Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
10 Апрель 2023, 05:35

Ҡорманаевтар ғаиләһендә 11-се бала тыуған

Ҡорманаевтарҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Сабый һау-сәләмәт, бәхетле булыр үҫһен. "Шоңҡар"ҙар. 

Ҡорманаевтар ғаиләһендә 11-се бала тыуғанҠорманаевтар ғаиләһендә 11-се бала тыуған
Ҡорманаевтар ғаиләһендә 11-се бала тыуған

 

Дәүләкән районында  Ҡорманаевтар ғаиләһендә 11-се бала тыуған. 39 йәшлек Гөлназ социаль селтәрҙәрҙә ошо хаҡта ҡыуанысы менән уртаҡлаша."2023 йылдың 23 мартында рамаҙан байрамының беренсе көнөндә ҡыҙыбыҙ Ынйы тыуҙы. Һәр ваҡыт сәләмәт һәм бәхетле бул! Яратҡан иремә һәм ғаиләмә ярҙам өсөн рәхмәт! Мин һеҙҙе бик яратам", - тип яҙған бәхетле әсәй яҙған. Ҡатын шулай уҡ Республика перинаталь үҙәге һәм Дәүләкән үҙәк район дауахана табиптарына һәм хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдергән. 

Ынйы Ҡорманаевтарҙың татыу ғаиләһендә 6-сы ҡыҙ бала. Быға тиклем Гөлназ менән Айнур 5 малай һәм 5 ҡыҙ тәрбиәләгән.

"Бәхет аҡсала ла, уның күләмендә лә түгел, ә ғаиләлә. Минең ғаиләм - ул минең күп балалы бәхетем", - тине Гөлназ "Башинформ " хәбәрсеһенә биргән интервьюһында.

Фото: "Башинформ"

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас