Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
17 Май 2023, 18:08

АҠ ЙЫЛАН

Йүгереп эргәһенә килһәм, әсәйемдең аяғына уралып ҡына йылан ята.

АҠ ЙЫЛАНАҠ ЙЫЛАН
АҠ ЙЫЛАН

Әле тегендә, әле бында йылан күп, тип яҙалар. Шул йәһәттән ҡапыл ғына бер таныш егеттең һөйләгәне иҫкә төштө.
"Әсәйем ҡапыл ауырып китте. Төрлө балнистарға йөрөтөп ҡараһаҡ та, файҙаһы булманы. Һуңғы барғаныбыҙҙа врач асыҡтан-асыҡ әйтте: "Әсәйегеҙҙең сире дауаға килмәй, йонсотоп йөрөтмәгеҙ, өйҙә генә ятһын. Күпме ғүмере ҡалғандыр, әйтә алмайым, барыһы ла Алла ҡулында."
Әсәйҙе өйҙә ҡарарға керештек: төрлө үләндәр, бал, ҡымыҙ... Ләкин, барыбер, сир үҙенекен итте, әсәй бөтөнләй аяҡтан йығылды. Башта карауатта йоҡлай ине, аҙаҡ унда ла ята алмай башланы. Креслола ултырған килеш кенә урыҡ-һурыҡ ойоп китә. Бер көн иртән әсәйемде ҡарарға бүлмәһенә кергән ҡатыным сарбайлап ҡысҡырып ебәрҙе. Йүгереп эргәһенә килһәм, әсәйемдең аяғына уралып ҡына йылан ята. Үҙе ап-аҡ! Күҙҙәре генә, ике төймәне хәтерләтеп, ҡап-ҡара булып йылҡылдаша.
Мин таяҡ эҙләп алып килгәнсе, йылан юҡҡа сыҡҡан. Уғаса булмай әсәйем уянды. "Эй, тыныс йоҡланым бөгөн, балалар. Рәхмәт, тәрбиәләйһегеҙ!" - тине ул.
Көнө буйы йылан күҙгә салынманы. Кис әсәй янына ике-өс тапҡыр кереп ҡараным, күренмәне теге зәхмәт.
Иртән ҡатындан алда әсәйемдең бүлмәһенә үҙем индем. Теге нәмә йәнә ап-аҡ булып әсәйҙең аяғына уралып ята. Мине күргәс, тыйнаҡ ҡына борғаланып ҡайҙалыр ғәйеп булды. Иҙәндә ярыҡ-фәлән дә юҡ, нисек юҡ булалыр ул, аптыраным.
Шулай көн дә ҡабатлана башланы. Иң ғәжәбе шунда - бығаса күҙенә йоҡо эленмәгән әсәйебеҙ төндө тыныс үткәрә. Ауыртыу-һыҙлауҙары ла баҫылғандай булды.
Ярты йыллап дауам итте был хәл. Көҙгә аяҡ баҫыр алдынан әсәйебеҙ яҡты донъя менән хушлашты. Уны мәңгелек йортона оҙатып ҡайтҡандың иртәгәһенә иртән әсәйемдең бүлмәһенә индем. Кресло эргәһендәге балаҫта уралып ҡына тағы теге "йомғаҡ" урын алған. Минең кергәнде күргәс, ул һуҙыла биреп бер ыҫылданы ла, башҡа ваҡыттағы һымаҡ, шым ғына юҡҡа сыҡты. Шул көндән алып башҡаса күренмәне йылан."

P.S. Бына шулай, дуҫтар. Ә һеҙ йыландар менән бәйле ниндәй ваҡиғаларға юлыҡҡанығыҙ бар. Бүлешегеҙ әле.

Сибәғәт Рахманғолов

Автор:
Читайте нас