Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
8 Май 2023, 14:40

ҺУҒЫШТАН һУҢ ТЫУҒАН БАЛАЛАР

Тик ҡананы беҙҙең күҙ алдында Атайҙарҙа ҡалған яралар.

ҺУҒЫШТАН һУҢ ТЫУҒАН БАЛАЛАРҺУҒЫШТАН һУҢ ТЫУҒАН БАЛАЛАР
ҺУҒЫШТАН һУҢ ТЫУҒАН БАЛАЛАР

Шартлау тауыштарын ишетмәнек -
Һуғыштан һуң тыуған балалар.
Тик ҡананы беҙҙең күҙ алдында
Атайҙарҙа ҡалған яралар.

Шул яралар әрнеп һыҙлағанда,
Йәшләнгәндә әсәй күҙҙәре,
Беҙҙең йөрәккә лә һуғыш шаңы
Һалып китте нәфрәт эҙҙәрен.

Туя ашап үҫтек ҡара икмәкте
Күрмәһәк тә кәнфит-маҙарҙар.
Беҙҙең өсөн ҙур байрамдар булды -
Күстәнәстәр ҡайтһа баҙарҙан.

Әммә ҡулға алып телгән саҡта
Яңы бешкән арыш икмәген
Әсәй күҙҙәренән тамған шатлыҡ
Күңелдәрҙән эҙһеҙ үтмәне.

Ахыры, бер аҙ иркәләк тә үҫтек
Һуғыштан һуң тыуған балалар.
Әммә йөрәктәрҙе сыйыр булды
Атайҙарҙа ҡалған яралар.

1979

Фото: Бәйләнештә. 

Автор:
Читайте нас