Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
18 Май 2023, 06:05

Һуңғы ҡыңғырау шылтырар мәл етә

Һеҙҙең өсөн һуңғы ҡыңғырау ҡасан шылтыраны. Шул тантаналы ваҡыттарҙы һағынаһығыҙмы? 

Һуңғы ҡыңғырау шылтырар мәл етәҺуңғы ҡыңғырау шылтырар мәл етә
Һуңғы ҡыңғырау шылтырар мәл етә

Өфө мэры Ратмир Мәүлиев «2022-2023 уҡыу йылында сығарылыш кластары өсөн тантаналар уҙғарыу көндәре тураһында»ғы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Документ 17 майҙа ҡала хакимиәтенең рәсми сайтында баҫылған.

«2022-2023 уҡыу йылын ойошҡан рәүештә тамамлау маҡсатында 2023 йылдың 22 майында 11-се класс уҡыусылары өсөн «Һуңғы ҡыңғырау» дөйөм ҡала байрамын үткәрергә», — тиелә текста.

Бынан алдараҡ баш ҡала халҡын 22 майҙа «Торатау» конгресс-холының түбәнге майҙансығында мәктәп тамамлаусылар өсөн тантаналар ойоштороуға бәйле Зәки Вәлиди (Аксаковтан алып Мәжит Ғафуриға тиклем) һәм Мәжит Ғафури (Пятигорск урамынан Пушкин урамына тиклем) урамдары участкаларында хәрәкәтте сикләү тураһында иҫкәрттеләр. Сикләү көндөҙгө сәғәт 12-нән киске 5-кә тиклем ғәмәлдә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Һуңғы ҡыңғырау уҙғарылған көндә хәмер һатыу тыйыла.

"Бшинформ" агентлығы. 

Автор:
Читайте нас