+21 °С
Облачно


Миәкә районы Илсеғол ауылында Керчь ҡушаматлы легендар атҡа һәйкәл асылды. Был Бөйөк Ватан һуғышы фронтынан тыуған иленә ҡайтҡан берҙән-бер ат. Илсеғолдар ауыл үҙәгендә һәйкәлде ППМИ программаһы сиктәрендә ҡуйған, урындағы хакимиәт ҙур ярҙам күрһәткән.
Керчь 1942 йылда фронтҡа алына. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында Уралдан Берлинға тиклем үтә, ике тапҡыр яралана. Һуғыш тамамланғандан һуң, Семен Буденныйҙың шәхси бойороғо буйынса, ат тыуған иленә ҡайта һәм колхозда эшен дауам итә, район һабантуйҙарының почетлы ҡунағы була.
Фото: Миәкә районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте