+21 °С
Болотло


Ғаилә ул йылы усаҡ. Ул ни тиклем ныҡлы булһа, уның йылылығы шул тиклем көслөрәк. Һәр ата-әсә үҙ балаларын изгелекле, шәфҡәтле, киләсәктә оло таянысы булыр тип өмөт итә. Башҡорт халҡында ғаилә ҡоролошонда яҙылмаған ҡанундар һаҡланып килә. Ғаиләлә мотлаҡ ир кеше баш булырға тейеш, сөнки ул – ҡыйыу һәм көслө зат, уның һүҙе лә өҫтөн, ғаилә ағзалары өсөн ныҡлы терәк тә. Ул халыҡта мал табыусы, ил-йорттоң тыныслығын, ғаиләһенең хәүефлеген тәьмин итеүсе булараҡ ҡарала.
Фото: Бәйләнештә