

Ғүмәр Ғәлим улы Ҡыуатов 1893 йылдың 29 июнендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән улусына ҡараған (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы) Ҡыуат-Бикбирҙе ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Ҡыуатовтар — нәҫелдән килгән башҡорт дворяндары, Бикбау бей кенәз һәм Мөйтән бей вариҫтары.
1912 йылда Ырымбур гимназияһын, 1917 йылда Ҡазан университетының медицина факультетын тамамлай. Врач дипломын алыуға Герман һуғышы башлана, фронтҡа китә.
Революциянан һүң Ғүмәр Ҡыуатов Башҡортостандың беренсе һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары итеп тәғәйенләнә. Был вазифаны башҡарыу уға бик ауыр йылдарға тура килә. Граждандар һуғышы Башҡортостанды тамам бөлгөнлөккә төшөрә. Бөтә ерҙә аслыҡ, яланғаслыҡ хөкөм һөрә, төрлө йоғошло яман сирҙәр тарала. Ул йылдарҙа һаулыҡ һаҡлауҙа кадрҙар етешмәй. Тәүге халыҡ комиссары эш башлағанда ни бары 6 врач була. Ғүмәр Ҡыуатовтың белеме, ойоштороу һәләте, арымай талмай фиҙакәр эшләүе һаулыҡ һаҡлау эшенә йәмәғәтселекте ылыҡтыра.
1926 йылда республикала трахома сире ныҡлап тарала,Ғүмәр Ҡыуатов Өфөлә Күҙ ауырыуҙары институтын булдырыу өсөн бик күп көс һала. Ғүмәр Ғәлим улы тырышлығы менән Германиянан Өфөгә ҡиммәтле ҡоролмалар ҡайтартыла, был Күҙ ауырыуҙары институтында ҡатмарлы операциялар эшләргә мөмкинлек бирә. Халыҡ араһында аңлатыу һәм дауалау эштәре киң йәйелдерелә[2].
1930 йылда Ҡыуатов Мәскәүҙең Үҙәк нерв системаһы эшсәнлеген өйрәнеү институтына уҡырға инә. Яуаплы вазифалар биләү менән бер рәттән фәнни эш менән шөғөлләнә. Бик күп фәнни эштәре нәшер ителә.
1937—1938 йылдарҙағы репрессиялар ваҡытында уға сығышы менән дворян булыуын һәм бер осор Өфө земство управаһы етәксеһе булыуын йәшергән өсөн ҡаты шелтә бирәләр (1938), ләкин башҡа төрлө ғәйеп таҡмайҙар һәм ул иректә ҡала.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәрби госпиталдәрҙә эшләй, хирургик операциялар яһай.
Ғүмәр Ҡыуатов 1946 йылдың 6 апрелендә вафат була. Мәскәүҙең Новодевичье зыяратында ерләнгән.