

ТАЛАНҒАН СЕБЕШ ХӘЛЕНДӘ...
"ШОҢҠАР" журналы, 2015 йыл.
Моббинг... Был ят һүҙҙе мин тәүге тапҡыр эшен юғалтыу хәүефе арҡаһында ауырып киткән танышымдан ишеттем. Табиптар был апайҙы психологҡа ебәргән һәм уныһы: “Һеҙ – моббинг ҡорбаны”, - тип әйткән. Бәлки, был терминды һеҙ ҙә тәүгә ишетәһегеҙҙер, әммә ул аңлатҡан ситуация менән күптәрегеҙ яҡшы таныш. Сөнки бөгөнгө тормошта һәр кемдең моббингтың йә ҡорбаны, йә инициаторы, һис юғы шаһиты булғаны бар. Икенсе төрлө уны “психологик террор”, “офис һуғышы” тип тә әйтәләр. Ҡыҫҡаһы, һүҙ эш урындарында кемдеңдер ҡотортоуы арҡаһында күмәкләп “оҡшамаған” хеҙмәткәрҙе ҡыҫырыҡлау тураһында бара.
Моббинг (инглиз телендә “өйөр” тигән һүҙ) башта хайуандарҙың көтөү эсендә күмәкләп берәүһен талау күренешен аңлата. Мәҫәлән, ата ҡаҙ йәки себештәр оянан бер бәпкәне һыйҙырмай суҡыуҙарын һәр беребеҙ күҙәткәне бар. Ғалимдар кешеләргә лә хас булған был күренеште эш урындарында өйрәнә һәм шул уҡ исем менән атай башлай. Улар фекеренсә, кешеләр араһындағы моббинг “ҡорбан” менән аралашыуҙан баш тартыу, яла яғыу, мөһим мәғлүмәттәрҙе йәшереү, имеш-мимеш таратыу, мыҫҡыл итеү, бүтәндәрҙең эшен йөкмәтеү, ғәҙел булмаған тәнҡит, бойкот кеүек күп һанлы “этлектәргә” ҡайтып ҡала. Моббингтың бер төрө - буллинг мәктәптә уҡыусылар араһында ла йыш күҙәтелә, ғәҙәттә, ул отличниктарға, активистарға ҡаршы йүнәлтелә.
Моббингтың вертикаль йә горизонталь булыуы мөмкин. Тәүгеһе, исеменән күренеүенсә, начальник менән буйһоноусы хеҙмәткәрҙәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырһа, икенсеһе коллегалар араһындағы конфликтҡа ҡағыла. Береһе еңелерәк, икенсеһе ҡыйыныраҡ тип айырып булмай. Етәксең һине “ғәйепһеҙҙән ғәйепле” яһап, һәр эшеңдә бәйләнерлек йөй эҙләй башлаһа ла, йә бер үҙеңә тотош коллектив йә төркөм менән көрәшергә тура килһә лә, көн һайын хеҙмәт урыныңа йөрөү тамуҡ ғазаптарына әйләнәсәк. Хеҙмәткәрҙәрҙең етәксене алып ташлау маҡсатында ойошоуы ла мөмкин. Ҡатын-ҡыҙҙар ғына эшләгән урындарҙа моббинг йышыраҡ күҙәтелә. Көсһөҙ зат уртаҡ дошманды юлдан алып ташлау маҡсатында өнәп етмәгән кешеләре менән дә дуҫлашып торорға һәләтле. Нәҡ шундай хәлгә тарыған да инде баяғы танышым.
- Ә психолог миңә оҡшаманы, - тип дауам итте ул хәбәрен. - Бындай хәлдә китеүең отошло, тейсе. Эш ҡәҙерлеме, әллә һаулыҡмы, йәнәһе… Мин нисек итеп китәйем? Теге хеҙмәтемдә ҡыҫҡартылғас, оҙаҡ буш яттым, шуға был урын миңә бик ҡәҙерле ине. Эш хаҡым да насар түгел, шуға ышанып, кредит алып ташланым, өҫтәүенә, студент уҡытам. Йәшем дә бара, икенсе урын табыуы миңә еңелдән булмаясаҡ. Унан килеп, дошмандарҙы ҡыуандырғым да килмәй, улар бит шуны ғына көтә. Бөтәһе лә беҙгә начальник ҡатынының әхирәте эшкә килгәс башланды. Амбициялы, сос, белемле ханым, лидер булырға ярата. Минең урынға иҫәп тотоп килгәнен баштан һиҙҙем. Сөнки ундай кешенең түбән вазифаға, аҙ эш хаҡына ваҡытлыса ғына риза булыуы көн кеүек асыҡ. Коллективыбыҙ бик үк татыу булмаһа ла, бурыстарымды теүәл үтәгәс, миңә барыһы ла, шул иҫәптән етәксебеҙ ҙә, хөрмәт менән ҡарай кеүек тойола ине. Ләкин коллегаларым ҡапыл алмаштырған кеүек үҙгәрҙе лә китте, хатта бер-береһен күрә алмағандары ла үҙ-ара дуҫлашып киткән кеүек тойолдо. Мин килеп инһәм, кабинетта ҡәбер тынлығы урынлаша, һаулыҡты ла теләр-теләмәҫ кенә алалар. Туалетта сағымда “яңылыш” тыштан бикләп китһендәрме, йә сәғәтте артҡа шылдырып, бараһы ергә һуңлатһындармы, йә мөһим документ өҫтөнә “аңғармаҫтан” кофе түгеп ҡуйһындармы – көн дә бер этлек уйлап сығарып торалар. Уларға нимә, хужа алдында ярамһаҡланып ҡалһалар булды. Ә начальник һәр аҙымымды тикшерә, юҡтан ғәйеп эҙләр булып китте. Ошаҡлашып йөрөп тә булмай, нимә тип әйтәһең инде: улар бит мине оятһыҙ һүҙҙәр менән һүкмәй, ҡул күтәрмәй, ә шундай шарттар тыуҙыралар: хатта эшкә барырға кәрәклеге тураһында уйлау менән насар була башлай. Башҡалар ише исем өсөн йөрөһәм бер хәл ине: был эштә тәжрибәм дә ҙур, яуаплылыҡ, тырышлыҡ тигән нәмәне лә Хоҙай миңә мул тотторған. Яңы урында үҙемде тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтәйем тип күпме тырыштым. Шуға “таланған себеш” роленә ни өсөн нәҡ мине һайлауҙарын һис кенә лә аңламайым… - тип илап тамамланы һүҙен был апай.
Ә мин бик яҡшы аңланым, сөнки студент саҡта үҙемә лә ошоға оҡшаш ситуацияла ҡалырға тура килгәйне. Юҡ, отличник та, активист та түгел инем, хатта рус телен насар белеүем арҡаһында был фән буйынса педпрактикаға ла шартлы рәүештә үткәргәйнеләр. Бәлки, шул үтә ныҡ тырышыуыма һәм был кемгәлер оҡшамауына сәбәп булғандыр. Беҙ, үҙ-ара ярайһы уҡ дуҫ биш ҡыҙ, практиканы бер мәктәптә үттек. Бер аҙҙан әхирәттәремдең минән ҡаса биреп йөрөүҙәрен һиҙеп аптырап ҡалдым. Мәктәпкә лә әйтмәй генә китеп баралар, яндарына барһам, таралышыу яғын ҡарайҙар, үҙем һүҙ ҡушһам, дорфа итеп яуап бирәләр йә өндәшмәйҙәр. Ауыл ҡыҙына башҡала балалары алдында дәрес биреү былай ҙа ҙур стресс, етмәһә, кисәге дуҫтарымдың шулай инҡар итеүе мине лә ауырыу хәленә еткерҙе. Дәрес ваҡытында берәй һүҙҙе яңылыш әйтһәм, йә һүҙгә баҫымды дөрөҫ ҡуймаһам, уҡыусылар түгел, ә артта ултырған шул ҡыҙҙар хихылдап көлә башлай. Был мине балалар алдында уңайһыҙ хәлгә ҡуя, әйтергә теләгәнемде оноттора. Аҙаҡ дәрестәргә анализ яһарға йыйылһаҡ, бер-береһенең тик яҡшы яҡтарын күргән кешеләр минекенең кире яҡтарын эҙләргә тотона. Йәш саҡта ғәрсел булаһың, ундай нәмәләрҙе ауыр кисерәһең. Әгәр етәксебеҙ йылы һүҙҙәре менән дәртләндереп тормаһа, белмәйем, йә практиканы, йә бөтөнләй уҡыуҙы ташлап ҡайтып киткән булыр инем, моғайын. Ул тәүге дәрестәремдән үк план төҙөүгә ижади ҡарауым, үҙаллылығым өсөн маҡтаны. “Русса һөйләшергә өйрәнергә була, ә бына уҡытыусы булырға өйрәнеп булмай, сөнки ул эске һәләт”, - тигәйне. Арабыҙҙан тик мин генә практика өсөн бишле алдым. Артабан аудиторияларға ҡайтып, бергәләп уҡый башланыҡ, ә теге ваҡиғаны яйлап онотоп, йәнә дуҫлашып киттек.
Ә бит эш урындарында ла горизонталь моббинг, нәҡ әлеге ваҡиғалағы кеүек, етәксенең тырыш, һәләтле хеҙмәткәрҙәргә яҡшы ҡарашы сәбәпле ойошторола ла инде. Бер танышым менән шулай булды. Йәш, сибәр ҡыҙ хеҙмәт юлын башлаған коллективында берәү менән дә яҡындан аралашманы, тик эшкә ҡағылған темаларға ғына һөйләште. Эш ваҡытында күмәкләп сәй эсеүҙәрҙе, төрлө корпоративтарҙы инҡар итте. Ысынмы-бушмы, бер оло ғына апай эш өҫтәленә йәйелгән табынға саҡырғас, “Мин бында сәйләп ултырырға түгел, ә эш күрһәтергә килгәнмен”, - тип әйтеп һалған, тиҙәр. Уныһы, бәлки, дошман һүҙелер, әммә был ҡыҙ ысынлап та бер үҙе өс коллегаһын алмаштыра ала ине. Берәү ҙә тотонорға теләмәгән иң ауыр бурыстарҙы ул үҙ өҫтөнә ала. Кискеһен, ял көндәре килеп сыҡҡан эштәрҙән дә баш тартмай. Бындай фиҙакәрлек етәкселек тарафынан билдәләнмәй ҡалмай, уны маҡтайҙар, өлгө итеп ҡуялар. Әлбиттә, йәш “һикрәндәккә” бындай хөрмәт башҡаларға оҡшаманы, уны күптәр күрә алмай башланы, хужаның һөйәркәһе тигән ғәйбәт тараттылар, был хаҡта ҡайҙалыр яҙҙылар ҙа… Ә инде бер ваҡыт компанияның юбилейы айҡанлы һөнәри наградаға тәҡдим иткәс, бөтәһе лә берҙәм ҡалҡып сығып, икенсе “лайыҡлыраҡ” кандидатураны тыҡтылар. Шул ваҡыт теге ҡыҙ, ғәрлеген еңә алмай, ғариза яҙҙы ла икенсе районға сыҡты ла китте. Ул хәҙер мәктәп директоры булып эшләй. Теге ваҡыттан күпкә юғарыраҡ наградалар ҙа алды. Был мәҡәләгә тотонғас, мин уға шылтыраттым. “Һеҙҙе хәҙер уңышлы ханым тип атарға була. Элекке урынығыҙҙан ҡанаты һынған ҡош кеүек киткәйнегеҙ. Яңы урында нисек карьера яһай алдығыҙ? Яҡшыраҡ хеҙмәттәштәр тура килдеме?” – тип һораным.
- Юҡ, кешеләр бөтә ерҙә лә бер үк ул. Тик яңы урынға мин яңы "юл” менән барҙым. Бер ауыҙым бешеүе яҡшы булды – өрөп ҡабырға, ауыҙымды асырҙан алда нимә әйтәсәгемде уйларға өйрәндем. Тәүге осраҡтағы кеүек коллективтан ситләшмәнем: бергәләп сәй ҙә эстем, ләстит тә һаттым, күңелемә ятмаған эштәрҙән дә янтайҙым, - тине ул. - Әммә, ошоно иң мөһиме тип уйлайым, эшкә төшкәс тә, етәксем менән асыҡтан-асыҡ һөйләштем. “Мине, хатта сәбәбе булһа ла, бер үк коллектив алдында маҡтамағыҙ”, - тинем. “Аҡыллы ҡыҙ икәнһең”, - тип көлдө ул. Һәм шулай эшләнек. Бына хәҙер ул пенсияла, ә мин урынында ҡалдым. Үҙем дә шул ҡағиҙәне тотам: яратҡан хеҙмәткәрҙәремде кеше юҡ саҡта ғына маҡтайым. Әлбиттә, былай дөрөҫ түгел. Кемдеңдер тырыш, намыҫлы хеҙмәтен йылы һүҙме, йә башҡа матди сара менәнме баһалаһаң, ул һөнәри пландарҙа үҫә, юғары сифат һәм һөҙөмтәгә ынтылып эшләй. Был башҡаларға стимул булырға, сәләмәт конкуренция уятып, үҙ-үҙеңде камиллаштырыуға этәрергә тейеш. Әммә конкуренция төрлө була. Күптәргә тырыш, талантлы кеше янында эшләү отошло түгел, сөнки был фонда уларҙың сейле-бешле булыуҙары, ялҡаулыҡтары күҙгә ташланып тора. Шунан конкуренттан ҡотолоу өсөн бергә ойошоп, етешһеҙлеген эҙләй, энәнән дөйә яһай башлайҙар, хаталары булмаһа, яһалма рәүештә тыуҙыралар. Мин тәжрибәмдән сығып, ундай хәлгә ҡалған кешеләргә бер нәмәгә ҡарамай ҡасырға кәңәш итәм, сөнки һаулыҡ, күңел тыныслығы бөтәһенән өҫтөнөрәк. Уңған, талантлы кешеләр бер ҡайҙа ла юғалмай, тик ҡурҡмаҫҡа, үҙ көсөңә ышанырға кәрәк…
Уныһы шулай ҙа, тик ялҡау һәм һәләтһеҙҙәргә нимә эшләргә һуң? Хәйер, ундайҙарға артыҡ ҡурҡыныс янамай ҙа. Моббингтың үҙенсәлеге шунда ла инде: йүнһеҙ хеҙмәткәрҙәр, престижһыҙ урын биләгәндәр уның ҡорбаны булмай. Коллегаларының эҙәрлекләүҙәренән арып мөрәжәғәт иткән бер билдәле артисҡа психолог: “Чтоб тебя не травили, надо соблюдать правило трех “Б”: быть Бездарным, Бедным и Больным”, - тип юҡҡа ғына әйтмәгән бит.
https://vk.com/club36676061?trackcode=97ffa457FqnLTxAaL63A5LFcGGhwcGvPJS_oq0WXm2VAXrGom_SiyHnh3mJG1NfsqlMrZntDWdUVIeqzRouBZVFU7tz6&w=wall117785719_3774