Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
23 Август 2023, 12:50

Закир эскерһеҙ, алсаҡ булыуы менән хәтерҙә ҡалыр...

Хәйбулла егете Закир Исҡужинды һуңғы юлға оҙаттылар.

Закир эскерһеҙ, алсаҡ булыуы менән хәтерҙә ҡалыр...Закир эскерһеҙ, алсаҡ булыуы менән хәтерҙә ҡалыр...
Закир эскерһеҙ, алсаҡ булыуы менән хәтерҙә ҡалыр...

Был хаҡта Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов социаль селтәрҙә хәбәр итте


«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыуған еребеҙ йәнә ауыр ҡайғы кисерә - ул лайыҡлы улын, ысын яугир һәм батырын юғалтты... Бөгөн беҙ Украинала хәрби операция ваҡытында һәләк булған яҡташыбыҙ, Зәкир Зөфәр улы Исҡужинды һуңғы юлға оҙаттыҡ. Хәйбулла егете тип белһәк тә, Закир Зөфәр улы беренсе-туғыҙынсы кластарҙы Йылайыр районы Япарһаҙ мәктәбендә уҡый. Шуға күрә хушлашыу сараһы ошо ауылда үтеп, әсәһенең тыуған ауылы Иҫке Яҡупты мәңгелек төйәк итте яҡташыбыҙ. Закир һәр ваҡыт эскерһеҙ, алсаҡ булыуы менән айырылып тора. Осрашҡан ваҡыттарҙа ла ул ихлас һүҙ ҡушып, хәлдәрен һөйләп китер, яҡташтарына рәхмәтен белдерер ине. Хәрби бурысына һуңғы һулышына тиклем тоғро ҡалған батырыбыҙҙың Ҡаһарманлыҡ ордены уның апаһына тапшырылды.
Барлыҡ Хәйбулла районы халҡы исеменән Зәкир Зөфәр улының яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Ауыр тупрағың еңел, йәнең йәннәттә булһын, Зәкир! Һинең туралағы яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр!»

Фото: Рөстәм Шәрипов. 

Автор:
Читайте нас