Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
27 Июнь 2023, 12:20

Бәхил булығыҙ, ғалим!

Билдәле ғалим Әнғәм Хәйбрахман улы Хәбиров баҡый донъяға күсте. Мәрхүмдең ғаиләһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. "Шоңҡар"ҙар.   

Бәхил булығыҙ, ғалим!Бәхил булығыҙ, ғалим!
Бәхил булығыҙ, ғалим!

Билдәле ғалим, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы, филология фәндәре кандидаты, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Назар Нәжми һәм Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премиялар лауреаты Әнғәм Хәйбрахман улы Хәбировты баҡый донъяға күсте.

 

Хәбиров Әнғәм Хәйбрахман улы (6 сентябрь 1936 йыл) — юғары мәктәп ветераны, ғалим-әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе. 1997 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. 1966—2013 йылдарҙа Бөрө дәүләт педагогия институты һәм Бөрө социаль-педагогия академияһы (хәҙер Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы) уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1972). РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1977), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006). Назар Нәжми исемендәге (2008), Фәтих Кәрим исемендәге (2011) премиялар лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1986).[1]

Әнғәм Хәйбрахман улы Хәбиров 1936 йылдың 6 сентябрендә Башҡорт АССР‑ының Саҡмағош районы Тайнаш ауылында тыуған. Ул хеҙмәт юлын 1956 йылда Яңы Ҡаръяуҙы һәм Тайнаш ауылдарының ете йыллыҡ мәктәптәпендә уҡытыусы булып башлай. 1957 йылдан башлап РСФСР Сәйәси һәм фәнни белем таратыу йәмғиәтенең Саҡмағош район бүлексәһе идараһында эшләй.

1958-1962 йылдарҙа «Игенсе» район гәзитендә хәбәрсе, аҙаҡ яуаплы секретарь.

1966 йылда Бөрө дәүләт педагогия институтын (хәҙер Башҡорт дәүләт университетының филилалы) тамамлай

19662013 йылдарҙа Бөрө дәүләт педагогия академияһында эшләй.

1972 йылдан алып уҡыу‑уҡытыу һәм фәнни эштәр буйынса, 1974 йылдан — уҡыу‑уҡытыу эштәре буйынса проректор, 1984—1991 йылдарҙа әҙәбиәт кафедраһы мөдире.

Әнғәм Хәйбрахман улы Хәбиров — Мостай Кәрим,Һәҙиә ДәүләтшинаШәриф БиҡҡолХәким ҒиләжевДауыт ЮлтыйҒилемдар Рамазанов тураһында очерктар авторы[1]

Башҡорт Википедияһынан

Автор:
Читайте нас