

Башҡортостанда халыҡты ваҡытында һәм сифатлы хеҙмәтләндермәүе арҡаһында «Дюртюлимелиоводстрой» компанияһы төбәк операторы статусынан мәхрүм ителгәйне. Әлеге ваҡытта «Эко-Сити» компанияһы намыҫһыҙ ойошманың бурыстарын атҡара.
Ошоға бәйле, «Эко-Сити» 17 июлдән алып 1 авгусҡа тиклем 2-се зонала йәшәүселәрҙе хеҙмәтләндергән өсөн бер тин дә аҡса алмаясаҡ.
«Беҙ тотҡарлыҡтар бөтөрөлгәнсе ошондай ҡарар ҡабул иттек. Өҫтәмә йөкләмәне һәм проблемаларҙы йырып сығырбыҙ тип уйлайбыҙ», — тип белдергән ойошма инженеры Азамат Насыров.
2-се зонаға Ағиҙел һәм Нефтекама ҡалалары, Асҡын, Балтас, Бөрө, Борай, Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Краснокама, Мишкә, Тәтешле һәм Яңауыл райондары инә.
https://vk.com/bstnews