+22 °С
Ямғыр


Бөрйән районы Ҡолғана ауылынан Розалия Яҡупова бала саҡтан аттар ярата. Йәш сағында һыбай ҙа йөрөгән, йәйләүҙән йәйләүгә йөрөп быҙау көткән.
Аттарҙан ҡурҡмайым, ауырыһалар үҙем тәрбиәләп алам. Кейәүгә сыҡҡаны бирле һыбай йөрөгәнем юҡ, ләкин аттар өйрәтешәм, ти ул.
Фотола Сегән ҡушаматлы ярыш аты менән. Хужалыҡтарында 12 баш йылҡы малы тоталар. Ә һеҙ нисә баш йылҡы тотаһығыҙ? Ҡарауы ауыр түгелме?
Афарин, уңыштар!
Сығанаҡ: "Таң" гәзите