

Тик тормош һин теләгәнсә генә бармай шул. Көтмәгәндә, уйламағанда иң ҡәҙерле ғәзиз кешеңде юғалтыуың да ихтимал. Ә сабый өсөн бынан да ауыр ҡайғының булыуы мөмкин түгел.
Бәләкәй саҡта ҡайһы бер кешеләрҙең: "Үгәй әсәй ҡулы аҫтында үҫкәнлектән, бер рәхәт күрмәнем", - тип зарланғандарын ишетергә тура килгеләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсәйҙәре үлеп, етем ҡалған балаларҙы ҡарарға, тәрбиәләшергә килгән үгәй әсәйҙәрҙең күбеһе яман уҫал, балаларға ҡарата ҡырыҫ булған шул. Етем балаларға ҡул күтәреүҙән дә тартынмағандар.
Минең әнейем дә энеһе, ике һеңлеһе менән бәләкәй килеш етем ҡала. Бәхеттәренә күрә, күрше Бурлы ауылынан Әминә исемле апай ҡартәтейгә ҡатынлыҡҡа килеп, балаларҙың әсәләрен алмаштыра.
- Әни үлеп бер нисә ай уҙғас, әтей: "Бына, балалар, һеҙгә әней алып ҡайттым", - тип әйтеү менән, беҙ йәш әнейҙең ҡуйынына һыйындыҡ. Ул беҙҙе үҙ балаһылай яҡын күреп, башыбыҙҙан һыйпап, һәммәбеҙҙе яратып алды һәм шул көндән алып беҙ уны “әней” тинек. Ә ике йәшлек һеңлебеҙ унан һис айырылмайынса итәгенә тотоноп йөрөнө. Әнейле булғас, шатлығыбыҙҙың сиге булманы. Әминә әней урынына башҡа кеше килһә, нисек булырын әйтә алмайым. Беҙгә ул үҙенең наҙын, күңел йылыһын ҡыҙғанманы,-тип хәтерләй ине әнейем.
Әминә ҡартәней менән ҡартәтей дүрт балаһын да туйҙар яһап, оло тормош юлына баҫтыралар.
Мин үҙем дә буй еткәнсе ул ҡартәнейҙең үгәй икәнлеген белмәнем. Беҙҙе, ейән-ейәнсәрҙәрен, бик яратты ул. Йыл һайын һәр беребеҙҙең тыуған көнөнә ниндәй ҙә булһа бүләк әҙерләп килтерә торғайны. Ә 1 Май байрамы көнө таң менән дүрт балаһының ғаиләһенә лә төрлө төҫкә буялған йомортҡалар, башҡа күстәнәстәр таратып сығыр ине. Әлбиттә, бер өйрәнгәс, ҡартәнейҙең килеүен көтөп тора инек. Үҙҙәренә хәл белергә барһаҡ, көтөп алған ҡунағы кеүек, балаларым беҙҙе күрергә килгән, тип шатланып ҡаршы алыр ине. Ҡайнап ултырған самауыры янынан бәрәмәс, сәк-сәк, балы, һары майы өҙөлмәне.
Йәйҙәрен, еләк-емеш өлгөргәс, беҙҙе лә үҙе менән эйәртеп йөрөнө. Ер еләге, ҡарағат, йә булмаһа бөрлөгән булһынмы, үҙенең биҙрәһен йәһәт кенә тултыра ла, беҙгә лә йыйышып, бергә алып ҡайта. Улай ғына ла түгел, "Улдарым бигерәк етеҙҙәр, һауыттарын тиҙ үк тултырҙылар," – тип, әней алдында беҙҙе маҡтай.
Бик уңған, аҡыллы булды беҙҙең ҡартәней. Кеше менән һүҙгә килеп, асыуланышып йөрөгән ваҡытын хәтерләмәйем. Йыйылған аҡсалары булһа, ҡартәтей менән кәңәшләшеп, дүрт балаһын да бергә йыйып, аҡсаны тигеҙ итеп бүлеп бирҙеләр. Ә ейән-ейәнсәрҙәренең туйҙарында береһен дә бүләкһеҙ ҡалдырманылар.
Үҙҙәрен дә бик яраттыҡ беҙ. Ҡулдан килгән тиклем ярҙам итергә тырыштыҡ. Һуңғы юлға хөрмәтләп оҙаттыҡ. Бала йәнле ҡартәтей менән ҡартәнейгә ғүмер буйы рәхмәтле булдыҡ, бөгөн дә уларҙы оло хөрмәт менән иҫкә алабыҙ.
Рим ИСЛАМҒОЛОВ.
Ғафури районы.
Ҡормантау ауылы