Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
3 Апрель 2023, 17:05

Миҙалһыҙ һалдат Повесть (6) Рәсүл БАЙГИЛДИН

Әбделәхәт бабай аслыҡтан интегеп, ахырҙа өшөп үлгәйне. Тәүҙә солан таҡталарын яҡҡан, шунан ҡыйыҡты ҡутарған һөйәлгән баҫҡыстан менеп.

Миҙалһыҙ һалдат    Повесть (6)      Рәсүл БАЙГИЛДИНМиҙалһыҙ һалдат    Повесть (6)      Рәсүл БАЙГИЛДИН
Миҙалһыҙ һалдат Повесть (6) Рәсүл БАЙГИЛДИН

15.

Хәлимә менән Фатима район типографияһы янында тап булышты.

– Апай, Хәлимә исемле, фамилияһы Моталлапова, ҡатын ҡайһы өйҙә тора икән? Ошо тирәлә, тип өйрәтеп ебәргәйнеләр, – аҡ йөҙлө, ҙәнгәр күҙле ҡатын, шикләнәһе лә түгел – мәрйә, тап-таҙа итеп башҡортса өндәште Хәлимәгә.

Икеләнә төшһә лә – һуғышҡа тиклем яҙа-йоҙа ғына күргәйне Матрай ауылы фельдшерын – Хәлимә таныны уны. Хисмәт яҙғайны, ире Зыяитдин ағай менән фронтта осраштыҡ, тип. Хат яҙған кеше булараҡ, айырым үҙ сәләм дә өҫтәгәйне ул: “Матрай кешеһен осратһаң ҡатыным Фатимаға сәләм күндер, һеңлем. Һау-сәләмәт, оҫта яугир Хисмәт Моталлапов ҡурсалауы аҫтында һуғышып йөрөй, тиң”, – тигәйне. Былтыр йәй аҙағында килгән хатында, яҡташым Зыяетдин ағай хәбәрһеҙ юғалды, тип ҡайғыһы менән уртаҡлашты Хисмәт.

– Хәлимә мин булам...

– Һин... Ҡайһылай йәтеш килеп сыҡты, – Фатима ҡыуанысын йәшермәне. – Райман ҡайнаға, ҡарасы, үҙе тап булды, Хызыр Ильяс сығарҙы үҙен юлыбыҙға, – тип арыраҡ санаға егелгән ат тирәһендә булышҡан бабайға өндәште ҡатын.

Тәғәйен кешеһенә сәләмен еткерә алмаған Хәлимә үҙен уңайһыҙ тойҙо. Көтөлмәгән ҡунаҡтарҙың нимә юллап йөрөүҙәрен дә һиҙенә.

– Белешәйем тигәйнем... – Фатима икеләнгән төҫтә дауам итте хәбәрен. Йөрөй ҙә ул үҙ хәсәтәре менән, ә, бәлки, килгән кешенең ҡайғыһы уныҡынан да ҙурыраҡ, ауырыраҡтыр. Ҡара ҡағыҙ һәр ауылға көндә тиерлек килеп тора, иҫәнмен, тип яҙған улдарының, ирҙәренең сәләм-хатын аҙаҡтан алып ҡайғы яңыртҡан өйҙәр ҙә бар. Ҡайҙа ла хәсрәт, ыҙа, аслыҡ-яланғаслыҡ, йән аҫырау ҡайғыһы, ә ул... – Ни хәлдәһегеҙ?..

– Аллаға шөкөр, иҫәнбеҙ, аталары ла һау-сәләмәт... Гуспитәлгә эләккән, дауаланып ята. Хатын алдыҡ... – Фатиманың икеләнеүҙәрен күреп торған Хәлимә өс һүҙҙә әңгәмәсеһенә бөгөнгө көндә һәр кем өсөн иң мөһим мәғлүмәтте еткерҙе шулай.

– Юлдыбайҙан Хисмәтулла Моталлапов менән бергә һуғышҡа индек, тип яҙғайны ирем Зыяетдин былтыр йәй. Оҙаҡ хаты булманы, көҙ хәбәрһеҙ юғалды, тигән ҡағыҙ килде... Белешәйем тигәйнем, ирегеҙ яҙманымы Зыяетдин тураһында берәй хәбәр? Ҡыҙым тыуғайны сентябрҙа, сей баланы ташлап йөрөй алманым. Бына, ҡайнағамдың бында юлы төшкәс, һарығып килдем әле, – Фатима өмөтө өҙөлөп тә, ниндәйҙер мөғжизә көткән төҫтә баҡты ҡаршыһындағы ҡатынға.

Әйтеүен атҡарып ҡуя була кисә Әбделәхәт бабайға барғайны Хәлимә. Һунарсы, балыҡсы данын тотҡан аҡһаҡал, дин йолаларын да атҡарҙы ауылда. Тыйыу көслө булһа ла балаға исем ҡуштырыу, батаһын да, йыназаһын да уҡыу, хатта ясин сығыу онотолмағайны әле. Ысын муллалар йә атылып, йә Себергә һөрөлгәс, йола белгән, иҫке китаптан аят-сүрәләр таныған ауылдаштары атҡара был йомоштарҙы. Шуларҙың береһе – һикһәнен ҡыуған Әбделәхәт бабай.

Ҡарсығы һуғыш башында уҡ мәрхүм булғайны. Малайҙары граждандар һуғышында баш һалды. Ике оло улы, Зәки Вәлидиҙең башҡорт ғәскәренә яҙылып, тәүҙә – аҡтар, аҙаҡтан ҡыҙылдар яғында йөрөнө, хәбәрһеҙ юғалдылар. Кесеһе фин һуғышында ҡорбан булды. Тоҡомо шулай ҡороно ла ҡуйҙы. Яңғыҙлыҡта ауыр көн итте. Хөкүмәт кесе улы өсөн ниндәйҙер аҡса түләһә лә, герман һуғышы сыҡҡас, уға бер түтәрәм икмәк тә алып булмай ине. Һунарға хәле булмағас, балыҡ тотоп йән аҫыраны, аҙлап хәйер төштө. Кисә Хәлимә лә, ике устай ғына һолоно төйөнсөккә төрөп алып, уның тупһаһы аша атлағайны.

Һаҡмарҙың бейек яры башында ауылдың башҡа йорттарынан айырымыраҡ ултырған өй Хәлимә Юлдыбайға килен булып төшкәндә күркәм ине әле. Ҡайһы арала шулай ҡапыл иҫкергән, йылғаға табан ығып ҡыйшайған ул? Бынағайыш, күрән менән ябылған ҡыйығы ла юҡ та баһа. Соландан да бер ни ҡалмаған – өй ишегенә барып етерлек ике таҡта ғына ята иҙән урынында. Тәҙрәнең яртыһына тиклем ҡар һалған, өйгә инеп-сыҡҡан кеше эҙҙәре лә күренмәй – өй ап-аҡ ҡарға солғанып ултыра.

Хәлимәнең йөрәге ҡыҫылды. Йорт ташландыҡ хәлгә килгән, йән әҫәре тойолмай, ай-һай, тигенгә түгел был шомло һиллек. Килеүен-килгәс теләр-теләмәй генә ишекте асы. Йә, Хоҙайым, был тиклем дә мәрхәмәтһеҙ булыр икән яҙмыш, күк есеме аҫтындағы был донъялыҡ – йөҙөндә үлем алды ғазабы ҡатып ҡалған Әбделәхәт ҡарттың асыҡ ауыҙынан йылтыр күҙле сысҡан килеп сыҡты ла, йылп итеп урындыҡ егенә инеп юҡ булды.

Әбделәхәт бабай аслыҡтан интегеп, ахырҙа өшөп үлгәйне. Тәүҙә солан таҡталарын яҡҡан, шунан ҡыйыҡты ҡутарған һөйәлгән баҫҡыстан менеп.

Уның йорто тирәһендә күренмәүенә бер кем иғтибар итмәгән. Яңғыҙаҡ ҡарт-ҡороно аҙнаһына бер әйләнеп байҡап сыҡҡан ауыл советы хеҙмәткәре һуңғы йөрөүендә, күрәһең, ни сәбәптәндер ҡартҡа барып етмәгән.

Һуғыш яланынан айырма ла юҡ инде, ауылда ла көн дә мәйет булып тора. Күнегеп тә бөткәндәр, ҡәҙимге хәл булараҡ ҡабул итәләр. Балалары, улар тураһында хәстәре булмаһа, Хәлимәнең күңеле әллә ҡасан ташҡа әйләнер ине. Әбделәхәт бабайҙың үлеме Хәлимәне ныҡ тетрәндерҙе. Уның шауҡымынан һаман арына алмай.

– Аҙыраҡ күстәнәс алып килгәйнем, – Фатима, ҡатындың өндәшмәй тик тороуынан сәйерһенеп, саналағы бесән аҫтынан төргәк сығарҙы. – Ризыға ла, дарыу-фәләне лә бар...

Ни әйтә ала Хәлимә нимәгәлер өмөтләнгән был ҡатынға? Һуғыш ҡайғыһы бер уның ғына башына төшмәгән дә баһа, бөтә мир иңрәй, һыҡтап илай. Эйе, өмөт тә юҡ түгел – ниндәй генә хәл булмаҫ тимә ул мәхшһәрҙә...

Зыяетдин Байгилдин атлының үҙ ҡулдары менән ҡағыҙға төшөргән сәләмен тәғәйен кешеһенә еткерә алманы Хәлимә. Шунан Хисмәте лә: “Матрайға хәбәр ишеттерә алһаң, әйтерһең, Зыяетдин ағайҙың үле кәүҙәһе табылманы, бәлки, терелер”, –  тип яҙҙыртты сираттағы хатында.

Юҡ, сәләм ташып йөрөү үҙенә алған бурыс түгел. Елкәһендә дүрт бала, уларҙы аталары ҡайтҡансы һуҙып һалмаһа, был донъялыҡтағы барлыҡ бурыстарын башынан аштырып атҡарған һирәк заттар рәтендә буласаҡ. Нимәһен темеҫкенеп йөрөй был мәрйә, унан башҡа ҡайғы бөткәнме ни?

Күстәнәс тә күңелен йомшартманы. Хәлимә тексәйә биреп Фатимаға текләп тора бирҙе.

– Әллә... –  Фатима инде ни тип тә уйларға белмәй. 

– Унда ла ҡыйралыш, бында ла үлем, ҡәһәр генә төшһөн инде был Гитлерға... Өйгә барайыҡ, хатын үҙең уҡырһың, – Хәлимә ҡапыл йомшарҙы, әйҙә, тигәндәй, Фатимаға күҙ һирпте лә, өйө яғына атлап китте.

Йән өшөткөс ҡоро һүҙҙәр яҙылған рәсьми ҡағыҙ киҫәге менән тере хатты сағыштырып буламы ни һуң. Фатима Хәлимәнең өйөнән өмөткә сорналып сыҡты – Зыяитдин үлмәгән!

16.

Нуриәхмәт, аяҡ-ҡулдарын яҙып, йомарланып ятыуҙан ҡатҡан тәне буйлап үткән рәхәт ойоуға кинәнеп кирелгәндәй итте лә, кинәт кәүҙәһен яртылаш күтәрҙе, эргәһендә иҫһеҙ йоҡлаған күршеһенең битенә усын ҡуйҙы.

Һыуыҡ ҡараңғы барак ыңғырашҡан, йүткергән, һаташып һөйләнгән тауыштарҙан тағы ла шомлораҡ һәм ҡәберҙәй ҡотһоҙ төҫлө. Сасҡау февраль һыуығында, ҡара урман эсендә, мүкләнмәй күтәрелгән баракта ҡырҡ йән мәрт йоҡоһонда яфа сигә. Бындай һыуыҡта мал да, ергә ятыуҙан сикәнеп, төндө аяғында үткәрә. Ә кеше, катаржан эшенән арманһыҙ булып иҫһеҙ йығылған да, һыуыҡ ҡаҡ һикелә бер ни белмәй йоҡлай. Кисә ун алты йәшлек Дамулла йоҡоһонда үлеп ятҡан. Асыҡҡан, ныҡ йонсоған ғаиләнән ине малай. Өҫтөндәге бишмәте йоҡа, быймаһы тишек. Мөсһөҙ беләктәре, арыҡ кәүҙәһе урман эшенә яраҡһыҙлығы тураһында әллә ҡайҙан ҡысҡырып тора. Өс көн элек ҡасып ҡайтып китергә маташҡайны, бригадир һыбай ҡыуып етеп, сыбыртҡылап кире бороп алып килде, эшләмәнең, һиңә норма юҡ, тип өлөш бирҙертмәне. Төндә туңып үлеп ятҡан.

Күршеһенең йылы тынын усында тойғас, Нуриәхмәт кире урынына ятты.

– Нимә, был тереме, әллә үлгәнме, тип тикшерәһеңме? – Илһам ағаһы уяу икән.

– Кем белә, ана, Дамулласы…

– Ун көндән минең йәш тула, бөгөн бригадирға әйтәм дә, ҡайтып китәм. Колхоздан ылау булырға тейеш… Ашарға бөткәнгә өс көн бит инде…

– Мин дә китәм, былайтып асығып, һыуыҡта ҡатып йөрөгәнсә ней… Тегендә ашаталар, үлһәм-үлермен, исмаһам, тамаҡ төҫө күрермен…

– Райман олатай һеҙҙе асыҡтырмай әле. Бына беҙгә эләгә… Атай хәбәрһеҙ юғалғас, мәрйә әсәйгә лә кукиш хәҙер…

– Һе, беҙҙә нисәмә тамаҡ яуы һуң… Разия, Аия, Мөхәмәтнәжип, Ғилметдин, Мәүлетдин, Ҡорманғәле, Сафыя… Фатима еңгәгә үпкә юҡ. Бәпәйләмәҫ борон гел итәк аҫтында берәй нәмә индерә ине. Һеҙҙе лә айырманы инде…

– Эйе, былай, ҡараштырҙы, әсәй унан нәмә алғанды яратмаһа ла… Йәшең тулмаған, һине нишләп алһындар тей һуғышҡа…

– Һин февраль яҙылғанһың, ә минең йыл ғына күрһәтелгән митрикала. Мин дә февралдә тыуғанмын тип ныҡышам, алырҙар. Кәүҙәгә һинән ҙурыраҡмын әле… Унда һалдат етешмәй… Бергә китһәк һәйбәт тә баһа, бер-беребеҙгә күҙ-ҡолаҡ булып йөрөргә…

Ике туған Нуриәхмәт менән Илһам Байгилдиндар, аслыҡтан, ауыр эштән ғарҡ булып, тиҙерәк ут эсенә инеүҙе хәйерлерәк күрә ине. Йәше етеп килгән башҡаларҙың да уйы шул сама.

Нуриәхмәт – Райман ҡарттың ҡатыны Сәбиләгә эйәреп килгән үгәй улы. Ә Илһамдың атаһы – өс балаһын ташлап мәрйә Анастасияға (мосолманлыҡта – Фатима) өйләнгән, ҡырҡ икенсе йылдың июлендә хәбәрһеҙ юғалған Зыяетдин.

Быйыл “Яңы донъя” колхозына урман ҡырҡыу планы биш мең кубометрға тиклем еткерелде, диләнкә Матрайҙан илле саҡрымда ятҡан Анновка ауылы тапҡырында Урман Йылайыры йылғаһы буйында билдәләнде. Балалы бисә-сәсәне, ҡарт-ҡороно урман ҡырҡырға ҡыуалап булмай, шуға бригадала тик үҫмер ҡыҙҙар һәм егеттәр генә. Алмаштырырбыҙ бер айҙан, тигәйнеләр ҙә ул, икенсеһе тулып килә, яңы бригада туплай алмайҙар ауылдан – эшкә яраҡлы кеше иҫәпле генә.

– Әйтерһең, планды тултырмайынса ҡайтармайбыҙ, һал бәйләргә, ҡыуғынға сығырға икенселәр барыр. Хәҙер юҡ, ҡайтмайҙар… Ҡайҙан алайым кешене? Мынау фызыуыһы (ФЗО) сыҡмаһа бер хәл. Иң арыуҙарын һайлап алып киттеләр… Ҡалайтаһың, һуғыш, хәл юҡ… Түҙһендәр! – Колхоз рәйесе Әғзәм Ишембәтов урманға ылау менән сығырға торған Райман ҡартҡа һуңғы бойороҡтарын бирҙе.

– Тамаҡтарына әллә ҡасан бөттө инде уларҙың, туңып ятмаһалар ярай ҙа ул был һыуыҡта. Әйттем өс көн элек ҡуҙғалайым, тип… Фызыуы ла, фызыуы, тип Сараға ҡыуаланың… Ике улым унда асыға. Ә башҡаларсы? Һәр кемдең үҙ балаһы үҙенә ғәзиз, бисәләр сыр-сыу килә урам буйында, нимәңде ҡарап йөрөйһөң һаман урманға бармай, тип – Райман ҡарт ҡәнәғәтһеҙ һөйләнде.

– Ҡартлас… Онота яҙғанмын, Илһаметдинға саҡырыу бар бит, армияға алына. Алып ҡайт. Йәштәре етеп килгән тағы бер-ике егетте һораталар. Нуриәхмәт менән Ҡәнзәфәрҙе… Кенәгәлә аныҡ тыуған көндәре яҙылмаған икән, килһендәр, төҫтәренә ҡарайыҡ, тиҙәр. Эшләргә кеше юҡ тип саҡ кире дүндерҙем районды. Ярай, ҡуҙғал инде көн кисләүгә барып етергә кәрәк бит, – рәйес ҡорҙашына ҡуш усын һондо ла, бисмилла, тип, ҡапыл ғына битен һыпырып ҡуйҙы.

Усаҡ янында аш-һыу ҡараштырған Әҡлимә ярма тоғон ҡаҙан өҫтөндә ҡат-ҡат ҡаҡты. Уның менән дә ҡәнәғәт булмай, ипле генә, ситкә берәй бөртөгө төшөп ҡуймаһын тип, киндер туҡыманы әйләндерҙе. Бригадир Әкрәм Вәлиәхмәтов Анновканан үтескәгә алған ярманың һуңғы бөртөгөн төшөрҙө шулай итеп ҡайнар һыуға. Бригадир, төндә башы аҫтына яҫтанып ятҡан, ә көндөҙ эйәренең алғы ҡашына бәйләп йөрөткән тоғон ысҡындырып биреп: “Төбө, ҡайын ҡайырыһын күберәк һалығыҙ”, – тигәйне.

– Иртәгә нимә ашарбыҙ инде? – Тишек дебет шәлгә сепрәк киҫәген – иҫке күлдәк итәген – ҡатлап ябынған, билен йүкә бау менән быуған, күҙ төптәре йонсоуҙан күкшелләнгән арыҡ йөҙлө Әҡлимәгә ун алты йыште кем бирһен инде.

– Әкрәм ағай тағы урыҫҡа барып баш эйер, уның нимәһе. Беҙҙе астан үлтерһә, башын төрмәлә серетәсәктәр бит, – туң ҡайын ҡайырыһының һутлы йомшаҡ эс яғын бысаҡ менән юнған Ҡәнзәфәр ҡыҙға күҙ генә һирпеп ҡуйҙы.

Ҡайын ҡайрыһының йомшағын өйрәгә ҡушып бешерәләр. Уны тунауы еңел түгел. Шуға усаҡ янына дежур ҡыҙға ярҙамға егет тә ҡалдыралар. Өйрәгә иретеп алынған туң эс майы һалалар. Аҙлап ҡына ит тә бешерәләр ине тәүҙә, уныһы әллә ҡасан бөттө.

– Тегендә беҙҙе оноттолармы икән әллә? – Әҡлимә ҡайғылы төҫтә һүҙен дауам итте.

– Ҡәнзәфәр, мәйетте ҡараштырып тор, сысҡан ҡолаҡтарын, танауын кимереп ҡуймаһын, – бригадир Вәлиәхмәтов усаҡ эргәһенән үтешләй бойорҙо быныһын.

– Фашист, үҙе үлтерҙе лә, хәҙер мәйетте ҡайғырта. Һуғыштан йөрөп ҡайтһам, Алла бирһә, һабағын уҡытам мин уның. Дамулла туғаным да баһа минең, алыҫ әкрәбә булһа ла – ҡустым, – Ҡәнзәфәр еүешләнгән күҙҙәрен һөрттө.

– Ишетеп ҡалһын тағы, үҙеңде лә дөмөктөрөр, – Әҡлимә бригадир киткән яҡҡа ҡарап ҡуйҙы.

Ылау килһә, ауылға ҡайтарырға тип, мәйетте ат санаһына һалып ҡуйғандар ине.

Атаһының, һине лә райондан һоратҡандар, колхоз рәйесе көскә алып ҡалған, тигән һүҙен ишеткәс, Нуриәхмәт, ҡайтам, фронтҡа китәм, тип сат йәбеште.

– Юҡ, ҡайтармайым, ҡағыҙ юҡ! Һинең өсөн судҡа тарттырһындармы мине, ә? Ҡайтмайһың!.. – Санаға менеп ултырған Нуриәхмәтте бригадир һөйрәп төшөрҙө.

– Мин һуғышҡа китәм! Ҡанды күп эстең, Әкрәм ағай, етте! Фрунтта түгәм мин уны, лутше, белдешме! – Ябыҡ булһа ла, ҡалҡыу буйлы, эре һөйәкле Нуриәхмәт, әтәсләнеп, өҫтөнә осоп-ҡунырҙай булып, бригадир менән әрепләште.

– Маңҡа! Кулак көсөгө! Күрһәтерман мин һиңә фрунтты! Фрунт, имеш, сабатажник, халыҡ дошманы һин, атаң кулактан ары китмәгәнһең! Төрмәгә яптыртам!.. Ҡан эскесте күрһәтермен мин һиңә! – Ҡыҙарынып-бүртенгән Әкрәм Вәлиәхмәтов Нуриәхмәткә сыбыртҡыһы менән һелтәнде.

Ҡайыштан ишелгән, ҡара йыландай йыуан сыбыртҡының осон бригадирҙан арттараҡ торған Райман ҡарт эләктереп алды:

– Йә, етәр... Нимәһен ғауға сығараһығыҙ. Нуриәхмәт улым, ололарҙы тыңлау кәрәк. Ярамай улай, – оло кеше боланы ҙурға ебәрмәй баҫырға итте.

Бригадирҙың, кулак көсөгө, тиеүенә, Нуриәхмәт улым, тип көслө баҫым менән әйтте Райман Байгилдин. Ун йәшендә әсәһенә эйәреп ғаиләһенә ингән малайҙы үҙенекендәй яҡын күрә, үҙенең фамилияһына яҙҙыртҡан. Хәҙер килеп кемдер уны хаяһыҙ ҡәһәрләй, мөһөр һуға, заманы өсөн иң ауыр яла яҡмаҡсы:

– Ҡарале, Әкрәм ҡустым, ауыҙыңды үлсәңкерәп асһаңсы! Минең балам ул! Улым!.. Оноттоңмо, әллә?! Ниндәй кулак, ниндәй сәбәтәж? Ил һаҡларға фрунтҡа барам тей ҙә баһа, ҡунаҡҡа түгел... Әллә онотолоп киттең инде? Әләйһә, яңыртайым хәтереңде... Дамулланы үлтереп һалғанһың өҫтәүенә... – Райман ҡарт Әкрәм Вәлиәхмәтовтың алдына сығып баҫҡайны улын аралап.

Артығын ысҡындырыуын аңлағайны инде бригадир. Бала-саға, бисә-сәсәгә хужа булып яһиллана барыуын, күп осраҡта саманы онотоп ташлауын үҙе лә һиҙә. Тик аҙған бәйелен ауыҙлыҡлап тота алмай, үҙҙәрен яҡлап һүҙ әйтә алмаған ҡурсауһыҙ байғоштарҙың арҡаһына ҡамсыһын да, тел йәберен дә төшөрә, ризыҡтан да мәхрүм итеп ҡуя. Ҡотормаҫҡа ине уға, инвалид, сулаҡ тип тормаҫтар, тоторҙар ҙа штраф ротаға ебәрерҙәр. Бар тей ундай рота һуғышта – немец пулеметы утына ҡаршы ҡоро ҡул менән атакаға баралар, себен кеүек ҡырылалар, тей.

Көҙгөһөн сауҡалыҡта колхоз башмағын тунап ятҡанда Райман ҡарт өҫтөнә килеп сыҡты. Аяғына йығылып, күҙ йәштәре менән инәлде, балаларым хаҡына һатма, бер кемгә лә әйтмә, тине. Ҡазаланған, һуйып алдыҡ тип келәткә тапшырҙылар итте. Башҡа гонаһтарын да белә ҡартлас. Шуға Әкрәм ярһыуын ҡапыл тыйҙы:

– Ярай, ҡайтһын... Дәбрәвулис булам тигәс ней, хуп, – тип ситкә китте.

– Кәмиссия үткәрмәһә, үҙем кире алып килермен... Ултыр, улым, санаға, – ҡуҙғалып киткән ат яғына бригадир боролоп та ҡараманы.

Анновкала Райман ҡарттың знакумында ҡунып, иртәгеһенә Матрайға ҡайтып еттеләр.

Дамулланы ерләү Нуриәхмәт менән Илһамдың иңенә төштө. Туң ерҙе хәлдәренән килгәнсе ҡаҙҙылар, йыназаны Райман ҡарт уҡыны. Мәрхүмдең әсәһе, бәләкәй өс туғаны баштарын эйеп, селлә һыуығын да тоймай тик торҙолар ҡәбер янында. Аталарынан ҡара ҡағыҙ килеүгә бер йыл үтте. Инде ағалары ла үлгәс, бәлки, үҙҙәренә лә оҙаҡ ҡалмағандыр. Сирхуш әсәләренә бөтөнләй өмөтләнә алмай улар...  

Нуриәхмәт менән Илһам һуғышҡа бер көндә алынды. Тик, артабан фронт юлдары айырылды. Илһам танк ғәсҡәренә билдәләнеп, ҡыҫҡа уҡыу курсы үтте, радист булып һуғышҡа инде. Нуриәхмәт, уҡсылар дивизияһына эләкте.

– Ағай, миңә ысын пистәлит алып ҡайт һуғыштан. Ниместәрҙе кү-ү-үп итеп үлтер, йәме, – тине һуғышҡа оҙатҡанда эргәһенән йүгерә-атлай барған Ғилметдин ҡустыһы.

– Ҡәйнеш, Имаметдин ағайыңды осратырһың, бәлки, Хәмдиниса еңгәй зарығып көтә, тип әйт, – Хәмдинисә – һуғыш башында хәбәрһеҙ юғалған Имаметдин ағаһының йәш кәләше – ҡолағына шыбырҙаны быны.

17.

Таҙа һыулы, үҙәненә аҡ таштар һибелгән тау йылғаһының бейек яры аҫтында эш ҡайнай. Олоһо ла, кесеһе лә мәж килә – үҫмер менән ҡатын ҡыҫҡа итеп бысылған ҡайын түмәрҙәрҙе ваҡлап яра, малай менән ҡыҙсыҡ утынды ярҙы өңөп эшләнгән ер ҡыуышлығына ташый. Ҡыуышлыҡ ауыҙынан ергә һырылып һүрән быу өҫкә ағыла. Яр башында торба сусайып ултыра, унан ҡуйы төтөн сыға.

– Гөлйемеш, ҡыҙым, чурканы берәмләп ташы. Ауыр бит, – ҡатын ҡыҙ балаға өндәште.

– Юҡ, әсәй, ауыр түгел. Хөрмәт ағай менән беҙ ярышабыҙ, кем күберәк ташыр тип, – ҡыҙсыҡ ете-һигеҙ йәштәр самаһы малайҙан ҡалышмай, йыбырлап ҡараңғы ер өңөшөнә инеп китә лә, йүгерә-атлап йәһәтләп кире килеп сыға, утынды эләктереп тағы йүгерә.

– Марат йылғаға төшөп киткән бит. Ҡыҙым, бар, бында алып кил ҡустыңды, – бер туҡтамай балта һелтәһә лә, әсә күҙенән балаларының береһе лә ситтә түгел.

Мөхәмәтдин ырамлы был эште ситтән берауыҡ күҙәтеп торҙо ла, эҙләгән кешеләрем ошолар, ахыры, балалар һаны тап килә, тип һығымталаны.

Ҡатын ҡапыл тертләгәндәй итте. Турайып баҫты, башындағы яулығын һыпырып туҙған сәстәрен рәтләне, итәктәрен тартҡыланы. Шунан ипле генә артына боролоп ҡараны. Арыраҡ, яр һөҙәкләнә биреп Уза йылғаһына тартылған тәңгәлдә, һалдат кейемендә ир тора. Әйләнеп балаларына күҙ һирпеп алды ла, иргә табан тағы йөҙ борҙо.

Юҡ, Хисмәт түгел. Кем булыр? Яҡшыға юрарғамы, яманғамы, тип ҡатып ҡалды.

Мөхәмәтдин, фашланыуын аңлағас, йәһәтләп яр аҫтына төштө һәм ҡатынға табан ыңғайланы.

– Хәлимә Моталлаповамы? – тип һораны.

– Эйе, – ҡатын ныҡ ҡаушаған төҫтә яуапланы.

Хоҙайым, был кем? Нимә темеҫкенеп йөрөй? Сибек, йөҙө көлһыуланып буҙарған. Кейеме һалдаттыҡы, иңендә – биштәр. Үңәсендә – яҫы ҡара ҡайыштан тегелгән муйынсаҡ...

Улайтып, эт шикелле, ҡайыш муйынсаҡ кейеп йөрөгән кешене Хәлимәнең ғүмерендә лә күргәне юҡ.

– Фронттан ҡайтып киләм. Аҡ билет сыҡты... Хисмәтулла Моталлапов менән гуспиталдә яттым, сәләм ебәрҙе, – һалдат, биштәрен һалып, уны яҫы түмәргә ҡуйҙы ла, ауыҙын аса башланы.

Хәлимә, башы әйләнеп, эргәһендәге утын өйөмөнә сүгәләне, һыны ҡатып өнһөҙ ҡалған әсәләре эргәһенә балалары өйкөлдө. Хәлимә ирҙең ҡулдарынан күҙҙәрен алмай тик ултырҙы.

Һалдат моҡсайын асыу өсөн бер минуттың яртыһы ла етә – көрмәп эләктерелгән арҡа бауының осон бушатырға, ауыҙын сырмаған сүс ептең суғын тартып сисергә һәм бөрөлгән киндер туҡыманы киңәйтеп ебәрергә генә кәрәк. Бәлки, һалдат түгелдер был әҙәм, ә тылсым эйәһе, кирәмәтсе, йә иһә күҙ бәйләүселер. Хәҙер тоҡ ауыҙын асыр һәм тирә-йүн башҡаға төрләнер ҙә бүтән донъяға күсер ҙә ҡуйырҙар: һуғыш та, айырылыу ҙа, асығыу ҙа, ҡара ҡағыҙҙар ҙа, ҡайғы ла, үлем дә булмаҫ. Ошо сағыу май ҡояшы һағыш, үкенес, әрнеү тойғоһонан һәм үтә лә гәзиз ниҙелер юғалтыуҙан йөрәкте семетмәҫ, ә киреһенсә ҡыуандырыр, ҡайҙалыр алыҫҡа, мөғжизәле офоҡҡа талпындырыр, күкрәкте рәхәт ҡытыҡлар, йылмайтыр һәм ихлас көлдөрөр...

Оҙаҡ, бик оҙаҡ ултырҙы Хәлимә һалдаттың эшһеҙлектән нескәргән бармаҡтарының йыбырлауына текләп. Мөғзизәле ваҡыт туҡтаны ла ҡуйҙы, нишләптер. Туҡтаны ла, зыңҡылдап һауала эленеп тик торҙо, бер миҡдарға ла, иң бәләкәй үлсәмгә лә, остоҡ ҡына арауыҡҡа ла алға шылманы.

– Күстәнәс ебәрҙе Хисмәтулла, – туҡтап ҡалған ваҡыт, ватылған быяла, селпәрәмә килгән иң ҡәҙерле һәм ҡиммәтле бәлләүер шикелле, шаулап ергә ҡойолдо ла, һуңлатҡан секунд, минуттарын ҡабалан һанап йылдам алға китте.

Их, тоторға, тағы туҡтатырға, ватылған ярсыҡтарын ҡатырып йәбештереп ҡуйырға һәм шул килеш мәңге-мәңгегә ҡалдырырға ине... 

Юҡ шул, әҙәми заттың ҡулынан килерҙәй, зиһененә һыйырҙай эш-ғәмәл түгел был. Үкенес!..

Хәлимә ғәжәпләнеп тирә-яғыны күҙ ташланы: һалдат моҡсайынан ниҙер сығара, балалары – Төхвәт, Хөрмәт, Гөлйемеш, Марат – аптырап бер әсәләренә, бер һалдат кейемендәге иргә телкәй, ҡояш тағы ла нығыраҡ ҡыҙҙыра, Уза ипле генә салтырай...

– Мына, ҡабул итеп ал, ҡәрендәш, – ир ике ҡулын Хәлимәгә һуҙҙы. Бер усында – ҡағыҙға төрөлгән шаҡмаҡ әйбер, икенсеһендә – ҡалай кәнсир.

Хәлимә хыялыйланып ултыра бирҙе.

– Һабын, ә быныһы – икенсе фрунт, әмирикә ризығы, ит кәнсире, – Мөхәмәтдин, көтөлмәгән ҡунаҡ булараҡ, ҡатынды шаңҡытыуын аңлап тора. – Хисмәтулла иҫән, ҡәрендәш, иҫән... Борсолма, хафаланма. Яраһы бөтәшмәй ыҙалата. Шуға гуспиталдә оҙаҡлап китте. Мин үҙем дә йылға яҡын яфаландым. Пуля ҡурылдайҙы тишеп үтте. Ингән урыны саҡ бөтәште, ә кире яғы тишек көйө ҡалды. Бына, ҡайыш менән ябып ҡуйғанмын. Алһаң, һөйләшеп булмай, тын шул тишеккә китә.

Хәлимә ирҙең шаңғырҙап торған, ғыжылдаҡ тауышына яңы иғтибар итте.

– Сәпсимгә ҡайтарҙылар, Баймаҡ районы Юлалы руднигынанмын. Ҡайтып барам. Сара стансаһында Бүребайға ылау булғайны, унан Баймаҡҡа машина тап иттем. Бында, районда йомошо бар, хәҙер килеп тә етер инде. Ҡайһылай йәтеш булды. Ауыл осонда һине һорашҡайным, Уза яры аҫтында чурка яра тинеләр. Тиҙ таптым... Ҡарап торҙом, эшегеҙ көйлө бара. Хисмәтулла күрһә ҡыуаныр ине. НАТИ тракторына утын чуркалары әҙерләйһегеҙ икән. Киптергес мейесте ярҙы өңөп эшләргә кемдең башына етте? Нужа өйрәтә инде ул... Нурманы күпме бирәләр? – Ир Моталлаповтар ғаиләһе башҡарған эштең айышына төшөнөп тә алғайны. – Ана, машинам да күренде, һау бул ҡәрендәш... Хисмәтуллаға хат яҙһаң, минән дә сәләм ҡундыр.

Яралы һалдат Гөлйемештең башынан һыйпаны, малайҙарҙың алмашлап арҡаларынан ҡаҡты:

– Хуш-һау булығыҙ...

Нисек өнһөҙ ҡаршылаһа, шулай уҡ өнһөҙ оҙатып ҡалды Мөхәмәтдинде Хисмәт Моталлаповтың ишле ғаиләһе. Үҙен ни көтәлер Юлалы руднигында? Өйҙән алған һуңғы хатта, ниҙер әйтә биреп тә, әйтеп бөтөлмәгән һымаҡ тойомлағайны. Шуға йөрәге урынында түгел. Хисмәтулла бәхетле – балалары теремек, эш өҫтөндәләр, янында – әсәләре. Әлдә, аманатын тапшырҙы, алған бурысын атҡарып ҡуйҙы, иңенән ҙур йөк төштө.

– Кем булды ул? Хисмәт ағай һуғыштан ҡайтҡан икән тип йүгерешеп килеп еттек, – ҡыҙ-ҡырҡын, бисә-сәсә бысылмаған утын өйөмө артынан килеп сыҡты.

– Аталарының сәләмен алып килгән... Күстәнәсен бирҙе мына, – Хәлимә усындағы әйберҙәрен алға һондо.

– Нимә икән?.. Хәлимә апай, ҡана, ҡарайым әле, – йәш ҡатын кәнсирҙе һыйпаны, ҡулына алырға итте.

– Беҙҙеке бит ул, – Марат әрһеҙ ҡатындың итәгенән тартты.

– Һеҙҙеке шул, теймәйем дә баһа, ҡарайым ғына...

– Аҙаҡтан кәнсирен һауыт итеп тотонорға була, ташлап ҡуйма, Хәлимә...

– Эсендә нимә икән?..

– Әллә инде, ит тигәндәй булды, – Хәлимә аңҡы-тиңке тора бирҙе.

– Ней, ҡарале, Хәлимә, бригадир һыйырыңды көтөүҙән һабанға алды иртәнсәк, – аранан кемдер өндәште.

– Нисек һабанға алды? – Хәлимәнең монар ҡаплаған йөҙөн һыпырып алдылар тиерһең, тауышына – ҡатылыҡ, ҡарашына – саялыҡ, хәрәкәтенә киҫкенлек ҡайтты.

– Колхоз үгеҙҙәрен орлоҡ алып ҡайтырға Сараға ебәргәндәр, кәүҙәле биш һыйырҙы көтөүҙән алдылар, – баяғы ҡатын хәбәренә аныҡлыҡ индерҙе.

– Дүрт балам ҡарап торған һыйырымды һәләк итмәкселәрме әллә... Мә, улым, – һаман ҡулынан төшөрмәгән күстәнәстәрҙе Төхвәткә тотторҙо. – Нурмыны эшләмәйенсә өйгә ҡайтмағыҙ... Мин хәҙер... – Хәлимә, үҙенә текләп торған балаларына, әхирәттәренә әйләнеп тә ҡарамай, ҡабалан атлап баҫыу яғына йүнәлде.

– Өндәшмәй торһаң да булған инде, кешене ҡыуанысынан мәхрүм итеп, – үпкәләп әйтеп ҡуйҙы быны кемдер ҡатындар араһынан.

– Ысын ҡыуаныс беҙгә ғүмерҙә лә тәтемәҫ ул, әхирәткәйҙәрем... – моңһоуланған һалдаткалар, йәшлектәренән мәхрүм ҡыҙҙар үҙ мөхитенә, һуғыш төртөп төшөргән байғошлоҡтоң ҡараңғы ысынбарлығына кире ҡайтты.

Хәлимә янына, саҡ ҡына, кеше бәхетенең остоҡ ҡына сатҡыһын татырға тип, зар-интизар булып тартылғайнылар. Тик өмөттәре ҡыҫырға сыҡты, ҡуҙғыған күңелдәре хәҙер ҡанһырап әрней, донъялыҡтың шул тиклем дә ғәҙелһеҙлегенән баштары ергә нығыраҡ баҫылды, ирендәре башҡаса асылмаҫтай ҡымтылды.

– Машиналарға ултырып,

Әйләнәм донъяларҙы.

Атҡа һалһаң, ат тарта алмай,

Беҙ күргән нужаларҙы.

Үҙ эшен, көндәлек мәшәҡәттәрен хәстәрләп төрлө тарафҡа таралышҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡолағына асырғанып, сәрелдәк тауыш менән әйтелгән йыр-таҡмаҡ ишетелде. Яңы ғына Уза яры аҫтында торғандарҙың кемеһенеңдер күңелендәге зары сыҙатманы, тышҡа бәреп сыҡты. 

Һыйырын етәкләп, Хәлимә өйгә кисләтеп кенә саҡ ҡайтып инде. Балаларына бер һүҙ ҙә өндәшеп тормай, соландан күнәген алды ла, Ҡыҙылҡайҙың янына сүгәләне. Йылы һөттөң ҡалай һауытҡа гөмбөрләп ағыуын моңло көйҙәй тыңлап ултыра торғас, тынысланды, уйҙары донъялыҡҡа кире ҡайтты.

Эшен тамамлап яҙылһа – артында балалары теҙелешеп баҫҡан.

– Нурманы тултырҙығыҙмы, Төхвәт? – Бөгөн дә, иртәгә лә, арғы көндәрҙә лә таңды аттырырға, ошо ерҙән атлап йөрөргә, йән аҫырарға кәрәк тә баһа...

– Тултырҙыҡ, әсәй, ныҡ эшләнек! – Гөлйемеш күнәген күтәреп өйгә табан атлаған әсә янынан йәһәтләп урын алды, хатта итәгенә йәбеште.

– Эйе, тултырҙыҡ, әсәй, – оло булараҡ, Төхвәттең һүҙе иң раҫы, әлбиттә. – Атайҙың күстәнәсен дә алып ҡайттыҡ... Өйгә ҡуйҙым...

– Әсәй, ҡарале, һалдат-олатай алманы бирмәне лә ҡуйҙы бит... – Гөлйемеш иларға етеште, танауын мыршылдатып тартҡысланы.

– Ниндәй алма тағы? – Хәлимә аптырап ҡыҙына ҡараны.

– Төхвәт ағай хат уҡыны ла баһа... Ҡышҡыһын... Атай алма бирәм, тип әйтте... Ҙур була, ҡыҙыл була ул, тинең үҙең...

– Шуны иҫләп тораһыңмы ни, бәпесем?.. Бирә алмаған инде атайың. Алманы оҙаҡ тотоп булмай бит, боҙола, серей ята бирһә, – Хәлимә тормош мәшәҡәттәренә башкөллө кире сумды.

Бригадир Хөснулла менән эт булып талашыуы, милиция, суд, хөкөм менән янауына ҡарамай һыйырын ҡыуып алып ҡайтып китеүе шул тормошоноң, тереклек, нәҫеленең киләсәге өсөн көрәшенең бер ваҡиғаһы, бөгөн, иртәгә һәм арғы көндәрҙә башҡасараҡ сүрәттә ҡабатланасаҡ ғәзәти хәл генә ине.

– Фронтовик Хисмәттең дүрт балаһы ҡарап торған һыйырҙы һабанға егеп, ирмен тип йөрөйһөңмө инде, Хөснулла ҡайнаға? Хәҙер үк һыйырымды туғарт! – Ер уртаһында, башын эйеп, күндәм генә ауыр һабанды һөйрәп китеп барған Ҡыҙылҡай янына уҡталды Хәлимә. – Ҡыҙылҡай, һәү-һәү...

Таныш тауышты ишеткән малҡай шып туҡтаны.

– Хәлимә килен, шашма! Башҡаларҙың балаһы юҡмы әллә? Ана, Нурбикәнең Билгәше, тегенеһе – Һылыубикәнеке, арғыһы – Садиҡаныҡы... Бөтәһен дә әләйһә туғарайым. Ә ерҙе нисек һөрөргә, ә? Фрунт икмәк һорай! Ишетәһеңме, икмәк! – Бригадир ҡатындың юлын быуҙы.

– Туғар! Бөтәһен дә туғар! Мисәүгә үҙеңдең атыңды ек. Силсәүиттекен, колхоз председателенекен ек... Һыйырҙарҙы ебәр!..

– Аҡылың икәү икән, әләйһә тор минең урынға!..

– Урының да, үҙең дә кәрәкмәйһең. Һыйырымды бир!

– Бирмәйем!..

– Бирәһең!.. 

Бригадир Хөснулланы этеп ебәрҙе лә, ни ҡылырға белмәй аптырап торған үҫмер малайҙан дилбегәне тартып алып, һыйырҙы туғарҙы, йүгәнен һалдырмай, шул килеш ауыл яғына етәкләп алып китте.

18.

Фото: ирекле сығанаҡ.

 

Автор:
Читайте нас