+22 °С
Ямғыр


1833 йылдың 24 апрелендә британлы Джозеф Пристли газландырылған һыуға патент алған икән. Химик тәүҙә һыра яһау процесын күҙәткән, бигерәк тә шыйыҡлыҡта ҡыуыҡтар (күберсектәр, пузырьки) сығыуы ҡыҙыҡһындырған. Һыра өҫтөнә һыу һауыты ҡуйып, тәжрибә үткәреп ҡараған, формула сығарған...
Советтар Союзында Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, газлы һыуҙы махсус эшләнгән арбаларҙа, киоскыларҙа һатҡандар. Һуңғараҡ урамдарға автоматтар ҡуйылған. Ҡыҙыҡ: ябай газландырылған һыу бер тин, ә сироп ҡушылғаны өс тин торған.
Фото: zergulio.livejournal.com