Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июнь 2023, 23:15

Сирле мөхәббәт

Бер аҙҙан Эльза ауырлы икәненә төшөнә, әммә Эдик өйләнеү тура­һында ишетергә лә теләмәй, аборт яһатырға өгөтләй...

Сирле мөхәббәт
Сирле мөхәббәт

Тәүҙәрәк “ул бер ҡасан да өйләнмәгәндер” тип уйлай торғайным. Хәйер, йыш күрешергә лә тура килмәне. Бер саҡ Өфөнөң Үҙәк баҙарында ике бала эйәртеп йөрөгәнендә осрашҡас: “Ҡустыңдың балаларымы?” – тип һорай ҡуйҙым. “Юҡ, үҙемдеке”, – тип йылмайҙы ул. Шунан артабан ҡыҙыҡһына төштөм. Йәүҙәт (исемдәр үҙгәртеп алынды) ихлас аралашһа ла, кешегә әллә ни асылып бармай. Түбәндәге тарихты уның элекке ҡәйнәһенән ишеттем.

 

Йәүҙәт Эльзаға бала саҡтан уҡ ғашиҡ булып йөрөгән. Улар бер үк йорттоң бер үк подъезында йәшәгән. Артабан инде балалар баҡсаһында һәм мәктәптә лә бергә белем алғандар. Дөрөҫ, Йәүҙәт бер класҡа юғарыраҡ уҡыған. Уның дәрестәре алдараҡ тамамланһа, ул мәктәп эргәһендә һәр саҡ Эльзаны көтөп алыр булған. Ә бына ҡыҙыҡайҙыҡы алдараҡ бөтһә, ул Йәүҙәтте көтмәй, шунда уҡ ҡайтып китә икән.

Әйтеүҙәренсә, Эльза Йәүҙәтте бер ҡасан да етди ҡабул итмәгән. Ҡаҡса ғына, оялсан ҡарашлы малай – унан шаҡ ҡатырлыҡ ниндәй ғәжәп эштәр көтәһең инде... Эльза иртә өлкәнәйә, уға шаян, үткер егеттәр оҡшай, йыш ҡына мәктәп аръяғына барып, үҙе һымаҡ хулиган ҡыҙҙар менән тәмәке тартырға ла әүәҫләнеп китә.

Туғыҙынсы кластан һуң Эльза ПТУ-ға бара, ә Йәүҙәт, отличник булараҡ, урта мәктәпте тамамларға ҡарар итә. Шунан һуң институтҡа инә, әммә Эльзаны яратыуын  дауам итә, һөйгәнен киноға, урамда йөрөп килергә саҡырырға тырыша, тик тегеһе һәр саҡ баш тартырға сәбәп табып ҡына тора.

Ҡыҙыҡай Йәүҙәтте һанға ла һуҡмай. Оҙаҡламай  ул Эдик исемле егет менән дуҫлаша, тегеһе оҙон буйлы, сибәр, затлы күн куртка кейеп йөрөй, мотоциклда елдерә... Кистәрен Эльзаны алырға килгәндә, ул йорт ихатаһында матайын нығыраҡ тырылдатырға тырыша: йәнәһе, ниндәй шәп егеткә ултырып китә был йорттағы ҡыҙыҡай. Йәүҙәт уларҙы тәҙрә аша моңһоу ғына ҡарап ҡала. Уның һөйгәнен йәнә әлеге тупаҫ елғыуар алып китте бит. Әсәһе Йәүҙәтте тынысландырырға тырыша:

– Шуның өсөн өҙгөләнмә, улым! Ул һиңә пар түгел. Һиңә икенсе ҡыҙыҡай кәрәк. Ә был егет менән улар – силәгенә күрә ҡапҡасы. Бер саҡ подъезда осраттым егетен: сәйер ҡыланышлы әҙәм, күҙҙәре быяла кеүек һалҡын.

Йәүҙәт бындай һүҙҙәрҙе баш­ҡаларҙан да ишеткеләп йөрөй. Улар наркотик та ҡуллана баш­лаған, тиҙәр. Әллә тараталар, әллә үҙҙәре ҡуллана. Хәйер, икеһе лә барҙыр инде.

Ә Эльза был егеткә үлеп ғашиҡ булған. Бөтә ҡыҙҙар ҙа уға көн­ләшеп ҡарай. Бер саҡ Эдик уға наркотик тәмләп ҡарарға тәҡдим иткәс һәм, бер тапҡыр йотҡандан ғына бәйлелек барлыҡҡа килмәүе тураһында раҫларға маташҡас та, Эльза риза була. Уларҙың тормошо тағы ла күңеллерәк булып китә.

Училищены тамамлағас, Эльза кибеткә һатыусы булып урынлаша.  Ә Эдик бер ҡайҙа ла эшләмәй, шулай булһа ла, аҡсаны мул тотона. Бер аҙҙан Эльза ауырлы икәненә төшөнә, әммә Эдик өйләнеү тура­һында ишетергә лә теләмәй, аборт яһатырға өгөтләй. Эльза ла бирешә торғандарҙан түгел, ул баланы табырға ҡарар итә. “Күптән инде осрашып йөрөйбөҙ, никахҡа инергә ваҡыт!” – тип ҡырт киҫә ул.

Эдик иһә барыбер законлы никахҡа инмәй, шулай ҙа ҡуртымға фатир алырға ризалаша. Бер ниндәй ремонт күрмәгән бәләкәй генә фатир. Уның ҡарауы, бергә йәшәй башлауҙары мөһим. Ауырлы икәнен белгәс тә, Эльза наркотик файҙаланыуҙы туҡтата, ләкин сабый үтә сибек, сирләшкә булып тыуа, туҡтауһыҙ илай. Уға Артур тип исем ҡушалар. Сабыйҙың мыжыҡ булыуы Эдиктың теңкәһенә тейә, ул көндән-көн асыулыраҡ, тиҙ ҡуҙғыусан булып китә. Дуҫ­лыҡтарының тәүге осоронда аҡсаһы күп булһа ла, хәҙер ул, киреһенсә, бурысҡа бата бара.

Бала тапҡас, Эльза, тәбиғи, эшкә йөрөй алмай. Йәш ғаилә хәйерселеккә сума, ҡайһы саҡ хатта кибеттән ризыҡ алырға ла аҡса булмай. Шулай ҙа йәш ҡатын иренә дәғүә белдерергә ҡурҡа, етмәһә, тегеһе йыш ҡына ҡул күтәрә лә башлай. Наркотиктарға бәйле булыу үҙенекен эшләй: тәүҙә Эдиктың мотоциклы арзан ғына хаҡҡа һатыла, артабан – фирма курткаһы, шунан Эльза үҙенең әйберҙәренең юҡҡа сығыуын да шәйләй башлай, ләкин ул Эдикты һаман ярата. Ата-әсәһе өйгә кире ҡайтырға өгөтләһә лә, Эльза быға риза булмай.

Бер саҡ Эдик ҡайтып ингәндә ул үҙҙәрендә Эльзаның атаһына тап була. Тегеһе ҡыҙын өгөтләй:

– Һинең был һөйәрең – наркоман. Һеҙҙең был тормош хәйерлегә илтмәйәсәк. Ҡайт өйгә. Беҙ әсәйең менән сабыйҙы тәрбиәләшергә лә ярҙам итербеҙ. Ә был наркоша, әйҙә, артабан боҙолһон, әммә һинһеҙ.

– Һин мине нисек атаның?! – тип екерә уның һүҙҙәрен тупһанан уҡ ишетеп өлгөргән Эдик. – Наркоша?!

Ул шунда уҡ Эльзаның атаһына йоҙроҡ менән тондора. Тегеһе ҡыҙының һөйәре менән һуғышып тормай, ярылған ирененән ҡанын һөртә лә, ҡыҙына шулай ти:

– Һайла, ҡыҙым: йә ул, йә әсәйең менән беҙ! Хәҙер үк өйгә ҡайтмаһаң, беҙ һине ҡыҙыбыҙ тип һанамаясаҡбыҙ! Үҙең дә беҙгә килә алмаясаҡһың...

Эльза өндәшмәй торғас, атаһы аҙаҡҡы һүҙен әйтә:

– Ярай, яҙмышыңды үҙең һай­ланың.

Артурға бер йәш тигәндә Эдик ҡайҙалыр юғала. Эльза быға әллә ни аптырамай – ире быға саҡлы ла юғалғылап торған, бишәр көнгә саҡлы күңел асып йөрөгән мәлдәре лә булған.  Бер аҙна үткәс тә, ул был хәлдең тиккә түгеллеген һиҙенә башлай. Полиция килеп һорашҡас ҡына,  Эдикты кеше талағаны өсөн эҙләүҙәрен белә.

Йәүҙәт бер саҡ ата-әсәһенә хәлдәрен белешергә ҡунаҡҡа килә. Ул күптән инде үҙаллы йәшәй, фатир һатып ала, сөнки институттан һуң ярайһы уҡ юғары эш хаҡы түләнгән ойошмаға урынлашҡан. Әсәһе әйткәнсә, үҙенә тиң ҡыҙҙы ғына һаман осрата алмай. Уның йөрәгендә – һаман да шул Эльза. Килгән һайын уның тураһында һораша. Был юлы әсәһе уға шундай хәбәр еткерә:

– Ниңә был юлы Эльзаңды һорашмайһың? Һөйәркәһен кеше талағаны өсөн төрмәгә ултырт­ҡандар. Бала менән яңғыҙы тороп ҡалғас, ата-әсәһе өйҙәренә алып ҡайтҡан. Уларҙың да күңеле таш түгел бит, ғәфү иткәндәр инде. Ә Эльзалары тағы үҙенсә ҡыланырға булған: аҡсаларын урлаған да һөйәренә адвокат ялларға йүгергән. Атаһы тағы асыуланып ҡыуып сығарғас, хәҙер йәнә балаһы менән ҡуртымға алынған фатирҙа көн күрә, ти.

Тыуған фатирынан сығып кит­кәс, Йәүҙәт байтаҡ уйланып килә. Шунан, ҡырҡа ҡарар ҡабул итеп, машинаһын Эльза йәшәгән йортҡа табан бора. Юҡ, ул һөйгәнен бер ҡасан да онота алмаясаҡ! Ә фатирының ҡайҙа икәнен ул былай ҙа белә ине – бер саҡ, Эдик менән йәшәгәнендә үк, Эльзаны эшенән ошо фатирға тиклем оҙатып килгәйне. Юл ыңғайы был наркомандан китергә, бергә йәшәй башларға ла өгөтләп ҡарай, тик тегеһе, ғәҙәтенсә, көлөп кенә ҡуя.

Һөйгәне йәшәгән фатир уны ҡотһоҙ хәйерселеге менән ҡаршы ала. Йорт кәрәк-ярағынан үтә кәрәк булғандары ғына бар. Улары ла тамам туҙып бөткән.  Эльза үҙе лә ябыҡҡан, хәлһеҙ, ҡартая төшкән. Йәүҙәт ғашиҡ булған ҙур күҙҙәре генә элеккесә ялтырай кеүек.

– Хәлеңде ишетеп беләм. Нимә менән булһа ла ярҙам итә аламмы?

– Алаһың, әлбиттә! – тип илап ебәрә Эльза. – Фатир өсөн ярты йыллап түләнмәгән. Хужабикә һәр саҡ “ҡыуып сығарам” тип янай, тик балам менән ҡыуырға йәлләй, ахырыһы.

– Минең һиңә икенсе тәҡдимем бар, Эльза. Хис-тойғоларымды беләһең. Әйҙә, миңә күсеп барығыҙ. Тәүҙә күршеләр һымаҡ йәшәрбеҙ, аҙаҡ күҙ күрер, бәлки, һин дә мине оҡшата башларһың...

Эльза көтмәгәндә риза була. Дүрт йыл үтеп китә. Йәүҙәт менән Эльза өйләнешә, хужа Артурҙы уллыҡҡа ала, бер аҙҙан уртаҡ ҡыҙҙары ла тыуа. Йәүҙәт үҙен бәхетле кеше итеп тоя һәм, Эльза ла шундай уҡ кәйефтә йәшәйҙер, тип күҙ алдына килтерә.

Үкенескә ҡаршы, бер көн килеп Эльза юғала! Бер тәүлек үткәс кенә, ул иренә шылтырата:

– Йәүҙәт, ғәфү ит, һинән китәм. Беҙ һәйбәт йәшәнек, тик минең яратмағанымды беләһең. Мин һәр саҡ Эдикты ғына яраттым.  Ул яңы­раҡ төрмәнән сыҡты. Беҙ бергә булырға теләйбеҙ, тик йәшәргә урын юҡ, шуға Артурҙы аҙағыраҡ килеп алырмын, ә ҡыҙыңа һинең менән һәйбәтерәк булыр, тип уйлайым.

Нәфрәтенән саҡ тын алып, Йәүҙәт трубкаға ҡысҡыра:

– Артурҙы һиңә бирмәйем! Ул күптән инде минең балам! Малайымдың һеҙҙең менән наркоман притондары буйлап йөрө­үенә юл ҡуймаясаҡмын!

– Уныһын ҡарарбыҙ, – ти Эльза һәм трубканы ташлай.

Бер нисә ай үтә, Эльза күрен­мәй. Подъезд янында Эльзаның класташын осратҡас, тегеһе Йәүҙәткә шулай ти:

– Был Эльза шул тиклем хә­шәрәт ҡатын булып сыҡты! Күптән түгел Эдик менән икеһен осрат­ҡайным – саҡ атлап киләләр, бер нәмә лә шәйләмәйҙәр шикелле. “Наркотик һаҙлығына тамам батҡандар” тиҙәр. Ә балаларын һинең елкәгә ташлаған.

– “Артурҙы алып китәм” тип янай. Ә мин бирмәйәсәкмен. Ул закон буйынса ла, күңелем менән дә минеке хәҙер.

– Эйе, алды алмай ни. Ул быны эшләргә уйламай ҙа, кемдән һораһаң да, шулай тип әйтәсәк. Эдик менән ҡайҙалыр китергә йыйыналар, тип тә ишеткәйнем. Бында уларҙың йүнһеҙ икәнен барыһы ла белә бит.

Тағы бер нисә йыл уҙа. Эльза бер ҡайҙа ла күренмәй, уның тураһында ишеткән кеше лә юҡ. Йәүҙәт балаларҙы яңғыҙы үҫтерә. Уға кейәүгә сығырға теләгән ҡатындар бар, әлбиттә, береһе менән ғаилә ҡороп та ҡарайҙар. Тик Йәүҙәткә уның балаларға мөнәсәбәте насар һымаҡ күренә: йә яғымлы итеп ҡарай белмәй, йә артыҡ ҡысҡырып өндәшә... Ахырҙа улар айырылышырға була.

Бер көн кис, балалар йоҡоға талғас, ишек ҡыңғырауын шылтыраталар. Асһа, Эльзаның әсәһе Фәриҙә апай баҫып тора, йөҙө илауҙан шешенеп бөткән. Эль­заның ата-әсәһе менән Йәүҙәт һәйбәт мөнәсәбәттә, хатта ҡайһы саҡ ейәндәрен дә уларға ҡалдыр­ғылай, үҙҙәре лә Йәүҙәткә килеп сыҡҡылай.

– Эльза үлеп ҡалған, – ти Фәриҙә апай. – Полициянан шылтыраттылар. Мәскәү янындағы бер ҡасабала наркомандар притонында тапҡандар. Дозаһы артыҡ булып сыҡҡан. Аңлайһыңмы – Эдикты үлтермәй алып ҡалғандар, ә ҡыҙымды ҡотҡара алмағандар. Теге эт йәшәйәсәк әле, ә ҡыҙы­ҡайымды һәләк итте!

Фәриҙә апай, үкереп илап, Йәүҙәттең күкрәгенә башын ҡуя. Йәүҙәт уны йыуатырға тырыша, ә сырайы үҙгәрешһеҙ ҡала. Йөрәге лә һыҡранырға уйламай. Был хәбәрҙе тыныс ҡабул итеүенә хатта үҙе лә аптырап ҡуя. Моғайын, хәҙер уның мөхәббәте һәм бәхете башҡа кешеләрҙә булғанғалыр. Эйе, хәҙер уның бөтә йәшәү мәғәнәһе – бер нәмә белмәй йоҡлап ятҡан ике балала.

 

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.

Автор:
Читайте нас: