

Билдәле йырсы Әнүәр Нурғәлиевтың һеңлеһе юл фажиғәһендә һәләк булған
Кисә Шишмә районында үлемесле авария булған. Унда өс бала әсәһе, билдәле блогер Диана Сәфәрова һәләк булған. Уның үлемен яҡын туғаны, билдәле йырсы Әнүәр Нурғәлиев раҫлаған.
Мәғлүм булыуынса, блогер машина менән ҡунаҡтан өйөнә ҡайтып барған, шул мәлдә уның машинаһына билдәһеҙ водитель килеп бәрелгән. Республика автоинспекцияһында был хәлгә комментарий бирелмәй. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.
Диана Сәфәрова яңғыҙы өс балаһын тәрбиәләгән. Социаль селтәрҙә дөрөҫ туҡланыу буйынса блог алып барған. Үҙенең яҙылыусылары менән йыйған 600 мең һум аҡсаға яугирҙәребеҙ өсөн кәрәкле әйберҙәр һатып алып, үҙе руль артында 2500 саҡрым үтеп, СВО-ға алып барып тапшырған.
«Ә бөгөн, Диана вафат булды. Уның өс бәләкәй балаһы ҡалды. Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ», – тип яҙа район төркөмдәренең береһендә ҡатындың яҡташтары.