Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Йәмғиәт
1 Июля 2023, 04:04

Бөгөн Мөфтәдин Ғиләжевҡа 85 йәш тулған булыр ине

Уның әҫәрҙәре башҡорт һәм татар мәҙәниәтенең алтын фондына ингән.

Бөгөн Мөфтәдин Ғиләжевҡа 85 йәш тулған булыр инеБөгөн Мөфтәдин Ғиләжевҡа 85 йәш тулған булыр ине
Бөгөн Мөфтәдин Ғиләжевҡа 85 йәш тулған булыр ине

Ғиләжев Мөфтәдин Мәғәүи улы (1 июль 1938 йыл — 22 апрель 2021 йыл) — мәҙәниәт хеҙмәткәре, үҙешмәкәр композитор. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993). Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты (Кишинёв, 1987). Мөфтәдин Ғиләжев — 300-ҙән ашыу популяр йыр һәм романс авторы. Риф Мифтахов һүҙҙәренә «Сарманай», «Әлдә дуҫтар бар әле», «Һағындыра тыуған яҡ», Роберт Миңнуллин шиғырына «Әрем еҫе, әрем тәме», үҙе яҙған «Мин әсәйемде төшөмдә күрҙем», «Минең ҡәҙерлеләрем» йырҙары киң билдәле. Уның әҫәрҙәре башҡорт һәм татар мәҙәниәтенең алтын фондына ингән.

Автор:
Читайте нас