Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
26 Август 2023, 16:10

Гимназистар ярҙам итә

Ә һеҙҙә ниндәй хәлдәр?  СВО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итәләрме? 

Гимназистар ярҙам итәГимназистар ярҙам итә
Гимназистар ярҙам итә

Ғафури районы Красноусол  башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары СВО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә утын әҙерләүҙә ярҙам күрһәткән.
Был турала район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов үҙенең сәхифәһендә яҙҙы:
- Үҫмерҙәрҙең ҡала ситендәге ҡасабала йәшәүселәргә эскерһеҙ ярҙам күрһәтеүе тураһында «Тимур һәм уның командаһы» әҫәрен хәҙерге уҡыусыларҙың бик аҙы ғына уҡығандыр. Әлбиттә, шул ваҡыттан алып күп нәмә үҙгәрҙе, әммә, бәхеткә күрә, мохтаждарға ярҙам итеү теләге менән янып йәшәүселәр әле лә бар. Мәҫәлән, каникул осоронда Красноусол башҡорт гимназияһы уҡыусылары беҙҙең яугирҙар ғаиләләренә утын әҙерләүҙә ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтә. Шундай изгелекле һәм ярҙамсыл балалар булғанда, киләсәккә ышаныс ҙур!

Фото: "Табын" гәзите

Гимназистар ярҙам итә
Гимназистар ярҙам итә
Гимназистар ярҙам итә
Гимназистар ярҙам итә
Автор:
Читайте нас