+22 °С
Ямғыр


Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Белорет районының Йөйәк ауылы егете Алмас Хужин күптән түгел генә тыуған яғына моңло сәләм ебәргәйне.
«Беҙҙе ҡайғыртып, гармун ебәреүегеҙ өсөн рәхмәт! Хәҙер тегеләрҙе лә бейергә өйрәтербеҙ. Үҙебеҙ ҙә йырлап ҡайтһаҡ та була», - тигәйне. Ҡыҙғаныс, батыр егеткә йырлап ҡайтырға яҙманы - Алмасдың һәләк булыуы хаҡында ҡайғылы хәбәр килде. Ҡаһарман егеттең туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. "Шоңҡар"ҙар.