Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июнь 2023, 19:25

Юлыҡтар батыр улы менән бәхилләште

Тыныс йоҡла, урының ожмах түрендә булһын, Эрик!

Юлыҡтар батыр улы менән бәхилләште
Юлыҡтар батыр улы менән бәхилләште

Бөгөн, 9 июндә, Ғафури районы Юлыҡ ауылында тыуып үҫкән, махсус хәрби операцияла һәләк булған Эрик Фахразый улы Ҡужинды һуңғы юлға оҙаттылар.

Матәм сараһында район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса хәрби комиссар Файруз Ғимаҙиев, Эриктың ҡатыны, ике улы, апаһы Сулпан, ағаһы Азат, яҡындары, туғандары, хеҙмәттәштәре, дуҫтары, Юлыҡ, Үзбәк һәм курше ауылдар кешеләре, хәрби бәрелештәр ветерандар ойошмаһы, Ҡырмыҫҡалы районынан вәкилдәр ҡатнашты.
Герой тыуған ауылы зыяратында ерләнде. Тыныс йоҡла, урының ожмах түрендә булһын, Эрик!
Индира ИШКИНА.

Сығанаҡ: "Табын" гәзите

Автор:
Читайте нас: