Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
1 Июнь 2023, 02:55

1 июнь - Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө

Шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы бала саҡтан да гүзәл мәл юҡ. Бала саҡты бәхетле итеү—һәр ғаиләнең, йәмғиәттең һәм дәүләттең бурысы. Балаларҙы һөйөүгә һәм хәстәргә сорнағыҙ, күңел йылығыҙҙы һәм иғтибарығыҙҙы йәлләмәгеҙ, яуызлыҡтан, насарлыҡтан һаҡлағыҙ. Шул ваҡытта беҙҙең балалар һау-сәләмәт, шат, уңышлы булыр, беҙҙең яҡты өмөттәрҙе аҡлар! Балаларға бөгөн күрһәтелгән хәстәр, иғтибар һәм һөйөү киләсәктә ата-әсәләргә, туғандарға, яҡындарға, тирә-яҡтағыларға һәм Ватаныбыҙға һөйөү булып әйләнеп ҡайтыр.

1 июнь - Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө1 июнь - Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө
1 июнь - Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө

Әкиәттәр тыңлап, иркәләнеп,
Үҫһен әле илдә балалар.
Уйынсыҡтар, туптар, бәүелсәктәр −
Байрам булып иҫтә ҡалалар.

Әсәй һөйһөн бәпләп, атай һөйһөн,
Тик йылмайып уға бағайыҡ.
Ғүмерҙәрҙең иң саф мәле бит ул,
Иң бәхетле осор – балалыҡ.

Үҫһен бала, улым, ҡыҙым үҫһен,
Ғаилә бәхете – сабый тауышы.
Иң моңло йыр бишек йыры булыр,
Бәпес тауышы ҡыуа һағышты.

Тик бала саҡ – мәңгелек тә түгел,
Һағынып та ҡайтып булмай шул.
Бөгөн – сабый, иртәгә һин − өлкән,
Ваҡыт аға, елеп туймай ул.

Ғәмһеҙ саҡтар, уйнап туймаҫ саҡтар
Онотолмаҫ булып ҡалалар.
Әсәй һөйөп баҡһын, атай һөйһөн −
Бик бәхетле булһын балалар.

А. ИШЕМҒОЛОВА.

Фото: Бәйләнештә

Автор:
Читайте нас