Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
28 Май 2023, 13:45

“Миңә был сабый кәрәкмәй”

Ә ниңә әсәһен үҙһенмәгәнен төшө­нөү ҡыйынмы ни? Һинең ташлап киткәнеңде аңламаймы ни бала? 

Гөлнур үҙенең һеңлекәше Зиләнән ишеткән тәүге һүҙҙәр ине был. Зилә сабый уралған төргәкте ҡулында сирҡанып ҡына тотоп тора. Бала тыуҙырғанына үкенгәнен әйтмәһә лә, күҙҙәре, үҙен тотошо һата уны.

– Ә ниңә таптың, улай булғас? – тип һораны Гөлнур.

– Беләһең бит инде. Айнур кире ҡайтыр тип өмөтләнгәйнем. Аҙаҡ һуң булды...

Ошо мәлдә уның ҡулындағы сабый илап ебәрҙе. Зилә йөҙөн һытты.

– Илай ҙа илай, ни эшләтергә һуң? – ул ҡәнәғәтһеҙ генә апаһына ҡараны.

– Асыҡҡандыр, – тине Гөлнур.

Һеңлеһенең баланы килбәтһеҙ тотоуын һәм саҡ төшөрөп ебәрмә­үен күреп, Гөлнур: “Бир бында!” тип сабыйҙы унан тартып алды.

Шунан алып бәпес һәр саҡ Гөлнурҙа булды. Уға Рита тип исем ҡуштылар. Тәүге мәлдәрҙә Зилә уны тәрбиәләргә тырышҡан һымаҡ та ҡыланды, әммә тиҙ ялҡты был “эштән”. Сабый уның һарыуын ғына ҡайната ине, өйҙән сығып китер ине лә, барыр ере юҡ шул.

Ауылда тыуып үҫкән апалы-һеңлеленән бер нисә йыл элек башта – өлкәнерәк Гөл­нур, артабан Зилә уҡырға тип ҡала­ға килделәр. Әле ҡуртымға алынған фатирҙа көн күрәләр. Әсәләре аҙыҡ-түлек менән ярҙам итә, ҡайһы саҡ аҡса ла ебәргеләй. Ул, әлбиттә, өләсәй булғанын шунда уҡ ишетте, хатта кесе ҡыҙын ҡы­йыулығы, йәғни баланы ҡалдырырға ҡарар итеүе өсөн маҡтап та ҡуйҙы. Ә уның сабыйын ҡарарға теләмәүен Гөлнур әсәһенә әйтеп торманы инде. Хәйер, ҡыҙҙарының хәлен белешергә килгәндә Наилә апай былай ҙа барыһын да күрә ине: Гөлнур бәпес менән ҡала, ә Зилә һәр саҡ ҡайҙалыр сығып юғала.

Шулай бер йыл самаһы уҙҙы. Бер көн Зилә Гөлнурҙың баланы йоҡлатыуын көтөп алды ла (үҙенең быны эшләргә һис түҙемлеге етмәй ине), апаһына былай тине:

– Апай, мин шундай шәп егет менән таныштым! Йөҙгә сибәр, эш хаҡы ҙур, бергә йәшәргә тәҡдим итә.

– Бик һәйбәт. Ә Ританы ҡабул итерме? – тип аныҡларға тырышты Гөлнур.

– Юҡ... – тип башын эйҙе Зилә. – Тимурға сит ирҙән тыуған бала кәрәкмәй.

– Улайһа, икенсе ҡыҙға китеп олаҡһын! Ниңә кәрәк ундай кеше?! – тип ҡыҙҙы апаһы.

– Иҫәрһеңме әллә!? – Зилә лә ярһып китте. – Башҡаса ҡайҙан табайым мин ундай егетте? Күптән кейәүгә сығырға кәрәк тәбаһа! Был минең өсөн берҙән-бер мөмкинлек икәнен аңлайһыңмы?

Бер йыл эсендә Гөлнур ҙа Рита­ға эҫенеп өлгөргәйне инде. Шул тиклем матур итеп йылмайған, тирә-яҡты ҡыҙыҡһынып күҙәткән был тере йомғаҡты нисек яратмаҫ­ҡа мөмкин инде...

– Бәлки, Рита һиндә йәшәп торор әлегә... – тип ҡыйыуһыҙ ғына белдерҙе Зилә. – Ул да һиңә өйрәнгән, һин дә уға...

– Уның әсәһе бар бит! Әсәйһеҙ йәшәргә тейешме ни ул?!

– Мин килеп йөрөрмөн, йыш килермен, – тине Зилә. – Бүләктәр алып килермен, аҡсалата ярҙам итермен. Апай, аңла инде мине – был егетте лә ысҡындырһам, ни эшләрмен...

Гөлнур, һеңлеһенә нисек кенә асыуы килмәһен, риза булырға мәж­бүр ине, әлбиттә. Юғиһә, бер туған һеңлеһенең балаһы үҙен күрә алмаған үгәй атай менән йәшә­йәсәк йә уны ауылға өләсәһенә алып барып ташлаясаҡтар, йә иң насары – балалар йортона олаҡтырасаҡтар.

Зилә, әйберҙәрен йыйып, Тимуры янына китеп барҙы. Ә бер аҙҙан Гөлнур бала ҡарап өлгөрә алмауын аңланы инде: ул үҙе студент, үҙе кистәрен кафела эшләп йөрөй. Быға саҡлы бик ваҡыты тығыҙ булғанда сабыйҙы Зиләгә ҡалдыра торғайны, уныһы, ауырға ҡалғас, институтты ташланы. Хәҙер бындай мөмкинлек ҡалманы – һеңлеһе шәхси тормошон ҡороу менән мәшғүл. Бала ҡараусы ялларға хәленән килмәй, сөнки кафела эшләп тапҡан аҡсаһын тулыһынса фатир хужаһына биреп барырға кәрәк буласаҡ.

Ахырҙа ауылдан әсәләре ярҙам­ға килде. Гөлнурға уҡыуын тамам­ларға кәрәк бит. Әсәһе хәҙер бала менән ултыра, ә ул дәрестәргә йөрөй, төндәрен диплом эше яҙа. Әсәй кеше кесе ҡыҙын әрләүҙән бушамай ине, телефондан шылтыратып оялтырға ла тырышып ҡарай, тегеһе ҡолағына ла элмәй, артабан  шылтыратыуҙарға яуап та бирмәй башланы.

Гөлнур дипломын уңышлы яҡланы. Шул айҡанлы торт менән сәй эсеп алғас, әсәле-ҡыҙлы арта­бан нисек йәшәү, Ританы нисек   тәрбиәләү тураһында һөйләште­ләр. Нимә генә тимә, Зиләне яуап­лы булырға саҡырыуҙан фәтүә юҡ икәнлеге аңлашыла, баланы ошонда үҫтерергә тура киләсәк.

– Ҡыҙым, әйҙә мин Ританы алып ҡайтайым, – тине Наилә. – Ауылда саф һауа, балалар баҡсаһы менән мәктәп тә бар. Ихатала сәскә ултыртырбыҙ, урманға емеш-еләккә йөрөрбөҙ.

– Әсәй, һинең йөрәгең ауырта бит, арҡаң да һыҙлай. Ритабыҙ тиҙҙән йүгереп йөрөй башлаясаҡ. Нисек артынан өлгөрөрһөң? – тип ҡаршы төштө Гөлнур.

– Нисек тә өлгөрөрмөн әле...

– Юҡ, әсәй, мин дә һеҙҙең менән ауылға ҡайтам!

– Нисек инде ул?

– Бик ябай ғына – мәктәпкә эшкә урынлашырмын. Ауылда йәш педагогтар кәрәктер, моғайын. Бергә йәшәрбеҙ – мин, һин һәм Рита.

– Ҡыҙым, һинең ҡалала йәшәгең килмәйме ни?

– Ә бында мин нимә юғалт­ҡан­мын? – тип көрһөндө Гөлнур. – Бер ҡайҙа ла сығып йөрөмәйем, әхи­рәттәрем дә төрлө яҡҡа тараласаҡ.

– Үҙ ғаиләңде ҡорорға кәрәк бит әле, балаҡайым...

– Әсәй, хәҙер ХХI быуат – ғаилә ҡороу өсөн ҡайҙалыр барып йөрөр­гә кәрәкмәй, өйҙән дә танышырға була.

Дөрөҫөн әйткәндә, шәхси тормошо Гөлнурҙы әллә ни борсомай ине. Ҡаланан ялҡҡан ул: фатирҙы ҡуртымға алыу бик ҡиммәт, уҡы­тыусыларҙың эш хаҡы үтә бәләкәй. Педагогтарға ауылда йәшәүе анһа­тыраҡ, һауа менән һыу ҙа таҙа, ҡалалағы кеүек ығы-зығы ла юҡ, үҙең үҫтергән ризыҡ тулып ята...

Улар өсәүләп ауылға күсеп килде. Гөлнурҙы шунда уҡ мәктәпкә эшкә алдылар. Наилә апайҙың тормошона ла йән ингән кеүек булды. Кескәй Ритаға ла бында ныҡ оҡшай ине. Ул бик теремек һәм аҡыллы бала булып үҫте.  

Зилә лә ҡыҙына бер нисә тапҡыр килеп әйләнде, тик оҙаҡ тормай ине, ҡайтыу яғын ҡарай. Әсәһенең һәм апаһының нисек йәшәүе тура­һында һорашыуына “Һәйбәт” тип кенә ҡуйҙы, әммә йөҙө арыған, нимә­нәндер талсыҡҡан кешене хәтер­ләтте. Гөлнур социаль сел­тәрҙә Ританың фотоһүрәттәрен ебәрһә лә, Зилә яғынан яуап юҡ, ҡайһы саҡта ғына “лайыҡ” ҡуйған була. Ире Тимур кескәй Ританы күрергә лә теләмәй икән. Хәйер, ҡыҙ бары­бер әсәһе менән ҡалаға юлланырға теләмәҫ ине. Бында уның әхирәт­тәре, яратҡан эте менән бесәйе бар, ә унда бер кеме лә юҡ...

Ритаға 13 йәш тулған көндә лә ул, төрлө бүләктәр тотоп, ауылға килде. Улы тыуған икән, Илһам тип исем ҡушҡандар. Быға саҡлы бер нисә йыл инде күренгәне лә юҡ ине. Тик Ританың был бүләк­тәр­гә иҫе китмәне. “Мин хәҙер ҙур, ҡурсаҡ уйнатмайым!” тип әсәһе тотторған төргәкте кире бирҙе лә күрше бүлмәгә сығып китте.

– Ниңә улай итә ул? Һеҙ баланы миңә ҡаршы ҡотортаһығыҙ! – тип илап ебәрҙе Зилә.

– Беҙме? – тип асыуланды Гөлнур. – Ул һине онотмаһын өсөн барыһын да эшләргә тырышабыҙ. Ә ниңә әсәһен үҙһенмәгәнен төшө­нөү ҡыйынмы ни? Һинең ташлап киткәнеңде аңламаймы ни бала? 

Шул мәлдә күрше бүлмәлә Ил­һамдың илаған тауышы ишетелде. Ҡа­тындар шунда йүгерҙе. Малай илай-илай әсәһенә һыйынып: “Ул миңә һуҡты!” – тине, Ритаға күрһәтеп.

– Һин ниңә ҡустыңды рәнйе­тәһең? – тип екерҙе Зилә.

– Ниндәй ҡустым булһын ул? Һин, апай, ҡысҡырынма, юғиһә участковыйҙы саҡырам. Ә балағыҙ минең әйберҙәрҙе туҙҙырмаһын... – тип яуапланы Рита.

Шул мәлдә ишектән, ысынлап та, участковый килеп инде. Зилә аптырап китте.

– Һин иҫәрме әллә? Ниңә милиция саҡырҙың? – тип асыуланып һораны Зилә Ританан.

– Әсәйемдең ире был, эштән ҡайтты, – тип сикәһе тирәһендә бармағын өйрөлттө Рита. – Ә һин шуны ла белмәйһең...

Уныһын Зилә, ысынлап та, белмәй ине. Бер нисә йыл элек Гөлнур апаһы кейәүгә сыҡҡан һәм Рита менән бергә иренең йортона күскәндәр икән, әле өләсәһенә ҡунаҡҡа ғына килгән мәлдәре. Шунда ғына Зилә апаһының һәм ҡы­ҙының тормошонан нисек алыҫ булыуын аңланы. Хатта ҡайҙа йәшәгәндәрен дә белмәй бит.

– Ә ниңә әйтмәнегеҙ? – тине ул.

– Ә һинең ҡыҙыҡһынғаның булдымы? – тип ғәжәпләнде әсәһе.

Зилә йәнә иларға кереште. Уны тынысландырып, ниһайәт, апалы-һеңлеле һөйләшеп алырға булды.

Зилә ире Тимур менән йәшәй алмағандарын һөйләне. Уныһы бик холоҡһоҙ булған икән, бөтә нәмәне тыйған. Улдары Илһам тыуғас та иренең уға ҡарашы йомшармаған, хәҙер хатта эскелеккә һабышҡан. Ахырҙа Зилә унан киткән, ҡалала бер фатирҙан икенсеһенә күсеп йөрөгән, тамам үҙәгенә үткәс кенә, ауылға туғандарына ҡайтып, ғәфү үтенергә булған.

– Бик асыулы итеп ғәфү үте­нәһең, – тине Гөлнур. – Һин башта ҡыҙыңдан ғәфү үтен. Рита – изге йәнле бала, аңлар тип уйлайым.

– Әгәр ҙә ғәфү итмәһә?

– Уның ихтыярында. Һин, бала кәрәкмәй, тинең бит. Ә ул хәҙер үҙенә әсәй кәрәкмәй тип иҫәпләй.

Зилә улы Илһам менән әсәләре янында йәшәргә ҡалды. Ул ҡыҙы менән үҙе араһындағы мөнәсәбәт тә бер заман яҡшырыр тип өмөт итә.

- Рәшит КӘЛИМУЛЛИН

“Миңә был сабый кәрәкмәй”
“Миңә был сабый кәрәкмәй”
Автор:
Читайте нас