Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
12 Август 2023, 12:41

Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында 42 йыл эшләй

Абруйлы табип ошо көндәрҙә үҙенең 70 йәшен билдәләне.

Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында 42 йыл эшләйАҡъяр үҙәк район дауаханаһында 42 йыл эшләй
Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында 42 йыл эшләй

Фәрит Хәмзә улын белмәгән кеше бармы икән районда? Күптәргә сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле, ашығыс медицина ярҙамы кәрәк булғанда тәжрибәле табип анестезиолог-реаниматолог менән осрашырға тура килгәндер. Абруйлы табип ошо көндәрҙә үҙенең 70 йәшен билдәләне.
Фәрит Хәмзә улы 1980 йылда Башҡорт медицина институтын тамамлағас, Таджикистан ССР-ында өлкә санэпидстанцияһының коммуналь гигиена бүлеге мөдире вазифаһында йылдан ашыу эшләгәндән һуң, тыуған яҡтарына ҡайта. 1981 йылда Аҡъяр үҙәк район дауаханаһына табип анестезиолог-реаниматолог булып эшкә төшөп, бына инде 42 йыл ошо яуаплы эщте башҡара. Ул күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн “Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы исемен йөрөтә.

https://vk.com/club207714147

Автор:
Читайте нас