

ЙӨҘ ЙЫРТЫУ.
Ҡатмарлы, аңлайышһыҙ замандың тағы бер бик йәмһеҙ яғы асылды. Кемдеңдер фекеренсә, бар башҡорттар ҙа береш фекер йөрөтөргә тейеш, ә йөрөтмәһә - шул кемдәрҙең әшәке һүҙҙәр яҙырға, йөҙ йыртырға хоҡуҡтары бар. Хатта бәғзеләр ҡатын-ҡыҙҙарҙы логика булмауҙа ла ғәйепләп ташлай.
Борондан башҡорттар бер-береһенә ихтирамлы, ололарҙы оло итеп, кеселәрҙе кесе итеп күрергә, әсәләргә, ҡатындарына, ҡыҙҙарына айырыуса ихтирамлы булыуҙары менән һоҡландырғандар. Был хаҡта бик күп яҙмалар бар, Брокгауз һәм Эфрон һүҙлеген генә уҡып сығығыҙ.
Ҡайҙан ҡалҡып сыҡты һуң был башҡорттоң яңы ауырыуы - йөҙ йыртыу? Тупһыҙлыҡ?Ни өсөн барыһы ла бер фекерле булырға тейеш? Һәр кемебеҙ бер эштә, һәр кем үҙ эшен намыҫ менән башҡара.
Беҙ бар ғаиләбеҙ менән тиерлек башҡорт теле митингаһына сыҡҡанда, әлеге йөҙ йыртыусыларҙың да күбеһе булманы. Башҡа төрлө йыйындарҙа ла. Әммә был миңә шәхсән кемдеңдер йөҙөн йыртырға, әшәке һүҙҙәр яҙырға хоҡуҡ бирмәне.
Мин - башҡорт балаһы. Милләттемдән тейешенсе тәрбиә алғанмын - ғаиләнән дә, башҡорт мәктәптәренән дә, төрлө ауылдапҙың ололарынан да, аралашҡан миләттәштәремдән дә. Мин аралашҡан сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, сәйәсәт, йәмәғәт эшмәкәрҙәре - хатта ҡапма-ҡаршы фекер йөрөтһәк тә, бер кем минең йөҙҙө йыртмай, тиерлек. Ә йыртҡандары - уларға Темәс йыйынымы, уңышың тураһында яңылыҡ мы, боҙоҡлоҡ яҙырға әҙерҙәр - исемдәрен теҙеп яҙырға ла түгел хатта))
Хатта миңә һүгенеп, янап яҙған бәғзеләргәлә мин бысраҡ яҙмайым. Сөнки, әйтәм бит, мин милләттем балаһы.
Үҙ-ара һөйләшә, аңлаша алғанға бит нисәмә ырыу, хатта быуаттар буйы ҡан дошман булып йәшәгән бөрйән менән ҡыпсаҡтар бер халыҡ булып ойошҡан. Бик ҙур тарихи боролоштарҙа ла халыҡ булып ҡала алған.
"Донъя тулы фәрештә, һәр береһе бер эштә", тигәндәй, һәр кем үҙ халҡын ҡайғыртып, үҙ эшен башҡара ла инде. Бик матур, ойошоп, берләшеп йыйын үткән, ә башҡалар, мәҫәлән, был мәсьәләгә икенсе ҡарашта йә бөтөнләй фекер йөрөтмәй икән - нишләп кемдер "башҡортораҡ" булған булып, ҡәһәрләү, тупаҫ һәм йәмһеҙ әрләшеү кимәленә төшә һуң?!.
Һәр кемебеҙ рухлы, әммә һәр кемебеҙ ихтирамлы ла булырға тейеш.
Башҡорттарҙың әҙәплелегенә, аңына һоҡланған Лев Толстойҙар хәҙер нимә әйтер ине икән?..
Тупаҫлыҡ, үҙеңде тыя белмәү, тирә-яҡҡа төкөрөк сәсеп йөҙ йыртыу - башҡорттоң яңы һыҙатын булдырыусыларға иғтибар итмәй йәшәп булмай шул. Ниндәй генә бысраҡлыҡҡа төшһәләр ҙә, улар ҙа бит халҡыбыҙҙың улдары һәм ҡыҙҙары...
Әммә ошо замандан башлап, башҡорттоң данлыҡлы әҙәплелеге, бер-береңде ихтирам итеү йолалары боҙола, күрәһең.
Аяныслы хәл...