

Яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева иҫтәлектәренән
Тарих фәндәре докторы, профессор, донъяға билдәле ғалим Нияз Мәжитов тураһында иҫтәлектәрҙе ҡайһы осонан башлап яҙырға белмәй аптырап ҡалдым. Ғалим булараҡ, уның ғилми хеҙмәттәре, асыштары тураһында күп яҙалар. Ә ниндәй кеше? Ниндәйерәк дуҫ булды ул? – был хаҡта яҙмалар юҡ кимәлендә.
Диҡҡәт Бураҡаев менән һабаҡташ булғас, улар эш буйынса осраштырғылап торҙолар. Шуныһы ҡыҙыҡ, береһе геолог, киенсеһе археолог был ике ғалим башҡорт тарихы менән тәрәндән ҡыҙыҡһынды. Тарих буйынса яҙған мәҡәләләре буйынса фекер алышыу йыш була ине. Беҙҙең тығыҙ аралашыу яңы фатир алғандан һуң булды. Цюрупа менән Достоевский урамдары киҫешкән мөйөштә туғыҙ ҡатлы йорттарҙан: таҡ һанлы яҡтан – беҙгә, йоп һанлы яҡтан – Мәжитовтарға фатир бирҙеләр. Бер көн Лена менән бергәләшеп беҙгә килеп инделәр.
Ул саҡтарҙа обой йәбештереү тигән ысул Өфөгә килә генә башлағайны. Елемде үҙең яһайһың, стенаны купорос менән таҙартып йыуаһың, кипкәнен көтәһең, шунан ғына йәбештерергә тотонаһың. Таныш-тоноштар араһында тәүгеләрҙән булып беҙ йәбештергәйнек. Өйрәттек. Ер ҡатламдарына төшмәй генә сәй эстек. Ҡайтырға булғайныҡ, Нияз күрше бер тәҡдим яһаны.
Минең йомош төшһә - мин. Һинең йомош төшһә – һин тәҙрәгә ҡыҙыл сепрәк эләйек.
Килешелде. Ҡайтып киттек. Иртәгеһен Диҡҡәт тәҙрәгә күҙ һалһа, ҡыҙыл сепрәк эленгән. Өйҙә кеше бар ине. Балаларҙы ҡалдырҙыҡ та киттек. Барып инһәк, зал тип аталған ҙур бүлмәлә, диванда тотош стенанан һыпырылып , бер япма булып төшкән обой аҫтында Нияз күрше ултыра. Үҙе көлә.
Диҡҡәт, был беҙгә һабаҡ булды. Һәр нәмәнең, хатта ябай ғына эштең дә үҙ яйы, рәте булғанын онотмайыҡ!
Онотмай йәшәне, ошо хәҡиҡәтте онотмай эшләне, алдына алған маҡсатынан тайпылманы бөйөк ғалим Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов.
Аралашыу тығыҙ булды. Әлбиттә, эш тураһында һөйләшеү, бәхәсләшеп китеүҙәре лә булды. Әммә Диҡҡәт менән бер-береһен ныҡ ихтирам иттеләр. Ҡыҙыл сепрәктәр йыш эленде. Ғилми асыштар, яңы фекерҙәр, донъя ғилемендәге яңылыҡтар, башҡорт тарихы буйынса эҙләнеүҙәр (ул йылдарҙа фндең был йүнәлеше сиҙәм ине), һәләтле йәштәр, йәштәрҙе фәнгә ылыҡтырыу юлдары – һөйләшәһе темалары бик киң ине уларҙың.
Беҙҙең Иҫәнғолға отпускыға ҡайтҡан сағыбыҙ. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мәликә Йосопова сәйгә саҡырҙы ла бер юлы йомошон да әйтте:
-Диҡҡәт мырҙам, минең Ринат улымдың бик ҙур хыялы бар – археолог булғыһы килә. Ҡайҙа, ҡайһы уҡыу йортонда алып була ул һөнәрҙе? Быныһы бер. Икенсенән, минең уны хирург иткем килә.
Диҡҡәт шунда уҡ ниҙер уйлап алды ла:
Диҡҡәт Бураҡаев та яҡты донъяны иртә ҡалдырҙы.
Нияз Мәжитов менән беҙҙең юлдар “Урал” башҡорт халыҡ ойошмаһында тоташты. Демократик үҙгәрештәр осоронда барлыҡҡа килгән был ойошманың тәүҙә үҙ урыны булманы. Идара ултырыштары, аҙ һанлы йыйылыштар өсөн Динис Бүләков (Яҙыусылар союзы рәйесе ине) союз бинаһынан бүлмә биргеләне, Нияз Мәжитов университетта аудиториялар тәҡдим итә ине. Аҙаҡ 1995 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе итеп һайланғас, мине ҡоролтай бинаһына саҡырып алып, “Урал” үҙәгендә алып барылған эштәр тураһында һораша, командировкаларға ебәрә ине.
Йор һүҙле, һәр саҡ көләс йөҙлө, үҙенә лә, кешегә лә талапсан тәрән аҡыллы ғалим булды. Ҡыҙы Әлфиәнең атаһы юлынан китеүенә, уның тәғлимәттәренә тоғро ҡалыуына бик шатмын.