

"Бөгөн Өфөлә, 49-сы йәшендә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәким Мортазин ҡапыл арабыҙҙан китте..." Был хаҡта Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры хәбәр итә.
"Хәким Фәрит улы Мортазин 1975 йылдың 14 мартында Ейәнсура районы Яңыбай ауылында тыуған. 1996 йылда З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. 1997 йылдан алып бөгөнгәсә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләне. 26 йыл эсендә Хәким Фәрит улы сәхнәлә бихисап ролдәр башҡарҙы, “БСТ”, “Тамыр” телеканалдары ижад иткән фильмдарҙа төштө. 2010 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Яратҡан колегабыҙ тураһында яҡты иҫтәлек хәтеребеҙҙә мәңге һаҡланыр. Йәнең йәннәт түрҙәрендә булһын...
Хеҙмәттәшебеҙ, күптәрҙең яратҡан артисы менән хушлашыу ваҡыты тураһында өҫтәмә хәбәр итербеҙ".
Фото: Бәйләнештә.