланғыс кешелек сифаттарына ла эйә ине. Был турала һуңғы юлға оҙатыусылар сығыштарында айырым билдәләп үтте. Улар араһында БДУ етәкселеге, коллегалары, дуҫтары һәм туғандары бар ине.

Ҡаҙағстан Республикаһы Милли Фәндәр Академияһының ағза-корреспонденты, физика-математика фәндәре докторы, Алма-Ата математика һәм математик моделләштереү институтының Генераль директоры Мәхмүт Садыбековтан, Аль-Фараби исемендәге Ҡаҙаҡ Милли Университетының математика анализы кафедраһы мөдире, профессор Балтабек Ҡанғужиндан һәм башҡа сит илдәрҙәге коллегаларынан тәрән ҡайғы уртаҡлашыу телеграммалары килде.

“Арҙаҡлы ғалим, математика фәне өлкәһендә яңы йүнәлеш авторы Азамат Әхтәмов менән Мәскәүҙә аспирантурала уҡығанда танышып дуҫлашҡайныҡ. Һәр ваҡыт кешеләргә иғтибарлы мөнәсәбәттә булған, күңел йылыһы бөркөлөп торған иң яҡын дуҫым һәм кәңәшсем булды. Башҡорт халҡының лайыҡлы улы, яҡшы ғаилә башлығы һәм өс бала атаһы минең өсөн һәр саҡ өлкән ағай өлгөһө лә ине. Уның тураһында яҡты иҫтәлек йөрәгемдә мәңге ҡаласаҡ. Ғаиләм менән бергә ҡайғырабыҙ. Бәхил бул, ҡәҙерлебеҙ!”

Был юлдарҙы Ҡаҙағстандан билдәле ғалим, иҡтисад фәндәре докторы Вилмур Аукен яҙған.

Азамат ҡустының тамырҙары атаһының тыуған ауылы Үргендә. Бәләкәйҙән бында ҡәрсәй-ҡартатайҙарында йыш булды, туғандары, йәштәштәре менән ихлас аралашты. Үргенде, уның кешеләрен бик яҡын күрҙе.

 Профессор Әхтәмовтың ғүмере фәнни эшмәкәрлегенең иң емешле осоронда өҙөлдө. Үкенесле, әлбиттә... Фән иленең олуғ ғалимы Азамат Мөхтәр улы күпме ғилми хеҙмәттәр, китаптар ҡалдырҙы, күпме йәштәргә фән донъяһына аяҡ баҫырға ярҙам итте. Остаздарының юлын улар лайыҡлы дауам итер тип ышанабыҙ.

Юлай Солтанбаев.

Архив. 2020 йыл. 

Автор:
Читайте нас: