Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
11 Апрель 2023, 16:05

Хикәйәләр конкурсында ҡатнаш!

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар тураһында хикәйәләр конкурсы иғлан ителде.

Хикәйәләр конкурсында ҡатнаш!Хикәйәләр конкурсында ҡатнаш!
Хикәйәләр конкурсында ҡатнаш!

Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең ҡаһарманлығы «Zа Родину» йыйынтығына инеүе ихтимал

Бының өсөн Рәсәй буйлап үткәрелгән хикәйәләр конкурсында ҡатнашырға кәрәк.

Йыйынтыҡҡа милләт-ара дуҫлыҡ, үҙ-ара ярҙам һәм төрлө милләт вәкилдәренең батырлыҡтары тураһындағы иң сағыу тарихтар инәсәк.

2023 йылдың 18 майында Мәскәүҙә тантаналы сара барышында йыйынтыҡтың исем туйы уҙасаҡ. Китап иң яҡшы тарих авторҙарына бүләк ителә һәм Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығына, Еңеү музейына, Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡҡа тапшырыласаҡ.

▪Конкурста нисек ҡатнашырға

  махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының фотоһүрәтен һәм яугир хаҡындағы мәғлүмәтте, уның батырлығы, яу яланындағы милләт-ара дуҫлыҡ тураһындағы тарихтарҙы 2023 йылдың 9 майына тиклем электрон почтаға zarodinu240222@mail.ru ебәрергә кәрәк

  хикәйәнең күләме - кәмендә 2 мең билдә.

  махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан кешенең наградалары тураһында (әгәр булһа) өҫтәмә мәғлүмәтте һәм уның биографияһын беркетергә кәрәк

Мотлаҡ! Хатты ебәргәндә хикәйә авторының (йәки авторҙар коллективының) исем-фамилияһын, шулай уҡ бәйләнеш өсөн мәғлүмәт күрһәтергә кәрәк.

▪Конкурс жюрийы

Иң яҡшы хикәйәләрҙе «Рәсәй Геройы» тигән юғары исемгә лайыҡ кешеләр һайлап ала.

▪Конкурсты ойоштороусылар

Мәскәү ҡалаһының Милли сәйәсәт һәм төбәк-ара бәйләнештәр департаменты булышлығында «Халыҡ-ара интеграция технологиялары» коммерцияға ҡарамаған фонды www.fondmit.ru.

Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт: https://vk.cc/cn22bp

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

         

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас