

ПЕНСИЯҒА СЫҒЫУ - ОСОШ КИҪЕЛЕҮМЕ?
Пенсияға сығыуҙы атылған ҡош халәте менән сағыштырусандар. Ә минеңсә, үҙ иркеңә осошҡа күсеү ул! 13 йылдан ашыу пенсияла ултырған кеше булараҡ әйтәм быны. Башта инерция буйынса теге аренала түңәрәк буйынса сабырға ғына өйрәтелгән ат кеүек бер түңәрәк буйынса хәрәкәт итергә тартып тора ла, бер ярты йылдан шундай рәхәәәәт булып китә - йоҡоң туйғансы йоҡлайһың, теләгән сағыңда йоҡларға ятаһың, теләгәндә тораһың. Бер ҡайҙа ла ашығаһы, хәҙер ҡайҙа саҡырталар инде, кем эшеңә һүҙ тейҙерә тип борсолаһы, ашыҡ-бошоҡ осталауай ашы ҡапҡылап йөрөйһө түгел))) Теләгән кешеләрең менән генә аралашаһың, теләгән ереңә юл тотаһың. Яратҡан эшеңә башкөллө сума алаһың. Әпәт тә ғаиләңә күберәк иғтибар бүлә алаһың. Мин пенсияға сығыуға ҡыҙым декреттан эшкә сыҡты ла, ейәнем Асманды килтереп йөрөтә башланы. 5 йыл ғүмеремде шул балаға бағышланым. Шул уҡ ваҡытта йәмәғәт эштәре менән дә шөғөлләндем. Википедия! Унда ижад та, тәржемә лә, әллә күпме яңы таныштар ҙа (шул иҫәптән, сит илдән), әллә күпме яңы мәғлүмәт эҙләнеп ултырыуҙар ҙа... - мәғлүмәт, аралашыу даирәһен киңәйтә, аңды сарлай. Телебеҙгә, милләткә хеҙмәт! Был - яңы офоҡ, яңы киңлек, яңы мөмкинлектәр! Пенсияға сығыу - яңы мөмкинлектәр осоро башланыу ул! PS. Әйткәндәй, цирк аттары тура ғына сабып йөрөй алмай икән, шуға уларҙы менгегә лә, йөк ташыуға ла алмайҙар ... Беҙ бит ат түгел...))
https://vk.com/wall-36676061_263469