Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
23 Август 2023, 04:16

Бөгөн – Халыҡ-ара ҡоллоҡто бөтөрөү һәм уның ҡорбандарын иҫкә алыу көнө

Кешелек йәшәй икән, тимәк, ҡол һәм ҡол биләүсе лә буласаҡ әле, ти бәғзе бер белгестәр.

Бөгөн – Халыҡ-ара ҡоллоҡто бөтөрөү һәм уның ҡорбандарын иҫкә алыу көнөБөгөн – Халыҡ-ара ҡоллоҡто бөтөрөү һәм уның ҡорбандарын иҫкә алыу көнө
Бөгөн – Халыҡ-ара ҡоллоҡто бөтөрөү һәм уның ҡорбандарын иҫкә алыу көнө

Был дата 1998 йылда ЮНЕСКО башҡарма советының 150 сессияһы тәҡдиме буйынса 1791 йылда Сан-Доминго һәм Гаити ҡолдары ихтилалы көнөндә ҡуйыла. Ул ҡолдар системаһын бөтөрөү процесына нигеҙ һала. ЮНЕСКО Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының бөтә ағза-дәүләттәренә иҫтәлекле сараларҙа ҡатнашырға тәҡдим итә.

Ҡоллоҡ – хәтәр. Уға ҡаршы көрәш һаман дауам итә. Мәҫәлән, Рәсәйҙән һәм көнсығыш Европа илдәренән йыл һайын 175 мең самаһы кеше юғала икән. Тикшереүҙәренсә, улар ҡоллоҡҡа һатыла. Ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса, донъяла һәр йыл дүрт миллион самаһы кеше ҡоллоҡ (йәғни ҡоллоҡтағы михнәттәр) арҡаһында һәләк була.

Ҡол – наркотик һәм ҡоралдан ҡала иң ҙур килем килтереүсе “тауар”.

Сексуаль ҡоллоҡ... Хужалыҡтағы ҡоллоҡ... Балалар ҡоллоғо... Мигранттар ҡоллоғо... Былар бөгөн барыһы ла бар.

Донъяла 250 миллион бала эксплуатациялана. Уларҙы ҡол тип үк әйтмәһәләр ҙә, бик әҙ генә аҡсаға ауыр эште башҡаралар. Әммә ата-әсәләренән бушлай хеҙмәтсе итеп һатып алынған балалар ҙа бар планетала.

Эш эҙләп ситкә сығып китеүселәрҙең дә ҡайҙалыр ҡол рәүешендә ирекһеҙләп тотолғанын да ишетеп ҡалабыҙ.

Кешелек йәшәй икән, тимәк, ҡол һәм ҡол биләүсе лә буласаҡ әле, ти бәғзе бер белгестәр.

Фото: <a href="https://ru.freepik.com/free-photo/hands-tied-with-rope-around_2771335.htm#query=%D1%80%D0%B0%D0%B1%D1%81%D1%82%D0%B2%D0%BE&position=0&from_view=search&track=sph">Изображение от rawpixel.com</a> на Freepik

Автор:
Читайте нас