Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
25 Май 2023, 14:25

13 йыл нахаҡҡа төрмәлә ултырған

Хөкөм ҡарары хаталы тип танылыуға ҡарамаҫтан, уны оҙаҡ йылдар - бөгөнгәсә ғәмәлдән сығармағандар.

13 йыл нахаҡҡа төрмәлә ултырған13 йыл нахаҡҡа төрмәлә ултырған
13 йыл нахаҡҡа төрмәлә ултырған



Ғәйепһеҙ көйөнә 13 йыл төрмәлә ултырып сыҡҡан Фәтхулла Исхаҡовты аҡланылар.

1959 йылда Фәтхулла Исхаҡовты кеше үлтереүҙә ғәйепләп, хөкөм иткәндәр. Төрмәнән сыҡҡас, хөкөм ҡарарын юҡҡа сығарыуға өлгәшергә теләп, Рәсәйҙең Конституция, Алтынсы кассация, Юғары судына барып еткән.

Хөкөм ҡарары хаталы тип танылыуға ҡарамаҫтан, уны оҙаҡ йылдар - бөгөнгәсә ғәмәлдән сығармағандар. Ниһайәт, ғәҙеллек тантана итте. 50 йылдан һуң яҡташыбыҙ намыҫлы исемен кире ҡайтарҙы.

Башҡортостаным/яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас