

1.Ҡыҙыҡһыныусы кешеләрҙе һайлап алыу конкурсы шарттары менән таныштырыу
Башҡортостан Республикаһы фән һәм мәғариф министрлығы фән һәм мәғариф өлкәһендәге инициативалы бюджетлау проекттарын тормошҡа ашырыу Советы менән шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһының фән һәм мәғариф үҙәгенең идара итеүсе компанияһы” автоном коммерциялашмаған ойошмаһы менән берлектә 2023 йылда Башҡортостан Республикаһы бюджетынан субсидиялар биреүгә муниципаль белем биреү ойошмалары базаһында уҡыусылар башланғыстарына нигеҙләнгән предуниверсарийҙар селтәрен үҫтереүгә инициативалы бюджетлау проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн конкурслы һайлап алыу үткәрелә.
Беҙҙең Дан орденының тулы кавалеры Зотов Виктор Никифорович исемендәге 46-сы лицейҙа был проектта ҡатнашыу ҡарары ҡабул ителде. Беҙҙең инициативалы бюджетлауҙы тормошҡа ашырыуҙа тәжрибә бар, сөнки 2021 йылда “Мәктәп медиацентры” проекты менән ҡатнаштыҡ һәм конкурслы һайлап алыу һөҙөмтәһендә уны тормошҡа ашырыуға субсидия алдыҡ.
Быйылғы йылда беҙ предуниверсарийҙы үҫтереү буйынса конкурслы һайлап алыуҙа ҡатнашабыҙ, ҡатнашыу өсөн шарттар күпкә артты, проект та күләмлерәк. Шарттар ниндәй?
Беренсенән, беҙҙең лицейҙы үҫтереүгә ҡыҙыҡһынған балаларҙан команда йыйыу.
Икенсенән, “мейе штурмы” үткәреп, идеялар һайлап алыу.
Өсөнсөнән, беҙҙең идея тураһында башҡалар ҙа белергә тейеш, уны киң мәғлүмәт саралары аша еткерергә кәрәк.
Дүртенсенән, проекттар әҙерләү, хаҡтарын иҫәпләү, ниндәй хәүефтәр булыуын баһалау, тормошҡа ашырыу этаптарын билдәләү, яуаплы башҡарыусылар, бағыусылар һәм партнерҙар йәлеп итеү.
Бишенсенән, проектты дөйөм мәктәп тауыш биреүенә сығарыу һ.б.
Заявка өсөн докуменнттар пакеты 16 исемдән тора.
Сығанаҡ: 46-сы мәктәп.
Фото: 46-сы мәктәп.