

Кеше
Кешеләргә кәрәк булһын,
Бер ҡайҙа ла артыҡ булмаһын.
Эшләгәндә, янып эшләһен дә,
Ял иткәндә, көлһөн,
Йырлаһын!
Һыҡранмаһын тормошонан кеше,
Үҙе биҙәп торһон ул уны.
Ҡыуанһын ул,
Яҡты эҙен күреп
Аҡыллы һәм оҫта ҡулының.
Хыялланһын,
Янһын,
Ҡанатланһын,
Тынғы белмәй алға ынтылһын,
Һөйһөн,
Көйһөн,
Күркәм булһын кеше,
Халыҡ ғәме менән ул тулһын!
Үҙ ҡайғыһын кескәй ҡайғы итеп,
Иң ҙур байрам көтөп йәшәһен.
Рәми Ғарипов.
Әйтерһең, был шиғри юлдар Ауырғазы районы Мораҙым ауылы егете Фаил ҡустыма арнап яҙылған. Тормошон үҙе биҙәп, аҡыллы, оҫта ҡулының яҡты эҙен күреп, алға ынтылып, маҡсатлы йәшәгән күркәм кеше ул. Ябай ауыл малайының илебеҙ баш ҡалаһында үҙ урынын табып, уңышлы эшләп йөрөгән, күңеле менән һәр саҡ тыуған ауылында булған Фаил туғаным бөгөн 60 йәшлек юбилейын билдәләй.
Фаил беҙҙең биш балалы ғаиләлә өсөнсөһө булып 1963 йылдың 14 март көндө донъяға килә. Өс малай араһында иң теремеге ул ине. Бәләкәйҙән уҡыуҙа ла һынатманы, спорт менән дә бик дуҫ булды. Ҡышын саңғы ярыштарында һис кенә беренселекте бирмәне, дәрестән һуң ҡараңғы төшкәнсе боҙ майҙансағында хоккей уйнаны. Волейбол-футбол, шашка-шахматҡа ла оҫта ине. Йәйен механизатор ағайҙарға ярҙамсы булып бесәндә, иген йыйып-һуғыуҙа ла өлгөрҙө. Шулай, 7-се кластарҙа бесән күбәләгестә эшләгәндә ҡул быуындарын сығарып йәрәхәт алды, әммә ҡото осҡан тракторист абзыйға бер һүҙ әйттермәне, үҙем ғәйепле тип бригадирҙарҙы ла, инәйемде лә тынысландырҙы. Бәләкәйҙән үҙ аллы, яуаплы, өлгөр, тырыш булды.
Фаил ҡустым 1980 йылда ауылыбыҙ мәктәбен тамамлағас, БДУ-ының, үҙе яратҡан, тарих факультетына документтарын итә, ләкин конкурстан үтә алмай. Военкомат аша ДОСААФ-та уҡып шофер һөнәрен үҙләштерә. 1981-1983 йылдарҙа ил сиге ғәскәрҙәрендә хәрби бурысын үтәп ҡайтыу менән яңынан документтарын университетҡа тапшыра. Экзамендарын уңышлы бирә, конкурстан үтер өсөн хеҙмәт иткән погранотрядтан юллама көтә, ләкин иртәгә приказ була тигән көндө өмөтө өҙөлөп документтарын ала һәм урамда Мәскәүгә төҙөлөшкә саҡырған иғлан күреп, шунда эшкә китергә ҡарар итә. Ятаҡҡа ҡайтһа, хәрби часттән заказлы хат килгән. Бер көнгә юллама һуңлау арҡаһында, Фаилдең тормош юлдары икенсе йүнәлеш ала.
1983 йылдың август айында илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүгә килеп “Главмосстрой” берләшмәһенең СУ-216 участкаһына ябай эшсе булып төҙөлөшкә урынлаша. Шул уҡ көҙҙө Мәскәү хужалыҡ һәм төҙөлөш техникумының киске бүлегенә уҡырға керә. Икенсе йылын мастер, ә ике йылдан прораб булып эшен дауам итә һәм бер юлы ситтән тороп Мәскәү коммуналь хужалығы һәм төҙөлөшө институтына уҡырға инеп, уны уңышлы тамамлай. 1999 йылда иҡтисади көрсөк ваҡытында “Главмосстрой” берләшмәһенең бар төҙөлөш ойошмалары үҙгәртеп ҡорола һәм шул көндән бөгөнгәсә Фаил ҡустым ООО “СТС” ойошмаһында төҙөлөштөң инженер системаларын ҡороу буйынса инженер-прораб булып уңышлы эшләй.
Фаил Вәкил улының төҙөлөштәге хеҙмәт юлына быйыл 40 йыл була. Шул йылдар һуҙымында ул йөҙҙән ашыу ҙур социаль объектар, йорттар төҙөүгә үҙ өлөшөн керткән. Бигерәк тә, бар илгә билдәле үҙенсәлекле архитектура объекттарында үҙенең көсөн һалыуына ғорурлана беҙҙең туғаныбыҙ. Былар: А.В.Тарасов исемендәге “Мегаспорт” спорт һарайы, янғындан һуң яңынан төҙөлгән Мәскәү Манежы, Мәскәү Ҡала Суды бинаһы, ФСБ академияһының яңы корпустары, Федераль Йыйылыштың Федерация Советы, Рәсәй хөкүмәтенең яңы, Рәсәй Президентының идаралыҡтары биналары комплекстары, билдәле Петровка-38 урамындағы МУР-ҙың яңы бинаһын, Склифосовский исемендәге НИИ-та ашығыс ярҙам биналар комплексы, билдәле медицина үҙәге Коммунаркала яңы биналар һәм бала табыу йорто, Рәсәй Генераль прокуратураһының яңы корпустары һ.б. Фаилдең эшләгән коллективы һәм үҙе тураһында бер нисә тапҡыр Мәскәү гәзиттәрендә мәҡәләләр уҡып шатландыҡ. Хеҙмәттәге уңыштары “Главмосстрой” төҙөлөш берләшмәһе идараһының Маҡтау грамотаһы (1995) менән билдәләнгән, “Мәскәүгә 850 йыл иҫтәлегенә” (1997) миҙалы менән наградланған.
Беҙҙең туғаныбыҙ бик алсаҡ, изге күңелле, туған йәнле кеше, егәрле, уңған ғаилә башлығы һәм балаларына хәстәрлекле, яғымлы атай һәм олатай. Тормош иптәше Әлшәй ҡыҙы Флида Миниғәли ҡыҙы менән 35 йыл бер-береһенә терәк, матур өлгөлө ғаилә булып донъя көтәләр. Улар ике балаға ғүмер биреп, юғары белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығарҙылар. Бөгөн инде балаларҙың үҙҙәренең ғаиләһе, ҡыҙыбыҙ менән кейәүебеҙ үҙҙәре барыбыҙҙы ла ике ейән менән шатландыралар.
Һәр ауылдашыбыҙҙың сит ерҙәрҙә лә йәшәп тә эштәрендә ҙур уңыштарға өлгәшеүҙәре, үҙҙәренең тыуған ерҙәрен, тамырҙарын онотмай даими бәйләнештә булыуҙары, ауылдағы төрлө йәмәғәт эштәренә матди ярҙам күрһәтеүҙәре бар ауылдаштарыбыҙ өсөн ғорурлыҡ һәм шатлыҡ.
Факил ДИЛМӨХӘМӘТОВ.
Автор фотолары.
Ауырғазы районы.