

Еңел аҡса бер ҡасан да булмай ул
Мине тәүҙә дүрт йондоҙло отелдең бәләкәй генә тынсыу бүлмәһенә индерҙеләр. Бытовка тип атала инде хеҙмәткәрҙәр телендә. Ул һәр ҡатта урынлашҡан. Киң кәштәләргә айырым-айырым простынялар, юрған тыштары, ҡул, бит, мунса таҫтамалдары һалынған. Бер яҡ ситтә – ап-аҡ халаттар, запас мендәрҙәр, төрлө размерҙағы юрғандар. “Твин” – бәләкәй карауатҡа йәйелә, “кинг” – ҙур карауатҡа. Кинг Конгты беләһеңме? Шунан иҫеңдә ҡалдыр,” – тип аңлата башҡорт ҡыҙы Гөлгөнә. Артабан инвентаркаға керәбеҙ. Бында бер ҡат кейелә торған аҡ тапочкалар, шампунь, гель, йәшел һәм ҡара сәй, төрлө-төрлө кофе, шәкәр, тараҡ, ҡырынғыс, теш йыуырға паста менән щетка, һ.б, һ.б. Ошоларҙың барыһын да ҙур ғына пластик арбаға тейәгәс, һөйрәүе ауыр булып китте. Юрған тыштары, бигерәк тә кингтар, ныҡ һәлмәк. Ярты литрлыҡ һыуҙарын да бер ыңғай егермешәр итеп алырға кәрәк. Быларҙан тыш арба ҡыйығына төрлө химия менеп ҡунаҡлай. R 1-ҙән R 12-гә тиклем. Уларҙың һәр береһенең нимә йыуырға тотонолоуын иҫтә ҡалдырырға кәрәк. Тәҙрә, бәҙрәф, һауыт-һаба, ванна, иҙән... айырым-айырым химия менән таҙартыла. Ҡулға һәр ваҡыт бирсәткә кейелә.
“Ауыл балаһына нимә ул? Ғүмер буйы өй йыйыштырыла!” – тип эре генә уйлаһам да, бер аҙнала һурыға, ябыға башланым. Физик эш ныҡ арытҡас, нисек йоҡлап киткәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалаһың.
Супервайзер ҡыҙҙар, Вика менән Кристина, һәр горничнаяның номерҙарға нимә тотоп ингәнен-сыҡҡанын видеокамеранан күҙәтә. Коридорҙа сәй, кофе, һыу эсһәң йә һөйләшеп торһаң, шелтәләп, шылтырата һала. Нисек кенә микроскоп аҫтында булһаҡ та, буш номерҙарҙы йыуғанда йыйыла һалып, көлөшөп, мәрәкәләшеп кофе эсеп алырға форсат таба торғайныҡ.
Вика менән Кристина йыш ҡына беҙгә тренинг үткәрә. Ҡунаҡтар менән туғаныңдай күреп йылмайып һөйләшергә кәрәк. Номерҙа өҫтәлде һөрткәндә әйберҙәрен ҡуҙғатмаҫҡа, таҫтамалдарын иҙәнгә һелтәһәләр, икенсеһен ҡуйырға. Көн ашалаш постель алыштырыуҙы ҡунаҡтар өнәп етмәй. Беҙгә лә көнөнә ун бишәр комплект күтәреп йөрөү, һәр карауатта уларҙы түшәү, юрғанға кейҙереү анһат түгел. Ҡағиҙә шулай булғас, ни хәл итәһең. Мин мендрәрҙе өйҙәгесә ҡаҡҡылап-һуҡҡылап ҡабартып ултыртып ҡуйғайным, Вика: “Һин шулайтып билмәнгә әйләндерә лә ҡуяһың”, – тип көлә-көлә уны текә генә итеп баҫтырырға өйрәтеп бирҙе. Һәр нәмәнең үҙ яйы бар икән дә. Простыняны бер сырышһыҙ түшәү ҙә ҙур оҫталыҡ талап итә. Ә юрған тышын бер-ике секундта кейҙереп ҡара! Карауатҡа юрғандың башын тыш яҡҡа ҡайырып һалһаң – яңы түшәлгән, эс яҡҡа бөгөп ҡуйһаң – тотонолған икәнен күрһәтә...
Тора-бара эшемде юғары баһалап, миңә стажерҙар бирә башланылар. Белорусиянан Татьяна бик ихлас ҡатын ине. “Песняры” репертуарынан “Беловежская пуща”ны йырлап ебәргәйнем, эшен ташлап мине тыңларға ултырҙы. Мари ҡатыны ла ҡыҙыҡ булып сыҡты. “Һеҙҙең халыҡ сихырға оҫта, һин нисек?” – тигәйнем, “Үҙемә оҡшаған ирҙәрҙе сихырлап маташтым. Тик һуңғы ваҡыт булышмай башланым. Сихырҙың тиҫкәре яғы ла күп”, – тип яуап бирҙе. Төрлөһө бар инде ҡыҙҙарҙың. Минең янға ебәрәләр ҙә стажерҙарҙы, ике сәғәттән супервайзерҙар шылтыра ла башлай. “Шунан, Тәнзилә, нисек?” – тиҙәр. Май сүлмәге тышынан билдәле, тигән һымаҡ, кешенең эшкә барымы бармы, юҡмы икәнен бер сәғәттә һынап була. “Ваҡытымды бушҡа әрәм иттермәгеҙ, был ҡыҙ эшләй алмаясаҡ”, – тиһәм, “Һеҙ беҙгә тура килмәйһегеҙ”, – тип тегене ҡайтарып ебәрәләр.
Осетин ҡыҙы Марика ығыш ҡына ине. Үҙе ныҡ йыуан. Прокуратурала эшләгән. Бер ҡатлылығы менән бәләгә тарыған. Әхирәте, әсәһе ковидтан ауырып аяҡтан яҙғас, ҡыйбатлы дарыуҙар алыр өсөн кредитҡа батҡан. Уға ярҙам итәм, тип осетинка үҙенең исеменә кредит алып, ярты сумманы түләгән. Теге ҡыҙ тәүге айҙарҙа уның кредитын үҙе ябып маташҡан да: “Банкротҡа бир. Түләй алмайым”, – тигән. Атаһының иркә генә ҡыҙы Марика, әсәһе менән генә кәңәшләшеп, яҡшы эшен ташлап, кредитын ябыр өсөн Сочиға килгән. Һимеҙ ҡыҙыбыҙ ашҡаҙанын ҡырҡтырған булып сыҡты. Ашханаға барһаҡ, әҙ генә ашамлыҡ ала ла, ашына ҡарай ҙа ултыра торғайны. Ашҡаҙаны бәләкәй булғас, бер-ике ҡалаҡ ҡапһа ла күңеле була ине. Аҙаҡ ул күҙгә күренеп ябыҡты, еңеләйеп китте.
Марика яй эшләүенә ныҡ борсолдо. “Һин отелдә иң шәп горничная буласаҡһың!” – тип дәртләндерәм тегене. Кредитын тиҙерәк ябыр өсөн ялһыҙ эшләне бахырҡай. Йәшлеге менән бирешмәгәндер инде. Үҙе шул тиклем яратты мине, Танзилюшечка, тип ҡуйыныма инә лә китә ине. Арҡаһынан, сәсенән һыйпап, бәпәй һымаҡ тупылдатып һөйөп алһам, күңеле була, йөҙҙәре асылып китә. Атаһы менән әсәһенең һөйөклө ҡыҙғынаһы ниндәй михнәттәр күрә, тип йәлләйем үҙен.
Стажер Тася Красноярский ҡалаһынан килгән. Атаһы грузин, әсәһе мәрйә. Ныҡ ҡыҙыу холоҡло. Ғәҙелһеҙлек булһа, ҡабара ла китә. Уның менән дә уртаҡ тел таптым. Әле лә аралашып торабыҙ. Марика ла, Тася ла башҡа ҡыҙҙар менән бик һөйләшеп барманы. Беҙ өсәү гел бергә булдыҡ. Таисия ныҡ һылыу. Матурлығын белә, үҙен бик ғорур тота. Уның да шул аҡса бәләһе инде. Эш таба алмағас, ҙур фатиры өсөн түләү мөмкинлеге бөткән. Суд приставтары картаһына арест һалған. Рәсми рәүештә эшләмәй, бурысын ҡапларға тырышып, ул да алһыҙ-ялһыҙ эшләне.
Күп кешеләр “пирамида” ҡоллоғонан яфалана. Аҡсаларын үрсетер өсөн “Финики” ойошмаһына инеп, банктарҙан ҙур суммаға кредит алғандар. Мутлашыусылар – йылан һымаҡ бит инде, ә алданыусылар, алйот ҡуян һымаҡ, шул йыландың шар асыҡ ауыҙына илай-илай үҙҙәре барып инәләр. Еңел аҡса бер ҡасан да булмай ул. Шуны аңлаһын ине кешеләр. Минең менән эшләүсе егеттәр, ҡыҙҙар аҡса алыу менән төпһөҙ бушлыҡҡа ыҙалап тапҡан аҡсаларын алып барып тыҡһа, үҙәк өҙөлә, йөрәк әрней. Шул тиклем дә бер ҡатлылыҡ бына нимәгә килтерә!
Кушнарендан Илгиз исемле һыу һөлөгө кеүек егет эшләне. Шундай һылыу, ҡара ҡашлы, ҡара күҙле, аҡ йөҙлө татар егете. Беҙҙең супервайзерҙарҙың ауыҙ һыуы ҡорой ине, уны ҡарата алмай. Илгиз физкультура уҡытыусыһы булған, мәктәп оптимизация арҡаһында ябылған. Туғандары кәңәше менән бында килеп урынлашҡан. “Ике йыл эшләп ташланым. Ярты йыл һайын ике аҙналыҡ отпускы алып, Кушнаренға ҡайтып йөрөйөм. Был ялымда Ҡазанға барып ҡайтырға хыялланам”, - тине ул, тыйнаҡ йылмайып.
Украинанан Ирина бар ине. Бында эшләр өсөн, Сочиға килгәс, әллә күпме тикшереү үткән. “Детектор лжи” тигән ғәләмәт бар бит инде. Шуның аша “ниндәй сәбәп менән Рәсәйгә килдең?” тип төпсөнгәндәр. Ул нәмә аша Олег исемле хоусменды ла тикшерҙеләр. Бер номерҙа аҡ алтын балдаҡ юғалды. “Һинең инеп, сыҡҡаныңды видеокамера төшөргән”, – тип бәйләнделәр. Олег ныҡ ғәрләнде, балкон һеперергә генә ингәйнем, тип туҙынды, барып ҡайтҡас ҡына тынысланды. Һиңә ышанмауҙарынан да ауыры юҡ бит инде. Аҙаҡ казиноға тоташтырып төҙөлгән отелдә эшләгән Әстерхан ҡыҙы Ирина шундай уҡ тарихты һөйләне. Унда ла аҡ алтын балдаҡ юғалтып, бер-нисә көн бушлай йәшәргә хоҡуҡ алған икән бер кеше. Мутлыҡ инде был. Мутлашыу. “Минең тарағым менән горничная сәсен тараған”, – тип бер ҡара сәсле ханым һары сәсле Татьянан штраф түләттерҙе. Тағы бер-нисә көн бушлай йәшәп кинәнде. Татьяна иҫәр түгел бит инде кеше тарағын ҡулланырға! Арбабыҙҙа әллә күпме тараҡ ята. Ул ханым алдашыр өсөн һары сәс шәлкемен сумаҙанында махсус йөрөтә микән...
Дауамы журналдың 7-се һанында.